Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
15 Октябрь 2019, 12:13

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

14 октябрҙән тулыһынса һанлы телевидениеға күстек. Реформаның төп асылы – бушлай 20 канал ҡарау һәм 3 радиостанцияны тыңлау. Бының өсөн телевизорығыҙҙың төрөн, каналдар сигналы һеҙгә нисек килеп етеүен билдәләргә кәрәк. Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләп алырға ғына кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IPТВ йәки “Юлдаш” тәрилкә икән, бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла.

Әгәр ҙә телевизорығыҙҙы 2013 йылға тиклем һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Хаҡы мең һум тирәһе. Башҡортостанда теле һәм радиотапшырыуҙар һанлы форматҡа күсеү көнө – 14 октябргә билдәләнгән. Һанлы телевидениеның сигналы асыҡ буласаҡ, бер ниндәй һауа торошо ҡамасауламаясаҡ, видеолар Full HD һәм 4К форматында тапшырыласаҡ, шулай уҡ өҫтәмә хеҙмәтләндереү ҙә ҡаралған. Район-ҡала буйынса бихисап ололар 14 октябрҙә һүнәсәк аналог телевидениела ултыра. Өлкәндәргә телевизорҙарын көйләү, махсус приставкаларын ҡуйып биреү буйынса йәштәр бүлеге янында эшләгән ирекмәндәр ярҙам итә. Улар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән инәй-олатайҙар янына ашыға. Ашығырлыҡ та шул – һанлы телевидениеға күсеүгә бик әҙ ваҡыт ҡалды бит.

Д. ФАДЕЕВ фотоһында:
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Ғ.М. Әблүзин ирекмәндәр
Азат Сәйфуллин,
Фәрвәз Абдулов менән.
Читайте нас: