Мәҙәниәт
27 Сентября , 15:00

Ҡурай көнөнә арналған сара

Ҡурай көнө республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса үткәрелә башланы

 Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған конференция ойошторола

7 октябрҙә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһында Ҡурай көнөнә һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция була.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр 2025 йылда билдәләнде. Программа сиктәрендә пленар сессия, Хәйбулла районынан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Сарала БР Ҡурайсылар союзы рәтен тулыландырыу планлаштырыла – традицияларҙы һаҡлаусылар үҙҙәренең беренсе танытмаларын аласаҡ. Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм БР Ҡурайсылар союзы. Сара «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас