Мәҙәниәт
25 Март , 12:25

Мәҙәни усаҡҡа йән өрөүсе

Таһир ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Айһылыу Насип ҡыҙы хеҙмәт юлын мәҙәниәт йортонда 2008 йылда башлай. Ләкин күпмелер ваҡыттан  уға яратҡан эшен ҡалдырып торорға тура килә. Әммә ауыл халҡының һорауы буйынса дәртле ханым былтыр  ноябрь айында күңел тартҡан эшен йәнә башлай. Эшкә сыҡҡанда мәҙәни ойоштороусыны емерелгән ишектәр, туңған торбалар менән авария хәлендәге клуб ҡаршы ала. Ләкин, маҡсатлы, эшһөйәр ҡатын юғалып ҡалмай. Эште клубты ремонтлауҙан башлай, ауыл халҡының эшһөйәр ир-егеттәре, уңған ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамында иҫкеләрҙе яңырта, яңы йылылыҡ системаһы ҡуйҙырта, косметик ремонт эшләй. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, мәҙәни усаҡҡа йән керә, ул нурланып, ҡот уйнап китә. Артабан унда төрлө мәҙәни саралар гөрләй. Айһылыу Насип ҡыҙы тураһындағы мәҡәләнең тулы варианты сайтта:

- Хәйерле көн! Һөнәри байрамдары уңайынан Таһир ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Айһылыу Әлибаева тураһында район гәзитенә яҙырға кәрәк ине. Уҙған йылдың аҙағында ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, бик матур эшләй. Ошо осорға тиклем бихисап саралар үткәрҙе, проекттарын булдырып, уларҙы уңышлы тормошҡа ашыра...

Редакцияға ошондай йөкмәткеле шылтыратыу алыу менән, Таһир ауылының мәҙәни ойоштороусыһы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, уның эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

Айһылыу Насип ҡыҙы хеҙмәт юлын мәҙәниәт йортонда 2008 йылда башлай. Ләкин күпмелер ваҡыттан  уға яратҡан эшен ҡалдырып торорға тура килә. Әммә ауыл халҡының һорауы буйынса дәртле ханым былтыр  ноябрь айында күңел тартҡан эшен йәнә башлай. Эшкә сыҡҡанда мәҙәни ойоштороусыны емерелгән ишектәр, туңған торбалар менән авария хәлендәге клуб ҡаршы ала. Ләкин, маҡсатлы, эшһөйәр ҡатын юғалып ҡалмай. Эште клубты ремонтлауҙан башлай, ауыл халҡының эшһөйәр ир-егеттәре, уңған ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамында иҫкеләрҙе яңырта, яңы йылылыҡ системаһы ҡуйҙырта, косметик ремонт эшләй. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, мәҙәни усаҡҡа йән керә, ул нурланып, ҡот уйнап китә. Артабан унда төрлө мәҙәни саралар гөрләй.

Айһылыу Насип ҡыҙы үҙ проекттарын булдырып, шулар өҫтөндә уңышлы эшләй.

«Халыҡ берҙәм булһын тип ҙур саралар үткәрергә тырышам. «Быуындар бәйләнеше» тигән проектты ауылдаштарым хуплап алды. Уның маҡсаты - Таһир ауылында тыуып үҫеп, ошонда төпләнеүселәрҙе, шулай уҡ ситтә йәшәүселәрҙе барлап, туплап, туғанлыҡ хистәрен нығытыуға, уларҙың йыр-моңға, сәнғәткә булған һәләттәрен асыу һәм үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Аллаға шөкөр, был проектты ауылдаштарым шунда уҡ хуплап алды. Тиҙ арала йыйылышып, бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләйҙәр һәм ауыл халҡына матур тамаша бүләк итәләр. Бер нәҫел үҙ концертын ҡуя һәм эстафетаны икенсе нәҫелгә тапшыра. Ғинуар айында старт алған нәҫел концерттарында бөгөнгө көнгә тиклем Нурғәлиндар, Биктимеровтар, Вәлиуллиндар, Ғәбитовтар, Яҫыбаевтар, Әлибаевтар, Күлибаевтар, Йосоповтар, Тартай аралары сығыш яһаны. Барыһы ла бик ентекле әҙерләнеп, ауылдаштарына матур ял сәғәттәре бүләк итте. Уларға ҙур рәхмәтлемен. Артабан сығыш яһаясаҡ ауылдаштарыма уңыштар теләйем. Был проектты йәйгеһен ҙур сара итеп, дөйөмләштереп ауыл йыйыны итеп үткәрергә планлаштырҙыҡ», - тине уның нескәлектәре тураһында Айһылыу Насип ҡыҙы.

Мәҙәниәт йортонда төрлө темалы саралар ҙа йыш үтә. «Орсоҡ» байрамында, «Хәтер» кисәһендә, балалар өсөн уйындарҙа һәм башҡаларҙа ауыл халҡы теләп ҡатнаша.

А.Н. Әлибаева - ижади кеше. Шиғырҙар яҙа, матур итеп йырлай. Был сифаттары, таланты - мәҙәни ойоштороусының  эшендә ҙур ярҙам. Яңыраҡ ауылда ҡуйылған «Йәшлегемә бер аҙым» спектакленең сценарий авторы ла режиссеры ла талантлы Айһылыу Насип ҡыҙы үҙе була.

«Ваҡиға 1995-1996 йылдарҙағы «Һәүәнәк» совхозы ваҡиғаларына арналғайны. Спектаклдәге күренештәр ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп яҙылды», - тине А. Әлибаева.

«Эшегеҙгә бәйле проблемалар бармы?» - тип һораным мәҡәлә геройынан. «Проблемалар - һәр эштә лә була. Ниндәйҙер мәсьәлә борсой икән, мин уларҙан сығыу юлдарын эҙләйем.  Клуб мөдире булып эшләү шул тиклем яуаплылыҡ өҫтәй. Сөнки ауыл халҡы мәҙәни өлкәлә тап һиңә күҙ төбәп тора. Оҙайлы ялдан һуң был эшкә йәнә әйләнеп ҡайтҡас, ауылдаштарым ҡыуанды, хупланы. Был инде икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Форсаттан файҙаланып, минең эшемде күреп, ярҙам итергә әҙер тороусы район мәҙәниәт йорто етәкселегенә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә», - тип һүҙен тамамланы Айһылыу Насип ҡыҙы.

Тынғыһыҙ ойоштороусы, төп эшенән тыш, ғаиләһенә лә ваҡыт таба. Ул тормош иптәше Вәлиулла Сәхиулла улы өсөн - яратҡан ҡатын, улдары Динир һәм Айнулла, ҡыҙҙары Динара өсөн ҡәҙерле, хәстәрлекле  әсәй, ун ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан өләсәй һәм ҡартәсәй ҙә.

 

Туҡтауһыҙ эҙләнгән, яңы идеялар менән янған, ауылдаштарын мәҙәни усаҡҡа йәлеп иткән, уларға рухи аҙыҡ өләшкән матур ҡатын, һөйкөмлө әсәй Айһылыу Насип ҡыҙына артабан да уңыштар насип булһын!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас