Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Март 2025, 09:30

Мәҙәниәтебеҙҙең баҙлап торған ҡуҙы ул!

Мөләйем. Ипле. Матур. Нәзәкәтле. Ҡатын-ҡыҙҙарға хас барлыҡ сифаттарҙы үҙендә туплаған ул. Һүҙем - «Һаҡмар ҡунағы» рубрикаһының сираттағы геройы - Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәсимә Халиҡова тураһында. Ул гәзит уҡыусыларға урындағы мәҙәниәт йорттары янында уңышлы эшләп килгән «Йәшлек» өлгөлө бейеү,  «Еҙ төймә» халыҡ гармунсылар, «Зарифа» халыҡ фольклор,  «Йәнгүзәй» халыҡ ҡумыҙсылар ансамблдәре, балалар ижады үҙәге ҡарамағындағы «Йәншишмә» ижади берекмәһе етәксеһе булараҡ яҡшы таныш. Рәсимә Әнүәр ҡыҙы ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Мөләйем. Ипле. Матур. Нәзәкәтле. Ҡатын-ҡыҙҙарға хас барлыҡ сифаттарҙы үҙендә туплаған ул. Һүҙем - «Һаҡмар ҡунағы» рубрикаһының сираттағы геройы - Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәсимә Халиҡова тураһында. Ул гәзит уҡыусыларға урындағы мәҙәниәт йорттары янында уңышлы эшләп килгән «Йәшлек» өлгөлө бейеү,  «Еҙ төймә» халыҡ гармунсылар, «Зарифа» халыҡ фольклор,  «Йәнгүзәй» халыҡ ҡумыҙсылар ансамблдәре, балалар ижады үҙәге ҡарамағындағы «Йәншишмә» ижади берекмәһе етәксеһе булараҡ яҡшы таныш. Рәсимә Әнүәр ҡыҙы ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде. Һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

 -Рәсимә Әнүәр ҡыҙы, иң тәүҙә һеҙҙе  «Ал да нур сәс халҡыңа» юғары наградаһын алыуығыҙ менән ҡотлап үтергә. Тәьҫораттар нисек?

-Был награда минең өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Минән нығыраҡ ауылдаштарым, туғандарым, таныштарым ҡыуанғандыр әле. Бик күп шылтыратыуҙар, ҡотлауҙар ҡабул иттем. Интернет селтәрҙәрендәге төркөмдәргә лә яҙып бөткән инеләр. Хатта таныш булмаған кешеләр ҙә ҡотлап яҙған. Эшеңдең һөҙөмтәһен халыҡ белә тиҙәр, Аллаға шөкөр, дәүләт тә белде. Награда биреүселәргә һәм шатлығымды уртаҡлашыусыларға ҙур рәхмәт!

-Һөнәрегеҙ буйынса һеҙ кем?

-Мин Сибай педагогия колледжының технология бүлегендә уҡыным. Аҙаҡ ситтән тороп Магнитогорск ҡалаһында һынлы сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре һөнәрен үҙләштерҙем.

-Мин һеҙҙе бейеү, музыкаль инструменттар буйынса берәй уҡыу йорто тамамлағанһығыҙҙыр, тип уйламһам әле. Улайһа бейеүсе лә, ҡумыҙсы, гармунсы, фольклорсы һәләте һеҙгә ҡайҙан килгән һуң?!

-Аллаһы Тәғәләнән бирелгәндер. Ата-әсәйем тәрбиәһенән, бергә эшләгән коллегаларым, халҡымдан, ауылдаштарымдан килгәндер. Тәжрибә йылдан-йыл тупланып, ҙур уңыштарға юл ярылды

-Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа һәм кем булып башланығыҙ?

-Үрге Иҙрис ауылында тәрбиәсе булдым. Оҙаҡ та эшләп өлгөрмәнем, йыр уҡытыусыһы итеп мәктәпкә эшкә саҡырҙылар. Унда 24 йыл, мәктәп ябылғансы, эшләнем. Унан һуң хеҙмәт юлымды Түбә ауылы балалар йортонда дауам иттем.

-Яңылышмаһам, һатыусы ла булып эшләгәнһегеҙ?

-Эйе, оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Уҡыусыларым магазинға ингән һайын, апай, был эш һеҙҙеке түгел, оҡшамай, беҙ һеҙҙе уҡытыусы итеп кенә күреп өйрәнгәнбеҙ һәм артабан да шул һөнәр эйәһе итеп кенә күрергә теләйбеҙ, тип әйтә торғас, уйланым-уйланым да, был эштән киттем.

-Һәм?

-Балалар ижады үҙәгенә килеп, Альмира Варис ҡыҙы Дәүләтшинанан эш һораным. Уға рәхмәтлемен. Мине шунда уҡ эшкә алды. Күп тә үтмәй Ҡолсора һәм Иҙрис ауылдарына мәҙәниәт йорто етәксеһе итеп эшкә саҡырҙылар.

-Үҙегеҙ бейергә яратаһығыҙмы?

-Бейеү - күңелемә иң яҡын шөғөл.  Әммә кешегә өйрәтергә яратам.

-Сәхнәгә бейергә тәүге тапҡыр ҡасан сыҡтығыҙ?

-Тыуған ауылым Әмин мәктәбендә уҡығанда «Молдаванка», «Әпипә»не бейегәндәр әле лә хәтеремдә. Ә үҙем һалған тәүге бейеү - «Перовский», «Һыбайлылар». Сибайҙа уҡығанда бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Бейеүгә, ғөмүмән, сәнғәткә һөйөү бала саҡтан килә.

-Бейеүҙе ҡайҙан ҡарап һала торғайнығыҙ?

-Үҙем уйлай торғайным. «Гөлнәзирә», «Ҡыҙҙар байығы» бейеүҙәрен Фәйзи Ғәскәров ансамбленән йә башҡа бейеүселәрҙән ҡарамай үҙемсә һала инем.  

-Һеҙ гармунда ла уйнайһығыҙ?

- Эйе. Рашит ағайым армияға киткәндә мине гармунда уйнарға өйрәтеп киткәйне. Шунан һуң ата-әсәйем өр-яңыны һатып алып бирҙе. Ул әле лә һаҡлана. Ағайҙы әрменән ярайһы тәжрибә туплаған гармунсы булараҡ  ҡаршы алдым.

-Мәҙәниәт йортонда төрлө йүнәлештәге ансамблдәрҙе етәкләйһегеҙ. Район, республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә еңеүҙәрегеҙ бихисап. Ә иң ҙур уңышығыҙ?

-Санкт-Петербург ҡалаһында ил кимәлендә  үткән конкурсҡа үтеп, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәрен күрһәтеп, Гран-при алыуыбыҙ. Ҡазанда ла беҙгә шул тиклем һоҡландылар. Республика кимәлендә ҡумыҙ, «Башҡортостан ынйылары», фольклор буйынса ла еңеүҙәребеҙ - барыһы ла беҙҙең ҙур уңыштар. Сөнки һәр еңеү артында ҙур тырышлыҡ ята. Әйтеүе генә анһат, ә бит уның бер һүҙен дөрөҫ итеп әйттереү, бер күнегеүҙе дөрөҫ эшләтер өсөн сәғәттәр буйы шөғөлләнәбеҙ.

-Бейеүҙәрҙе үҙегеҙ һалаһығыҙмы?

- Үҙем дә һалам, Нурсиә ҡыҙым да ярҙам итә. Мин ябайыраҡ итеп һалһам, ул үҙгәртеңкерәп ебәрә. Икәүләп кәңәшләшеп эшләйбеҙ.

-Иҫәпһеҙ-һанһыҙ бейеүҙәрегеҙ араһында замансалары ла бар икән?

-Эйе, бейеүҙәр араһында башҡорттоҡо ла, башҡа халыҡтыҡы ла, заманса ла булырға тейештер, тип иҫәпләйем.

-Ансамблдәрҙә бөтәһе нисә бейеүсе шөғөлләнә?

-Балаларҙан 100-гә , өлкәндәрҙән 30-ға яҡын бейеүсе шөғөлләнә. Уларҙың барыһы ла талантлы. Шуны асыу һәм үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ.

-Һеҙҙе районыбыҙҙың билдәле, талантлы шәхестәр рәтенә индерергә була?

-Билдәлемен, тип маһайырға яратмайым. Ансамблдә шөғөлләнеүселәргә лә ҡайҙа барып, ниндәй конкурстарҙа еңеүсе булып ҡайтһағыҙ ҙа, эреләнмәгеҙ, тип өйрәтәм. Береһенең дә маһайып йөрөгәнен күрмәнем. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, тиҙәр бит. Беҙҙекеләрҙең дә үҙҙәренең теләктәре булғас, бейергә өйрәнделәр.

-Шәхси тормошоғоҙға килгәндә, нисә йәштә кейәүгә сыҡтығыҙ?

-Егерме икелә.

-Буласаҡ тормош иптәшегеҙ менән ҡайҙа таныштығыҙ?

