Ғалим-эколог, биология фәндәре докторы, академик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Йәлил Һөйөндөков уҙған йылдың сентябрендә 65 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Йәлил Төхвәт улын шулай уҡ үҙешмәкәр композитор, йыраусы булараҡ та беләбеҙ. «Һаҡмар ҡунағы» рубрикаһының сираттағы геройы ла тап ул - яҡташыбыҙ Й.Т. Һөйөндөков.
- Йәлил Төхвәт улы, әйҙәгеҙ әңгәмәне һеҙҙең тормош юлығыҙ менән танышыуҙан башлайыҡ. Нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуғанһығыҙ?
- Мин 1960 йылдың 20 сентябрендә Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында ябай ғаиләлә бишенсе - кинйә бала булып тыуғанмын. Өс ағайым, бер апайым бар. Атайым Төхвәтулла Шайшәриф улы техник-ветеринар, әсәйем Мәрхәбә Мөхәмәтйән ҡыҙы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне.
- Ҡайҙа белем алдығыҙ?
- Мәмбәт ауылында уҡытыусым Яҡуп Нәбиулла улы Һағынбаев ҡулында 3 класс башланғыс белем алып, 4-се класҡа Аҡморон урта мәктәбенә уҡырға барҙым. Бер үк ваҡытта унда асылған Баймаҡ музыка мәктәбенең филиалында баян класы буйынса уҡый башланым.
- Тимәк, сәнғәт донъяһына нигеҙ тап ошо ваҡытта һалынған?
- Эйе. Музыка мәктәбенә ул ваҡытта 10-сы класта уҡып йөрөгән Юлай ағайымдың кәңәше буйынса уҡырға индем. 1976 йылда урта мәктәптең 8-се класын һәм музыка мәктәбен тамамланым. Май аҙағында бер төркөм музыка мәктәбен тамамлаусылар Баймаҡта сығарылыш тантанаһында концерт менән сығыш яһаныҡ. Сараға беҙҙең атай-әсәйҙәр ҙә саҡырылғайны.
Шунда Баймаҡ мәктәп-интернатының ул ваҡыттағы директоры Юнир Самат улы Әҙеһәмов та бар ине, сөнки уның Гөлшат исемле ҡыҙы ла фортепиано буйынса мәктәпте тамамлағайны. Юнир Самат улы минең эргәмә килеп, «Баймаҡ интернатына уҡырға килергә теләгең юҡмы?», - тип һораны. Минең ыңғай яуабымды ишеткәс, ул: «Әйҙә, уҡырға кил, беҙгә баянсы егеттәр кәрәк», - тине мине саҡырып. Шулай итеп, 9-10-сы класта Баймаҡ мәктәп- интернатында уҡыным.
- Мәктәптә һеҙ ниндәй уҡыусы булдығыҙ?
- Актив уҡыусыларҙың береһе булғанмындыр. Сөнки, әйтеп киткәнемсә, музыка мәктәбенә йөрөнөм, саңғы спорты менән шөғөлләндем, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә лә әүҙем ҡатнаштым. Өлкән класта уҡығанда уҡытыусыларым менән дә төрлө концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнашҡаным булды. Интернатта уҡығанда мине мәктәптең комсомол секретары итеп тә һайланылар. Был шөғөлдәрем уҡыуға бик үк ҡамасауламағандыр, насар уҡыманым. Ғүмерем буйы мин тәүге уҡытыусым Яҡуп Нәбиулла улына, Аҡморон, Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡытҡан барлыҡ уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Бигерәк тә Гөлсара Искәндәр ҡыҙына, Руфа Харрас ҡыҙына, Мәүжидә Рахманғол ҡыҙына, Шәһит Зәкәриә улына, Рабиға Ибраһим ҡыҙына, Софья Айытбай ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
- Өлгөргәнлек аттестаты алғас, уҡыуығыҙҙы ҡайҙа дауам иттегеҙ?
- 1978 йылда мәктәпте тамамлағас, Өфөгә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға индем һәм уны 1983 йылда тамамланым.
- Ни өсөн тап шул һөнәрҙе һайланығыҙ?
- Беҙҙең халыҡта ғаиләлә кинйә балаға ата-әсәһен ҡарау бурысы йөкмәтелә. Мин дә ауылға ҡайтып, агроном булып, атай-әсәй эргәһендә булырмын, тигән уйҙа инем. Шуға күрә агрономия факультетын һайлағайным, әммә яҙмышым икенсе төрлөрәк юлдан алып китте - фән юлына баҫтырҙы...
- Ә хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа һәм кем булып башланығыҙ?
- Ауылда үҫкән бөтә балалар кеүек бәләкәйҙән эшләп үҫтем. Ата-әсәйгә шәхси хужалыҡта ярҙамлашыуҙан тыш, 6-сы класты тамамлағас, йәй көнө ағайымдар менән бергә совхоз башмаҡтарын көттөм. 7-се кластан һуң бөтөнләй үҙаллы, өлкән йәштәге көтөүселәр менән бер рәттән, май аҙағынан алып август бөткәнсе һарыҡ көтөүен көттөм. 8-се - 9-сынан һуң пионерҙар лагерында баянсы булып эшләнем. Студент саҡтарҙа институтта вокал һәм бейеү ансамблдәрендә баянсы, һуңыраҡ вокал ансамбль етәксеһе булып эшләнем.
- Бына ҡайһылай! Һоҡланырлыҡ! Ә профессиональ карьерға килгәндә?
- Студент саҡта уҡ тупраҡты өйрәнеү кафедраһының ғилми лабораторияһында ярты ставкаға лаборант булып эшләнем. Институтты тамамлағас, мине ҡатыным менән бергә (беҙ уның менән бергә уҡыныҡ) Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында эшкә ҡалдырҙылар. Ике йыл уҡытыусы-ассистент булып эшләнем. Унан һуң тупраҡты өйрәнеү кафедраһының аспирантураһына көндөҙгө бүлеккә уҡырға индем. Өс йыл уҡығандан һуң, тағы ла ике йыл ассистент, өлкән уҡытыусы булып эшләнем.
- Тыуған яҡтарға нисәнсе йылдарҙа ҡайттығыҙ?
- 1990 йылда ҡайттыҡ. Хеҙмәт юлымды Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә хужалығында дауам иттем. Унда 4 йыл өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем. 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалына эшкә саҡырҙылар, шул йылдан алып бөгөнгәсә Сибайҙа йәшәйем һәм эшләйем. Шул йылдарҙа юғары уҡыу йортонда булған барлыҡ вазифаларҙа ла хеҙмәт итергә тура килде: өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, директор урынбаҫары, директор. Юғары уҡыу йорто менән бер рәттән Башҡортостан Фәндәр академияһының Сибай филиалында ла директор, лаборатория мөдире булып та эшләргә тура килде.
- Әле ниндәй вазифалаһығыҙ?
- Хәҙерге көндә Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында баш ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләп йөрөйөм.
- Белеүебеҙсә, һеҙ яҡшы эшмәкәрлегегеҙ өсөн бик күп юғары награларға эйә булғанһығыҙ? Ниндәй маҡтаулы исемдәрегеҙ бар?
- Маҡтаулы исемем берәү - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡа наградаларға килгәндә, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены, В.И. Вернадский исемендәге алтын миҙал, «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалдары.
- Һеҙ докторлыҡ диссертацияһын яҡлағанһығыҙ. Ул нисәнсе йылда һәм ниндәй тема буйынса ине?
- Аспирантуранан һуң, 1989 йылда Новосибирск ҡалаһында биология фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағайным. Ә докторлыҡ диссертацияһын 2001 йылда Тольятти ҡалаһында «Башҡортостан Урал аръяғы тупрағының уңдырышлығы менән экологик йүнәлештә идара итеү» темаһына яҡланым. Ғөмүмән, минең барлыҡ ғилми эштәрем үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың Урал аръяғы, уның тупрағы, экологияһына бағышланған.
- Ниндәй ғилми дәрәжәгеҙ бар?
- 1998 йылда доцент, 2003 йылда профессор, 2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы тигән исемдәргә эйә булдым.
- Һеҙ нисә ғилми хеҙмәт авторы? Хеҙмәттәрегеҙҙе дауам итеүсе уҡыусыларығыҙ бармы?
- Ғилми хеҙмәттәремдең һаны 420-нән ашыу, шул иҫәптән 18 китап авторымын. Әлбиттә, фән юлын һайлаған ғилми уҡыусыларым да бар: 15 фән кандидаты, 2 фән докторы әҙерләнем. Уларҙың яртыһы – Сибай институтын тамамлаған йәштәр. Минең ғорурлығым - Сибай институтын тамамлаған Баймаҡ ҡыҙы, биология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Резеда Хәсәнова. Шулай уҡ әлеге көндә миндә уҡып йөрөгән аспиранттарым бар, улар Эне-Сай һәм Чойгана исемле Тыва ҡыҙҙары.
- Йәлил Төхвәт улы, беҙ һеҙҙе һәүәҫкәр композитор, йыраусы тип тә беләбеҙ. Шул турала һөйләп үтегеҙ әле. Ҡасан башланды һеҙҙә был һәләт?
- Үрҙә әйтеп үтеүемсә, мәктәп йылдарында уҡ төрлө мәҙәни түңәрәктәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштым, баянда уйнарға, йырларға яратам. Бөгөнгө көндә лә баяндан айырылмайым. Һуңғы йылдарҙа Ватанға, тыуған яҡҡа, уның тәбиғәтенә, яҡын кешеләргә, төрлө мөһим ваҡиғаларға булған мөнәсәбәтте, эмоцияларҙы, йыр-моң, көй аша һүрәтләү теләге йырҙар ижад итеүгә этәргес булып торалыр...
- Тәүге йырығыҙҙы ҡасан ижад иттегеҙ?
- Тәүге 4-5 йырымды студент саҡта ижад иткәйнем. Иң беренсе йырымды Аҫылғужа ағай Баһумановтың «Һөйләсе» тип аталған шиғырына яҙғайным. Студент саҡта уны Светлана Насибуллина тигән ҡыҙ йырлай торғайны, хәҙер танылған йырсы Флүрә Туйсина башҡара.
- Йырҙарҙың күбеһе кемдәр шиғырына яҙыла?
- Күпселек йырҙарым класташтарым, билдәле шағирәләр Баймаҡ районы ҡыҙҙары Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова шиғырҙарына яҙылған. Тағы ла Мотал Рәмов, Миләүшә Ҡыҙрасова, Таңһылыу Вәлиева, Әминә Яхина, Руниза Дауытова, Фәнүзә Зөлҡәрнәева һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре йырҙарымда ҡулланыла.
- Йырҙарығыҙҙы башлыса кемдәр башҡара?
- Йырҙарымды башҡарған сәхнә оҫталарынан Алһыу Бәхтиева, Әлфиә Юлсурина, ағалы-ҡустылы Рәмил, Радмир һәм Айнур Туйсиндар, Рауил Харрасов, Әлфир Заманов, Азат Исҡужин, Ғаяз Ғәйетбаев, Зәриә Ырыҫмөхәмәтоваларҙы әйтеп үтер инем. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер йырҙарымды Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина башҡарыуға әҙерләйҙәр. Өфө ҡалаһында Нәсимә Тимерова етәкләгән билдәле «Ауаз», Рәмил Туйсин яңыраҡ ойошторған «Өфө баймаҡтары» вокал ансамбле, талантлы йырсылар Илгизә һәм Фәрит Алсыновтарҙың ғаилә дуэты тарафынан башҡарылған әҫәрҙәрем дә бар. Шулай уҡ йырҙарымды район сәхнәләрендә йыр һөйөүселәр ҙә йырлай башланы. Ҡайсаҡ үҙем дә йырлап ебәрәм... Быйыл ноталары, һүҙҙәре яҙылған тәүге йырҙар йыйынтығым донъя күрҙе.
- Һеҙ - "Йәншишмә" ансамбле етәксеһе лә. Ансамбль нисәнсе йылда барлыҡҡа килде?
- Әллә ҡасан уйлап йөрөй инем, әммә батырсылыҡ итмәй килдем. Һәм, ниһайәт, дүрт йыл элек, Сибай институты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренән торған вокал ансамбленә ҡатын-ҡыҙҙар коллективы йыйҙым. Бик күп сараларҙа, концерттарҙа ҡатнашабыҙ, йыл һайын институтта отчет концерттары менән сығыш яһайбыҙ. Ансамбль менән халыҡ йырҙарын, төрлө жанрҙағы композитор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән мин ижад иткән йырҙарҙы ла башҡарабыҙ.
- Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы, тиҙәр. Һеҙҙе тағы нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
- Мин тегергә лә яратам (йылмая). Күп төрлө әйберҙәр теккәнем бар, килеп сыға. Әммә ҡыҙыҡһындырған һәр нәмә менән дә шөғөлләнергә ваҡыт етмәй шул...
- Баймаҡ күп профилле лицей-интернатында алдынғы уҡыусылар өсөн үҙ премияғыҙҙы булдырғанһығыҙ. Ул нисәнсе йылдан бирле тапшырыла?
- 19 йыл элек мин уҡып сыҡҡан мәктәп-интернат үҙенең юбилейын билдәләгән ваҡытта мин шул премияны булдырғайным. Шунан бирле йыл һайын һуңғы ҡыңғырау тантанаһында тапшырып киләм. Премияның төп маҡсаты – уҡыу, фән, спорт һәм сәнғәт йүнәлештәрендә уңышҡа өлгәшкән алдынғы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе артабан да дәртләндереү.
- Ғаилә хәлегеҙ?
- Минең ғаиләм ҙур, Аллаға шөкөр. Тормош иптәшем Мөнирә Бәсим ҡыҙы сығышы менән Стәрлебаш районынан. Бергә уҡыныҡ, өсөнсө курстан һуң өйләнешкәйнек. Ул да биология фәндәре докторы, профессор, хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар Сибай институтында уҡытты. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Өлкән ҡыҙыбыҙ Гөлназ Өфө ҡалаһында йәшәй, Баймаҡ районы егете Вәлит кейәүебеҙ менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улыбыҙ Урал Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй, Йылайыр районы ҡыҙы Айгөл киленебеҙ менән биш ул үҫтерәләр. Кесе ҡыҙыбыҙ Гөлшат Когалым ҡалаһында Стәрлебаш районы егете, кейәүебеҙ Юлай менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа аспирантурала уҡынылар, биология фәндәре кандидаттары.
- Киләсәккә пландарығыҙ?
- Аллаһы бойорһа, күңелгә ятҡан йүнәлештәге эштәрҙе дауам итергә уйлайым. Уҙған йылда, башлыса минең әҫәрҙәрҙән торған программа менән Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында ижадташ дуҫтарым менән «Мин тормошто яратам» исемле концерт ҡуйғайныҡ, тамашасы бик йылы ҡабул итте. Шул концертты тағы ла ҙурыраҡ итеп Өфө ҡалаһының йыр-моң һөйөүселәренә лә ишеттерергә ине. Ә фәнгә килгәндә, аспиранттарымды яҡшы итеп әҙерләп, фән кандидаттары дәрәжәһенә еткерергә теләйем.
- Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ, шулай әүҙем, дәртле булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Йәлил Төхвәт улы! Артабан да ижади һәм ғилми эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Альбина БАЙЕГЕТОВА әңгәмәләште.