Ҡайнымдың үҙенән алда тауышы йөрөнө. Элегерәк беҙ бейем менән сериал ҡарап ултырабыҙ ҙа, ул саҡта "Кармелита" ине, ҡайным эштән ҡайтып, инеп килгәнен ишетһәк, мин тиҙ генә барып әҙер торған һеперткене тотоп алам, йәнәһе иҙән һепереп йөрөйөм, бейем, йоклап ятҡан баланы тырнап ала ла һикертә башлай, йәнәһе ул бала әүрәтә, һис кем эшһеҙ түгел. Йәйелеп кино ҡарап ултырғанды яратманы.
Мин тиҙ һәм йәһәт өҫтәл ултыртам, сәй яһайым, шунан ул:"Ярар, килен, эшең менән бул, сәйҙе үҙем яһап алырмын әле кәрәкһә,"- тей
мин, эшлекле кеше, залға сығып китәм. Бер күҙ телевизорҙа, бер күҙ иҙәндә.
Бер нисә йыл элек "Великолепный век" башланып китте. Беҙ, бейем менән, тағы йығылып ятабыҙ шуны ҡарап. Хәҙер уже килен туны туҙа биргәс, һепертке тотмайым, бейемгә лә һикертергә бәләкәс балалар юҡ. Ҡайным да күптән пенсияла.
Сериал ҡарарға бер көн алдан уҡ әҙерлек башлайбыҙ. Йома көнө мунса яғыла, иң тәүгеһенә бер алдына сығып, бер артына төшөп ҡайнымды ебәрәбеҙ, мин көндөҙ үк өй таҙалап сығам,төнгә тиклем кер йыуам да, хәлдән тайып инеп тәгәрәйем. Суббота көнө тәмле итеп тороп бер нимә бешерәбеҙ, ашатабыҙ. Ней булһа ла майлап майлайбыҙ инде. Киске ете булһа "кинотеатрға" китәбеҙ. Уныһы төнгө ун икегә тиклем була ла ҡуя бит әле.
Бейем пультте кеҫәһенә һалып ала. Атыу ситтә ятҡанын күрһә, ҡайным килеп ала ла: "Бөтмәҫ һеҙҙең Хөрөмөгөҙ!"- тип икенсе каналды ҡуйып ҡарап ала ла китә. Беҙ китәбеҙ Гита-зитаның үгәй әсәһе ҡошап ҡаранып, иллә- мәгәр файҙаһыҙ.
Шулай итеп, пульт ышаныслы урында. Миңә сығырға кәрәк булһа, бейем ҡала, бейемгә кәрәк булһа, телевизорҙы мин һаҡлайым. Ҡайным ашарға һораһа, реклама ваҡытында йүгереп барып өҫтәл ултыртып бирәм дә, "йылп" итеп кире барып ҡунаҡлайым.
Шунан, ике сәғәт ҡарағандан һуң, ҡайным ул яҡҡа үтһә лә һөйләнә, был яҡҡа үтһә лә әрләй башлай:
- Ул ниндәй бер бөтмәҫ кина? Дөмөккөр хөрөм. Бисәләрҙе боҙоп бөттө , эшкинмәгән. Бөтәме, юҡмы шул бер Сөләймәнегеҙ? Бөйөрөнә таянып, бер яҡ тубығын бөгә биреп, ҡарап тора ла:"Тфү, ул да булдымы кина. Ғашиҡ булып бөттөгөҙ әллә шул пашаларығыҙға?!"
Беҙ бөтә кәмһетеүҙе ғорур күтәрергә риза, түлкә генә теймәһен кинаға. Бер заман ҡайным пульт эҙләргә тотона.
-Ҡайҙа иттегеҙ? Пультте бирегеҙ, ике эшкинмәгән! Сәсрәтә типһәң дә үс ҡанмаҫ, ике бәшмәк! Ултыралар шымтайып, бөй ҡошап ҡарап! Телвизырҙы алып башығыҙға кейҙерә һуғыр кәрәк , әйҙә йөрөгөҙ, берегеҙ валида, берегеҙ хөрөм булып!
Еңә алмағас, баянға тотона. Ярты сәғәттәй баян шаулата, ҡушылып йырлай. Бейем кеҫә аша ғына телевизорға тауыш өҫтәй. Шулайтып, иллә - Алла менән саҡ ҡарап бөтөп ҡуябыҙ...
Зөлфирә Таһирова.