Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
16 Май 2019, 17:41

Һәр бала ҡәҙерле булһын

Бала етем ҡалыу менән уның ғәмһеҙ бала сағы тамамлана. Алда хәтер ҡалыуы, күңел әрнеүе, етемлек ғазабы көтөп тора. Балалар йортонда үткәргән йоҡоһоҙ төндәре тураһында ул үҙе генә белә. Унан, бер аҙ үҫә төшкәс, бәғзе берәүҙәре дәүләт беҙҙе ҡурсаларға тейеш, тип әҙерҙе генә көтөп ята башлай. Ҡайһылары, киреһенсә, тырышып-тырмашып донъя көтөргә ынтыла. Етемлек... Шулай ҙа ҡайһы бер етемдәргә бәхет ҡояшы йылмая. Уларҙы, ҙурмы, бәләкәйме икәнен ҡарап тормай, ғаиләгә тәрбиәгә алалар. Халыҡ ижады үҙәгендә тап шундайҙар өсөн “Баланы тәрбиәгә алыусы ғаилә: ҡәҙер һәм мөхәббәт усағы” тигән форум үтте.

Бала етем ҡалыу менән уның ғәмһеҙ бала сағы тамамлана. Алда хәтер ҡалыуы, күңел әрнеүе, етемлек ғазабы көтөп тора. Балалар йортонда үткәргән йоҡоһоҙ төндәре тураһында ул үҙе генә белә. Унан, бер аҙ үҫә төшкәс, бәғзе берәүҙәре дәүләт беҙҙе ҡурсаларға тейеш, тип әҙерҙе генә көтөп ята башлай. Ҡайһылары, киреһенсә, тырышып-тырмашып донъя көтөргә ынтыла.
Етемлек... Шулай ҙа ҡайһы бер етемдәргә бәхет ҡояшы йылмая. Уларҙы, ҙурмы, бәләкәйме икәнен ҡарап тормай, ғаиләгә тәрбиәгә алалар. Халыҡ ижады үҙәгендә тап шундайҙар өсөн “Баланы тәрбиәгә алыусы ғаилә: ҡәҙер һәм мөхәббәт усағы” тигән форум үтте.
Форумды асып, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов: “Етемлек сәбәбе ниҙә һуң? Яуапһыҙ, бер ни талап итмәгән заманса ғаиләләрҙә. Яңғыҙ ҡалдым, тип эскелеккә һабышҡан әсәләрҙә”, -- тип күп кенә сәбәптәргә туҡталып үтте.
Унан һүҙ Опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Рәмис Әмировҡа бирелде. Рәмис Әнүәр улы етем балалар, уларҙың яҙмышы, ғаиләгә алыныуы, уларға ҡарата булған социаль яҡлауҙар һ.б. тураһында һөйләне. “Иң аяуһыҙы – ул социаль етемлектер ул. Беҙ ата-әсәләрҙе әсәлек хоҡуғынан һуңғы сиктә генә мәхрүм итәбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта бындайҙар араһында үҙҙәре лә ҡасандыр етем булған, эскән ата-әсәне күреп, күңел әрнеүҙәре алған етемдәр хәҙер инде үҙ балаларын етемлеккә дусар итеүе күңелде әрнетә. Шулай ҙа донъяла яҡшы күңелле кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, үҙ ғаиләһенә тәрбиәгә алған кешеләр. Әлбиттә сит баланы ғаиләгә алыу — үҙе үк ауырлыҡтар тыуҙыра. Был өлкәлә белем дә етешмәй, төрлө ҡанундар йәһәтенән дә ауырлыҡтар тыуа. Шуға ла киләсәктә (нисек кенә ҡыйын булмаһын) бындай балаларҙың туғандары (өләсәйҙәре, инәйҙәре, апай-ағайҙары һ.б.) барыһы ла был өлкәлә белемен камиллаштырырға тейеш була”, -- тине.
Артабан Рәмис Әнүәр улы етемлек статусы алғандан һуң баланы, хатта ғаиләгә алынғас та ниндәй хәүеф-хәтәр ҡаршылауы тураһында факттар килтереп үтте. Мәҫәлән, баланы “атаһы” көсләгән осраҡтар ҙа булғылаған икән. Ундайҙар, әлбиттә, тиҙ арала ҡулға алына.
