Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Июль , 18:30

Таланттарҙы үҫтергән мәктәп

Ҡалабыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа дан тотҡан Сәнғәт мәктәбе Ғата Сөләймәнов исемен йөрөтә. Ул 1952 йылда асыла.  Бында сәнғәт төрҙәре буйынса 11 дөйөм белем биреү һөнәри әҙерлек программаһы һәм фортепиано, скрипка, виолончель, вокал, халыҡ музыка ҡоралдары, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, тынлы музыка ҡоралдары өлкәһендә дөйөм үҫеш программалары буйынса уҡытыу алып барыла. Хор, фольклор, хореография, сәнғәт, театр бүлектәре эшләй. Ҡала мәктәбендә уҡыусылар контингенты 454, Темәс, Иҫке Сибай, Урғаҙа ауылдарының филиалдарында 403 уҡыусы белем ала.   

Йәш таланттарға 41 уҡытыусы белем бирә. Ике уҡытыусы "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә эйә. Башҡортостанда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эшләп килгән "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһына баймаҡтар әүҙем ҡушалы. 2021-2022 йылдарҙа балалар сәнғәт мәктәбенең ике белгесе - баян класы буйынса уҡытыусы Рушан Рәмил улы Үтәғолов менән хореография бүлеге уҡытыусыһы Кирилл Альбертович Шәрипов бер тапҡыр бирелә торған компенсация алды.

Мәғариф процесы өсөн йыл һайын матди-техник база яңыртыла һәм тулыландырыла. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем балалар сәнғәт мәктәбенә оргтехника (ноутбуктар, принтерҙар, интерактив комплект, проекторҙар, портатив колонкалар, тауыш яҙҙырыусы ҡорамалдар), музыка ҡоралдары (фортепиано, баян, домра, виолончель, саксофон, гитара, аккордеон), уҡыусылар мебеле, нота әҙәбиәте һатып алына. Шулай уҡ сәхнә костюмдары һәм аяҡ кейемдәре тегелә. Дөйөм ярҙам суммаһы 3,2 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 790 меңе федераль аҡсалар. Йыл һайын ДШИ музыка ҡоралдары менән йыһазландырыу буйынса конкурстарҙа ҡатнаша.

Мәктәптә һәм өс филиалда йыл һайын косметик һәм ағымдағы ремонт үткәрелә. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбе бинаһының фасады яңыртыла, Иҫке Сибай ауылы филиалында һыу менән тәьмин итеү һәм бәҙрәф кабиналары ҡуйыла. Бөтә параметрҙарҙы ла хәүефһеҙлек нормаларына тап килтереү өсөн теплотрассаға ремонт үткәрелә, йылылыҡ трассаһына счетчик ҡуйыла, янғын сигнализацияһы ремонтлана; янғын хәбәрселәре алмаштырыла. Ҡыйыҡтың ағас япмаларын янғынға ҡаршы эшкәртеүҙәр үткәрә; янғын һүндереү баҫҡыстарын алмаштыра, Баймаҡ ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбенең бинаһының фундаментын 2,3 миллион һумға яңырта.

Бынан тыш, 2024 йылдан 2030 йылға тиклем "Капиталь ремонт" программаһы буйынса ғариза биреү планлаштырыла.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: