Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Март 2025, 09:00

Байрам менән, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!

Беҙ - Аллаһының иң һөйгән, Иң яратҡан заттары, Өс тапҡыр атайҙан артыҡ Әсәй булыу хаҡтары!

Байрам менән, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!
Байрам менән, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!

БЕҘ – ҠАТЫН-ҠЫҘ!

Беҙ -ҡатын-ҡыҙ! Беҙ -әсәйҙәр!
Беҙ -һөйөклө ҡатындар,
Беҙ- йөҙөбөҙ иман нурын
Һирпеп торған ханымдар

Беҙ - Аллаһының иң һөйгән,
Иң яратҡан заттары,
Өс тапҡыр атайҙан артыҡ
Әсәй булыу хаҡтары!

Бына шундай яғымлы ла,
Һөйкөмлө лә заттар беҙ,
Эшсәнбеҙ һәм егәрлебеҙ,
Әй, шәп тә һуң үҙебеҙ!

Тик һөйөүҙән яратылған
Беҙ бит - ҠАТЫН кешебеҙ!
Кешелеккә ғүмер биргән
Беҙ – ӘСӘБЕҘ үҙебеҙ!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас