Туймазы ҡалаһында үткән Сәхи Хисмәтуллин исемендәге "Оҙон көй" бәйгеһе Башҡортостандан ғына түгел, күрше республика һәм өлкәләрҙән бик күп йырсыларҙы үҙенә йыйҙы. Ике көн дауамында барған ижади бәйгелә төрлө йәш категорияларында 70 -тән ашыу йырсы үҙен һынап ҡараны. Конкурстың маҡсаты - талантлы халыҡ йырсыларын асыу һәм данлау,оҙон көй башҡарыу оҫталығын тергеҙеү ине. Гран-при өсөн конкурс бик сәмле барҙы.
Баймаҡ районы данын яҡлап сығыш яһаған йырсылар был юлы ла һынатманы! Үҙҙәренең таланттарға бай яҡ икәнен йәнә дәлилләне. Буранбай ауылынан Фәттәх Аралбаев үҙ категорияһында 1-се урынға лайыҡ булһа, уның улы Хәбир Аралбаев, үҙенең моңло тауышы менән барыһын да хайран ҡалдырып, Гран -при яуланы! Һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Аталы - уллы Аралбаевтарҙың ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ! Артабан да һеҙгә ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурс ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Бынан ике йыл элек 2022 йылда үткәрелгән "Оҙон көй" ҙә 1- се урынға Буранбай ауылынан Фәннүр Аралбаев лайыҡ булған ине. Афарин, Аралбаевтар! Ғорурланабыҙ!