Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
4 Ғинуар 2020, 16:50

Шыршы байрамы дауам итә

"Өмөт" клубы балалары өсөн Шыршы байрамы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кисә райондың халыҡ ижады үҙәгендә "Өмөт" клубын берләштергәндәр өсөн Шыршы байрамы үтте. Ғаиләләренә тәрбиәгә алған, ата-әсәһенән ҡарауһыҙ ҡалған һәм етем балалар өсөн ҙур байрам сараһы ойошторолдо. Тәүҙә улар яратҡан әкиәт "геройҙары" тарафынан сәхнәләштерелгән тамаша ҡараны. Һуңынан Шыршы тирәләй йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп күңел астылар. Артабан күңелдәре булғансы Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында һырғалаҡтан шыуҙылар, конькиҙә эйҙеләр. Бындай Яңы йыл байрамы һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Читайте нас: