Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Районда бөтәһе 52 клуб һәм ике күп функциялы мәҙәниәт йорто бар. Уларҙа ауыл тормошон йәнләндереп, төрлө саралар аша тыуған төйәгенең мәҙәни донъяһын, унда йәшәгән халыҡтың күңел зауығын үҫтереүгә күп көс һалған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуларҙың береһе - Өмөтбай ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Әлфиә Сәғәҙәтова. Дәртле-дарманлы, һәр яҡтан талантлы, маҡсатлы клуб мөдиренең был өлкәләге хеҙмәт стажы - 15 йыл. Уның етәкселегендәге мәҙәни усаҡ былтыр ауыл клубтары араһында республикала иғлан ителгән «Иң яҡшы мәҙәниәт йорто» конкурсында еңеүселәр иҫәбендә булып, 114 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды. Был аҡсаға мәҙәни ойоштороусы яңы аппаратура алырға ниәтләй.
«Иптәшегеҙ баянда уйнай, үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа матур йырлай һәм бейей, - тип мине мәҙәниәт йортона 2011 йылда эшкә саҡырҙылар. Клуб мөдире эшендә ниндәй ҙур яуаплылыҡ, тырышлыҡ ятҡанын аңлағас, бик баҙнатһыҙ ғына эшкә килдем. Элекке медпунктты клуб итеү сәбәпле, сәхнә эшләү, тейешле мебелдәр менән тәьмин итеү, бинаны йыһазландырыу - барыһын да яйлап булдырҙыҡ. Тәүге концертыбыҙҙы ғаилә менән ҡуйҙыҡ, артабан таланттарҙы асыҡлау маҡсатында округ концерттары ойошторҙом», - тип ул йылдарға әйләнеп ҡайтты Әлфиә Рәжәп ҡыҙы.
Бөгөн иһә Өмөтбай клубы үҙенең йылдар дауамында уңышлы эшләп килгән ансамблдәре, түңәрәктәре менән дан тота. Бында һәр кем үҙенең күңеленә яҡын шөғөл таба. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Әхирәттәр» һәм «Дәртле» бейеү, «Миләш» вокаль, гармунсыларҙың «Аҡсарлаҡ» ансамблдәренә, «Өмөт» театр коллективына, «Өмөтбай» фольклор ансамбленә ауыл халҡы ҙур теләк менән йөрөй. «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә өмөтбайҙар ҡашмау, хәситә, янсыҡ, таҫтамал, түшелдерек, ир-егеттәргә билбау, хатта бүрек тә тегәләр. «Был милли биҙәүестәр, кейемдәр һәм ҡоролмаларҙы мәҙәни сараларҙа ҡулланабыҙ», - ти оҫта ҡуллы апай-инәйҙәр. Ансамблдәр район, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, даими рәүештә призлы урындар яулай. Театр коллективы күрше ауылдарҙы ғына түгел, күрше райондарҙы ла ҡыҙыҡлы, халыҡсан тамашалары менән ҡыуандыра.
«Ниндәй генә сара үтһә лә ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашыусы барлыҡ ансамблдәремә, алты парҙан торған бейеүселәремә, һәр саҡ ныҡлы терәк-таяныс булған тормош иптәшемә ҙур рәхмәтлемен. Бергә һәм берҙәм эшләгәндә генә уңышҡа, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә була», - ти Ә.Р. Сәғәҙәтова.
Маҡсатлы, дәртле, мәҙәни өлкәлә бай тәжрибәле Әлфиә Рәжәп ҡыҙының тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ лайыҡлы баһалана. Уның партфолиоһында ауыл һәм район хакимиәтенең, район башҡорттары ҡоролтайының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ. Ул шулай уҡ 2018 йылда «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булып, 50 мең күләмендә аҡсалата премия ала. Эшем, тип янып торған етәксе был аҡсаны бейеүселәргә ситек һатып алыуға тотона. 2024 йылда мәҙәниәт йорто «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы нигеҙендә мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләүгә өлгәшә.
«Клубҡа, яратҡан эшемә ашҡынып барам. Уны икенсе өйөмдәй яҡын күрәм, - ти Ә.Р. Сәғәҙәтова.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Әлфиә Рәжәп ҡыҙы. Тормош иптәше Зөлфәр Таһир улы менән иңгә-иң терәшеп 32 йыл бергә йәшәйҙәр. Үҙҙәре кеүек тырыш, аҡыллы дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Әлиә - анестезиолог, икенселәре Эльвина - онколог, Айнур IT-инженер булып эшләй. Өсөһө лә ғаиләле. Ә кесе улдары Артур Өмөтбай мәктәбендә 8-се класта уҡый. Тырыш егет тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Уҡыуын тамамлағас, апалары кеүек табип булырға хыяллана.
Дәртле, йыр-моң яратҡан Сәғәҙәтовтар 2024 йылда районда «Сәнғәт һөйөүсе ғаилә» тип билдәләнә.
Әлфиә Рәжәп ҡыҙын һәм барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ижади эштәрендә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.