-Мин бала саҡта һыбай йөрөргә яраттым. Бер шулайтып яланға ат туғарырға барһам, яныма әхирәттәрем килеп, мине кискелеккә Үрге Иҙрис ауылына осрашыуға саҡырҙылар. Бармайым, тиһәм дә ҡуймай-нитмәй, миңә өҫтәлгә тип алынған бер сумка ризыҡты тотторҙо ла киттеләр. Йәнәһе, һин бармаһаң, өҫтәлдә бер нәмә булмай. Ул ваҡытта 10 класс тирәһендә уҡып йөрөй инем. Барҙыҡ осрашыуға. Унда буласаҡ иптәшем дә барған. Шунда тәүгә осраштыҡ. Ул көн һайын тиерлек килә башланы. Шул тиклем ныҡыш ине. Артымдан ҡалмай йөрөп, алтын тауҙар вәғәҙә итеп, алып та ҡуйҙы (йылмая).

-Һеҙ береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙға һөйөклө әсәйһегеҙ?

- Эйе, Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙҙың хәҙер үҙ ғаиләләре бар. Кейәүҙәремде лә улдарым һымаҡ күрәм. Аллаға шөкөр, 3 ейәнем, бер ейәнсәрем бар. Улар мине «әсәйкә», «өләсәй» тип яратып ҡына торалар. Көн һайын шылтыратып, хәлдәрен һөйләйҙәр.

-Ҡыҙҙарығыҙ ҙа һеҙҙең юлды - сәнғәтте һайлағанмы?

-Өлкән ҡыҙым Розалина - психолог һөнәрен алһа ла, әсәй һинең һымаҡ ҡағыҙҙарға күмелеп, документтар менән эшләп ултырғым килмәй, тип һәм сауҙа юлынан китте. Зәлиәм - медик. Нурсиә йыр уҡытыусыһына уҡыны. Бейеүҙе яҡыныраҡ күреп, Халыҡ ижады үҙәгендә «Ирәндек» бейеү ансамблендә эшләй. Ҡыҙҙарымдың өсөһө лә бала саҡтан бейей.

-Тормош иптәшегеҙ ҙә бейейҙер?

-Унда бейеү буйынса тәбиғәттән бирелгән һәләт бар. Әммә ул бер ваҡытта ла сәхнәгә сыҡҡаны юҡ...

-Һеҙ һәр ваҡыт тиерлек йә репетицияла, йә гастролдәрҙә. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?

-Эшләгәс эшеңде лә күрһәтә, халыҡты ла дәртләндерә белергә кәрәк. Бер урында ғына тапанһаң, үҙең дә, шөғөлләнеүселәр ҙә үҫмәй. Барыһына ла: өйөмдө тәртиптә тоторға ла, ҡайнатма, салаттар әҙерләргә лә өлгөрөргә тырышам.

-Тормош иптәшегеҙ эшегеҙҙе аңлаймы?

-Эйе. Эштән ҡайтыуыма хужалыҡ эштәрен бөтөп, сәй ҡайнатып ҡуя. Терәк һәм теләк булғанда, барыһына ла өлгөрөргә була.

-Һеҙ ҙур-ҙур конкурстарҙа ҡатнашып, Гран-при, беренсе урындар яулайһығыҙ, бик күп таланттар үҫтереп, Баймаҡ  данын  республика, хатта ил кимәленә таныттығыҙ. Шундай юғары һөҙөмтәләргә ирешеп тә, һеҙгә һаман атҡаҙанған хеҙмәткәр исеме бирелмәүе күптәрҙе борсой...

 -Был һорауҙы үҙемә лә көн һайын бирәләр(йылмая). Хатта Өфөнән билдәле сәнғәт кешеләре лә бының сәбәбе нимәлә булыуы менән ҡыҙыҡһынып шылтырата.

- Алыҫҡа гастролдәргә сыҡҡанда сығымдарҙы кем ҡаплай?

-Әгәр мәҙәниәт өлкәһенән барһаҡ, техника менән улар ярҙам итә. Өфөгә тиклем бушлай алып баралар, артабан инде Татарстан, Санкт-Петербург тарафтарына концерттар ҡуйып йыйған аҡсабыҙ менән үҙебеҙ барҙыҡ. Ҡунаҡханаға урынлашырға тура килгәндә, сығымдар менән ата-әсәләр ярҙам итте. Ә мәғариф өлкәһенән ҡатнашҡан сараларҙа, мәҫәлән, «Башҡортостан ынйылары»нда, йәшәү, юл өсөн сығымдарҙы  тулыһынса мәғариф бүлеге үҙ өҫтөнә алды.

-Үҙегеҙ «тимер ат» та ауыҙлыҡлағанһығыҙмы?

-Эйе, һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ һымаҡ мин дә руль артындамын. 2010 йылдар тирәһендә күрше Түбәнге Иҙрис ауылында эшләгән ваҡытта, Баймаҡҡа йөрөп, «В» категорияһына уҡып алғайным. Танытма, машина алғанды көтөп, 5 йыл тирәһе ятты. Хәҙер, Аллаға шөкөр, рәхәтләнеп йөрөйөм.

-Спортты яратаһығыҙмы?

- Ағайҙарым спортсы булды. Уларға эйәреп мин дә йәйгеһен йүгерә торғайным, ҡышҡыһын саңғыла йөрөнөк. Волейбол, баскетбол уйнарға яраттым.

-Спиртлы эсемлектәргә ҡарашығыҙ?

-Ҡаршымын. Унһыҙ ҙа матур, күңелле итеп йәшәп була.

-Һеҙ һомғол буйлы, матур ҡиәфәтле, йәш сырайлы ҡатын-ҡыҙ. Бының сере нимәлә?

-Матурлыҡ - донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Әйтеп үтеүемсә, бала саҡтан спорт менән дуҫ булдым. Һәр тән ағзаһы, һығылмалылыҡ өсөн махсус күнегеүҙәр, гимнастика эшләйем. Ҡатын-ҡыҙ нисә йәштә булһа ла үҙен яратырға тейеш. 50 йәштән һуң тормош саҡ башлана тиҙәр, йәғни үҙеңә ваҡыт күберәк ҡала. Сөнки балалар ҙурайған, уҡыған, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡан. Өлкәнәйә килә үҙеңде ҡартмын, тиергә ярамай. Үҙеңде ҡарарға һәм балаларыңа ла шуны өйрәтергә кәрәк.

-Диета тотаһығыҙмы?

-Юҡ. Ашап өлгөрһәм һәйбәт әле (көлә). Был эштә эшләгәндә диета тотоп тороу ҙа кәрәкмәй.

-Яратҡан аш-һыуығыҙ?

-Мин һайланып ашамайым. Барлыҡ ризыҡтарҙы ла яратам. Тик сама менән! Шәрбәтле аҙыҡтарҙы бик әҙ күләмдә ашайым. Мәҫәлән, бер шоколадтың яртыһын төшкө, яртыһын киске сәйҙә.

-Кешелә ниндәй сифаттарҙы үҙ итәһегеҙ?

-Ябайлыҡты, ихласлыҡты, кеше менән ипле, матур итеп аралашыуҙы. Кәрәк ерендә ипләп кенә әйтеп тә барырға, әммә үс һаҡлап, һүҙләшеп йөрөмәҫкә, шунда уҡ оноторға кәрәк.

-Битегеҙгә маскалар эшләйһегеҙме?

-Эйе, күбеһенсә бал менән. Балдың үҙен йә аҡ эремсек менән бутап, биткә күпмелер ваҡытҡа һөртәм. Һәм аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуам. Биттәр сафланып, матурайып китә.

-Күп ҡатын-ҡыҙ артыҡ тән ауырлығынан ҡотолоу өсөн спорт залдарына йөрөй, диета тота. Һеҙ ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

-Иң беренсе үҙегеҙҙе яратығыҙ. Көн һайын иртәнсәк көҙгөгә ҡарап, мин иң матуры, тип үҙегеҙгә һоҡланығыҙ. Тик ултырырға ярамай. Ултырған осраҡта ла аяҡтарға, ҡулдарға күнегеүҙәр эшләгеҙ. Бейеүсе булараҡ, бейеү ҙә ябығыуҙың бер алымы тиер инем. Ансамлгә йөрөгән бер апай миңә хатта «арҡаларым турайып, кәүҙәм еңеләйеп ҡалды», тип рәхмәт әйтте.

-Сәхнәнән тыш, яратҡан шөғөлөгөҙ?

-Бешеренергә яратам. Тегергә, бәйләргә, бисер менән эшләргә, ғөмүмән, һәр төрлө ҡул эшен яратып башҡарам.

-Гәзит уҡыусыларҙы яратып әҙерләгән аш-һыу йә берәй салат  рецебы менән таныштырып үтмәҫһегеҙ микән?

-Кишерҙе ыуыҡ ҡырғыс аша үткәреп, уға йөҙөм, курага һалып, майонезға болғарға. Файҙалы ла, тиҙ ҙә, тәмле лә.

-Киләсәккә пландарығыҙ?

-Артабан да халыҡ менән бергә, берҙәм, дәррәү, ауылыбыҙҙы бар яҡтан күтәреп, үҙебеҙҙең таланттарыбыҙҙы күрһәтеп эшләргә һәм бәхетле, бәрәкәтле, тыныс тормошта йәшәргә!

-Матур әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рәсимә Әнүәр ҡыҙы! Барлыҡ уй-хыялдарығыҙҙың һәм маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

 

Альбина Байегетова әңгәмәләште.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас