Альбина Насырйән ҡыҙы – заводсылар династияһынан. Әсәһе Сания Вәлит ҡыҙы Исмәғилова 27 йыл “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының йөрәге булып һаналған ҡойоу цехында стерженсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уның әсәһе Ғилминиса Сәйетбаттал ҡыҙы Хәмитова ла Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға ҡәҙәр, дәһшәтле ул йылдарҙа ла, һәм һуңынан да көс станцияһында оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәт юлы үткән. Бөгөн Альбина Ибраһимова уларҙың юлын лайыҡлы дауам итә, ҡойоу цехында стерженсы булып эшләй. Бөгөн уның хеҙмәт стажына 17 йыл.
- Заводҡа килгәнемдә утыҙ ғына йәш ине, - тине Альбина Насырйән ҡыҙы. – Хәҙер инде хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыт етеп килә. Заводсылар нәҫеленән булыуым менән ғорурланам. Дөрөҫ, өләсәйем тураһында бик аҙ мәғлүмәт һаҡланған. Уның хеҙмәт юлына асыҡлыҡ индереү маҡсатында архив документтарында эҙләнергә уйлайым.
Альбина тәүге сынығыуҙы мастер Юлиә Шәйхесламова ҡарамағында ала. Остазы итеп оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәте менән коллективта абруй яулаған Сафура Аҡсыуашеваны һайлай. Ул өйрәнсегенә үҙ иңдәренә һалынған барлыҡ бурыстарҙы аныҡлай, эштәренең нескәлектәренә өйрәтә. Альбина Ибраһимова бөгөн үҙе лә йәштәрҙең остазы булып һанала.
- Лайыҡлы алмашсы тәрбиәләп үҫтерергә бурыслыбыҙ. Ҡаланы ҡала иткән заводтың өмөтлө киләсәге өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ, - тине ул. - Ауыр булһа ла эшемде яратам, миңә бында оҡшай. Йылдан-йыл производствоға яңы технология индерелә, инновацион программалар ҡулланыла, ҡоролмалар алына. Бөгөн беҙҙең завод етештергән продукция төрлө сәнәғәт предприятиеларына оҙатыла. Тимәк, илебеҙҙең иҡтисадын нығытыуға беҙ ҙә тос өлөш индерәбеҙ.
Альбина Насырйән ҡыҙы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн завод администрацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Альбина Ибраһимова ҡыҙының шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәгән бәхетле әсәй.
Лилиә ТАКАЕВА.