Мәҙәниәт
25 Марта , 11:30

Ғәҙелбай һылыуы Гөлшат, күңелдәре һәр саҡ шат

Ғәҙелбай ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлшат Ғәлинаның хеҙмәт юлының мәҙәниәт тормошона бәйле мәле  2012 йылда башлана. Тәүҙә ул өс йыл йыйыштырыусы булып эшләй. Һәр ваҡыт мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Гөлшат Таңғатар ҡыҙын 2020 йылда мәҙәниәт йортона етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыл биләмәһе башлығының, район мәҙәниәт йорто етәкселегенең ышанысын аҡлай тырыш ханым. Бына алтынсы йыл инде ул арымай-талмай ауыл халҡының күңеленә рухи аҙыҡ өләшә. Клубтың таҙалығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ә бина эсендә ҡот, нур уйнап тора, һәр ерҙә, таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Гөлшат Таңғатар ҡыҙы тураһындағы мәҡәлә сайтта:

Ғәҙелбай ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлшат Ғәлинаның хеҙмәт юлының мәҙәниәт тормошона бәйле мәле  2012 йылда башлана. Тәүҙә ул өс йыл йыйыштырыусы булып эшләй. Һәр ваҡыт мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Гөлшат Таңғатар ҡыҙын 2020 йылда мәҙәниәт йортона етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыл биләмәһе башлығының, район мәҙәниәт йорто етәкселегенең ышанысын аҡлай тырыш ханым. Бына алтынсы йыл инде ул арымай-талмай ауыл халҡының күңеленә рухи аҙыҡ өләшә. Клубтың таҙалығы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ә бина эсендә ҡот, нур уйнап тора, һәр ерҙә, таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә.

“Аллаға шөкөр, былтыр күптән көткән ҡыуаныслы ваҡиға булды – мәҙәни усағыбыҙ «зәңгәр яғыулыҡ» ҡа тоташтырылды. Шулай уҡ “Аныҡ эштәр“ программаһында ҡатнашып, иҫке тәҙрәләрҙе пластикҡа алыштырыуға өлгәштек.  Ә косметик ремонтҡа килгәндә, ҡасан алып киләләр, тип кемдәндер көтөп ултырмайым, үҙ аҡсама төрлө буяуҙар, ағартыу кәрәк-яраҡтарын алып, йылы көндәрҙә буяу-аҡлау эштәрен башҡарып ҡуям. Аҙаҡ киткән сығымдар чек нигеҙендә район мәҙәниәтенән кире ҡайтарыла. Капиталь ремонт үткән, йылы, матур клубта дәртләнеп эшләр өсөн бар уңайлы шарттар бар”, - тине ул йылмайып.

Эйе, бында аҙна һайын тиерлек оло һәм урта йәштәгеләр, уҡыусы балалар, ғаиләләр ҡатнашлығында төрлө саралар үтә. Халыҡ бигерәк тә “Көйҙө таны”, “Мөғжизәләр яланы”, “Әлләсе”, “Нимә, ҡайҙа, ҡасан?” уйындарын ярата, унда теләп ҡатнаша. Календарь байрамдарынан тыш, «Быйма», «Яулыҡ» байрамы, йәйен тәбиғәттә «Кәкүк сәйе» кеүек саралар, урам байрамдары, балалар өсөн һабантуйҙар үткәрелә.

Клубта ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Сәсмәүер”, “Шатлыҡ”, ир-егеттәрҙең “Шырмай” вокаль ансамблдәре уңышлы эшләй. Улар мәҙәни ойоштороусының ныҡлы терәге генә түгел, ә һәр сараның матур бер биҙәге лә. Гөлшат Таңғатар ҡыҙы үҙе лә матур йырлай. Уның коллегалары менән төркөм булдырып, ауыл клубтарында концерт программалары менән сығыш яһауҙары ла мәҙәни ойоштороусының дәртле, өлгөр, талантлы булыуын дәлилләй. Гөлшат Таңғатар ҡыҙымәҙәниәт йортонда, ауылда төрлө саралар үткәреп кенә ҡалмай, уларҙы һәр ваҡыт интернет селтәре аша матур итеп яҡтыртып бара.

“Төрлө конкурстарҙы йыш үткәрәһегеҙ, унда ҡатнашыусыларға бүләкте ҡайҙан алаһығыҙ?” – тип һораным Гөлшат ханымдан.

“Был йәһәттән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә әҙер торған изге күңелле ауылдаштарымдан уңдым.  Шулай уҡ ошо ауылда тыуып үҫеп, ҡырҙа йәшәүсе һәм эшләүселәр Яңы йыл байрамы булһынмы, берәй конкурсмы - һәр саҡ финанс ярҙам күрһәтәләр. Алты йыл эшләү дәүеремдә өсөнсө ауыл биләмәһе башлығы менән эшләйем. Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ, тигәндәй, Юлдаш Раев, Шамил Мәхмүтов менән дә һәр ваҡыт уртаҡ тел табып эшләнек. Хәҙерге башлыҡ Илгиз Йәнбирҙин менән дә бар эштәрҙе лә кәңәшләшеп, килешеп башҡарам”, - тине ул.

Гөлшат Ғәлина – мәҙәни ойоштороусы эше менән генә сикләнмәй, ауылда үткән экологик өмәләр, төҙөкләндереү эштәре менән дә етәкселек итә. 2025 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы үткәргән “Сәләмәт ауыл” да ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булалар. Бирелгән финанс ярҙамға элекке мәктәп биләмәһен кәртәләп ала  Ғәҙелбайҙар. “Берҙәмлектә – көс, тиҙәр. Тырыш, уңған ауылдаштарыма, айырыуса тормош иптәшем Динарға рәхмәт”, - тип тамаланы һүҙен Г. Т. Ғәлина.  

Эйе, Динар Хәсән улы Гөлшат ханымдың һәр башланғысын ҡеүәтләп, бар хәленсә ярҙам итә. Клубтағы «зәңгәр яғыулыҡ», бина янын ҡыйҙан таҙалап, шәхси техникаһына тейәп түгеү, бүләктәр алырға район үҙәгенә алып барыу, кәрәк саҡта бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүе – уның тормош юлдашының төп терәге булыуын дәлилләй.

 Ғаиләһе менән дә бәхетле Гөлшат Таңғатар ҡыҙы. Улар Хөсәйен, Рәзиф, Гөлнара исемле өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, Гөлнара – Беренсе Этҡолда почта бүлексәһе начальнигы. Ғәлиндар күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Уңған хужабикә һыйыр ағын эш итеп, йылдар дауамында Баймаҡ баҙарына ауыл продукттарын һатыуға алып сығырға ла ваҡыт таба.

Тынғыһыҙ, эшһөйәр ханым әле ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләү менән мәшғүл.

Бына шундай дәртле, әүҙем, талантлы, йыр-моң һөйөүсе, һәр яҡтан килгән ҡатын-ҡыҙ ул Гөлшат Таңғатар ҡыҙы.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас