Премияға тәҡдим ителде
Халҡыбыҙҙың сихри балҡышы ул
Данлыҡлы яҡташыбыҙ, моңло тауышы менән бар донъяны әсир иткән Әлиә Исҡужинаны белмәгән кеше юҡтыр. Темәс ауылы ҡыҙы үҙенә генә хас тауышы менән сит ил кешеләренең дә күҙ йәштәрен йүгертеүе менән айырыла.
“Тәүге тапҡыр сәхнәлә йырлағанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Дүрт йәштә ауылдағы һабантуйҙа “Гөлназ матур ҡыҙ икән!” тигән йырҙы башҡарҙым. Бөтә майҙан гөрләтеп ҡул сапты, бүләк тә биргәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Шунан алып мине сәхнә үҙенә тартты. Туғыҙынсы класта уҡығанда ауылдағы музыка мәктәбендә вокал уҡытыусыһы Әлфиә Әхәт ҡыҙы Нурмөхәхәмтова халыҡ йыры “Шәһүрә – аҫыл ҡыҙ бала”ны өйрәтте. Тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Ҡотдосов исемендәге оҙон көй бәйгеһендә ошо йырҙы башҡарып, икенсе урыны алдым. Был хаҡта гәзиттәрҙә лә яҙғас, тағы ла дәртләнеп киттем. Шулай ҙа ул тиклем ҡысҡырып йөрөмәнем, эстән генә хыялландым, бәлки, ысын йырсы булыр өсөн бөтөнләй яраҡһыҙмындыр, тип шикләнә инем”, - ти Әлиә.
Тәбиғәттән бирелгән һәләткә иҫ киткес ныҡышмалылыҡ һәм тынғыһыҙ хеҙмәт һалынғас, яҡташыбыҙҙың йөрәк төпкөлөндәге хыялы тормошҡа аша. Бөгөн беҙ уның яңынан-яңы үрҙәр яулауын һоҡланып күҙәтәбеҙ. Айырыуса боронғо йырҙарҙы башҡарыуы ҙур мәртәбәгә лайыҡ. Башҡорт халҡының күңелендә быуаттар буйы һаҡланып килгән хазинаны Әлиә Исҡужина башҡаларҙың йөрәгенә тейешле кимәлдә еткереүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Донъяның ҡайһы тарафында булырға тура килмәһен, тамашасыларҙы ошо үлемһеҙ сәнғәт өлгөһө менән ҡыуандыра ул. Хатта Төркиәләге иң бейек тауҙарҙың береһе Бабадагтан параглайдингтан һикергәндә лә халыҡ йырын һуҙа. Боронғо Хиерополис ҡалаһының амфитеатрында ла туристар башҡорттоң оҙон йырын иҫе китеп тыңлай. Һәм ҡайҙа ғына булмаһын, ниндәй генә үрҙәргә күтәрелмәһен Әлиә үҙенең милләтенең сағыу балҡышы булып, беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы бар кешелеккә еткереүҙе үҙ маҡсаты итеп ҡуя. Ә был оло хуплау һүҙҙәренә лайыҡ.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, яҡташыбыҙ Әлиә Исҡужина профессиональ башҡорт академия вокаль музыкаһын популярлаштырғаны һәм халыҡты башҡорт музыка мәҙәниәтенә йәлеп иткәне өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге конкурсҡа тәҡдим ителде. Башҡорт халҡының мәңгелек йырҙарын үҙенә генә хас моңо менән бар донъяға таратҡан, һәр яҡтан һәләтле, уңған, тырыш яҡташыбыҙ был премияға һис шикһеҙ лайыҡ!
Гүзәл САЛИХОВА.