Сит баланы тәрбиәгә алған саҡта ғаиләлә лә ауырлыҡтар тыуа. Бындайҙарға ярҙамға “Өмөт” балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаилиләләр клубы ярҙамға килә. Тап ошо клубҡа йөрөгән күп балалы әсә Фәниә Ғүмәрова үҙенең тарихын һөйләп үтте: “Сабыйыңдың киләсәктә ниндәй булыуын күрергә теләһәң, үҙеңә ҡара. Тормош иптәшем Азамат Ҡарабаев менән ғаилә ҡороуыбыҙҙың сәбәбе лә балаларға бәйле. Ирем үлеп ҡалды. Азамат күптән яңғыҙ йәшәй ине. Ул да минең кеүек күп балалы ғаилә тураһында хыял йөрөтә икән. Өйләнешеп йәшәй башланыҡ. Тәрбиәгә күп итеп балалар алдыҡ. Йәшәй-йәшәй халыҡтың: “Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй”, тигән әйтеменә инандыҡ. Бер мәл балаларҙы (үҙҙәре теләмәһә лә) үҙ әсәләре менән осраштырырға булдыҡ. Әсәләре таныманы, апай шаяртаһығыҙҙыр, тине.
Эйе, беҙгә уңыштар еңел бирелмәне. Балаға ашатыуҙан тыш күңелеңде лә бирер кәрәк. Балалар шаяра, тимәгеҙ, ул тәбиғи”, -- тине һәм “Һаҡла, хоҙай, минең ғаиләмде”, тигән шиғри юлдар менән тамамланы.
“Өмөт” балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаилиләләр клубы рәйесе Рәмилә Шәрипова: “Нисек кенә булмаһын, бала өсөн иң яҡшы мөхит – ул ғаиләлә. Юлығыҙҙа ауырлыҡтар осраған һайын беҙ һеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҙегеҙ кеүек ғаиләләр менән аралаштырабыҙ. Күптәр насар ҡандан ҡурҡа. Тәжрибә бынын киреһен күрһәтә. Клуб төрлө конкурстар үткәрә. Киләсәктә “Иң яҡшы тәрбиәгә алыусы ғаилә” конкурсын күрше райондар менән берлектә үткәрергә уйлайбыҙ”, -- тине.
Юлыҡ ауылынан Ирина һәм Ғәзиз Шәйәхмәтовтар балаларын ислам ҡанундарына таянып тәрбиәләй икән. Был турала ғаилә башлығы Ғәзиз Илгиз улы һөйләп үтте. “Етемдәрҙе тәрбиәгә алығыҙ. Ҡатыным Ирина менән күп балалы ғаиләлә үҫтек. Беҙҙең ғаиләлә үҫкән 15 баланың 5-әүе үҙебеҙҙеке. Башта ауыр булды. Ваҡыт үтеү менән һәр сабый асылып китә. Уның ышанысы арта. Әгәр үҙ әсәһенең яҡшы яғын иҫкә алһалар, ҡыуаныр кәрәк”, -- тине ул.
Елена Астафьева малайҙар алғас, малайҙарҙың береһе ауырыу икәне асыҡлана. Әммә ул юғалып ҡалмай, дауалап ала. Людмила Сысенко ҡыҙы үлеп ҡалғас, ике ейәнен тәрбиәгә ала. “Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Ауырлыҡтарҙы бергә-бергә йырып сығабыҙ. Бала үҙен һәр саҡ ҡәҙерле итеп тойһон ул”, -- тине.
Хәйбулланан Татьяна Мартенс 17 бала тәрбиәләй. Өсәүе – үҙенеке, дүртәүе – тәрбиәгә, ҡалғандары уллыҡҡа алынған. “Беҙ аҡса өсөн алманыҡ баланы. Гай ҡалаһындағы балалар йортона йыш бара инек. Бер ҡыҙ килеп, һеңлеһен “ҡыҙлыҡҡа” алыуыбыҙҙы һораны. Икеһен дә алдыҡ. Һеңлеһе психик яҡтан яй үҫешкән булып сыҡты. Унан үҙебеҙҙең райондан икәүҙе алдыҡ. Тәрбиәгә алынған балалар араһында ҡыҙғаныу хисе барлыҡҡа килә. Барыһын да тигеҙ яратыр кәрәк”, -- тине ул.

Форумды “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге мөдире Зөлфиә Шарапова тамамлап, ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләне. Резолюция ҡабул иткәндән һуң, “Өмөт” балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаилиләләр клубы ағзалары күңелгә үтеп инерлек концерт ҡуйҙы.
Эльмира Кейекҡужина.

Читайте нас: