17-18 ноябрҙә Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тип аталған халыҡ-ара форум үтәсәк. Уны үткәреү өсөн “Мәрхәмәт” мәрхәмәтлек фонды 5 миллион һум самаһындағы грант алыуға өлгәште. “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” конференцияһы 2018 йылда Өфөлә уҙасаҡ икенсе Евразия форумына әҙерлек сиктәрендә ойошторола. Форумдың ойоштороусылары – Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Мәрхәмәтлек” фонды.
Сараға 400-ҙән ашыу кеше киләсәк. Улар араһында йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, лидер ҡатын-ҡыҙҙар, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, ШОС һәм БРИКС илдәренән ҡунаҡтар көтөлә. Шулай уҡ Америка, Великобритания, Германия, Африка, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Вьетнам, Италия илдәренең мәрхәмәтлек ойошмалары конференцияла ҡатнашырға теләк белдергән.
Форумды ойоштороу өсөн Башҡортостан осраҡлы рәүештә һайланмаған. Республикабыҙҙа мәрхәмәтлек ойошмалары һәм ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр күп. Башҡортостанда теркәлгән коммерциялы булмаған 5051 ойошманың 294-е ошо йүнәлештә эшләй. Ҡала һәм райондарҙа 48 фонд бар. Муниципаль берәмектәрҙең күрһәткестәренә ҡарағанда, 2015 йылда мәрхәмәтлек сараларына 246 миллион һум йүнәлтелгән.
Ике көн дауам итәсәк форумда “түңәрәк өҫтәл”дәр, мастер-класс, тренингтар ойоштороласаҡ, ошо өлкәлә әүҙем эшләгәндәр тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Конференцияның программаһына “Йылмайыу операцияһы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы ла индерелгән.