Башҡорт халыҡ ижадында, әҙәбиәтендә, сәнғәтендә бай тормош тәжрибәһенә эйә булған, шул уҡ ваҡытта шаянлығын, саялығын һаҡлап ҡалған ауыл бабайы персонажы йыш осрай. Башҡорт бейеүҙәрендә ул айырыуса сағыу кәүҙәләнә. Үҙенсәлекле хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин "Һәтәү Әминский" бейеүендә тыуҙырған ҡабатланмаҫ образ — быға асыҡ дәлил.
Тамашасылар был бейеүҙе тәүге тапҡыр мәшһүр артист Рәфҡәт Юнысов башҡарыуында күрә. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән осорҙа "Һәтәү Әминский" һәр саҡ көслө алҡыштарға күмелер ине. Йәүҙәт Бикбирҙин был бейеүҙе Рәфҡәт Юнысов өсөн махсус ҡуйҙы, шул уҡ ваҡытта Ялталағы халыҡ-ара конкурсҡа ла әҙерләне. "Һәтәү Әминский" бейеүенең персонажы — шаянлығы, йор һүҙлелеге менән айырылып торған ауыл бабайы. Йәүҙәт Бикбирҙин кешеләрҙе, тәбиғәт күренештәрен, ҡоштарҙы, хайуандарҙы күҙәтеп, үҙенең бейеүҙәре өсөн элементтар табыр ине. "Һәтәү Әминский"ҙы ҡуйғанда ул персонаж прототибының холоҡ-фиғелен аҙналар буйы өйрәнгән, уның тураһында ауылдаштарынан һорашҡан.
Һөҙөмтәлә башҡарыусынан ҙур оҫталыҡ, образға тулыһынса инеүҙе, сағыу мимика талап иткән бай йөкмәткеле бейеү тыуа. Таҡмаҡтар менән биҙәлеүе башҡарыусы өсөн өҫтәмә ҡатмарлылыҡ тыуҙыра, әлбиттә, уның ҡарауы бейеү йәнлерәк, дәртлерәк булып китә. Рәфҡәт Юнысовтан башҡа был образды сәхнәлә тулыһынса асып биреүселәр күп түгел. Тап "Һәтәү Әминский" аша бейеүсе һәм хореограф Йәүҙәт Бикбирҙиндың ҡабатланмаҫ таланты, ғәйәт ҙур ижад ҡомары тулыһынса асыла.