Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июль , 16:23

Музей яңырыу кисерҙе

Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙың яңыртылған бинаһында булғанығыҙ бармы? Заманса йыһазландырылған ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан ике ҡатлы музей таң ҡалырлыҡ. Тәүгеһендә урынлашҡан компьютерға баҫып, рәхәтләнеп ҡурай моңдарын тыңларға була. Ҡурайҙы ла кем уйнай бит әле! Ғата Сөләймәновтың үҙе! Тарихи мәлгә инеп киткәндәй булаһың.   

Ғата Сөләймәнов исемендәге музей башта Төркмән ауылы үҙәгендә "Дан һәм хеҙмәт" музейы тип йөрөтөлә. Уны 1989 йылдың 5 ноябрендә Беренсе Төркмән ауылы үҙәгендә «Ирәндек» совхозы һәм Моҡас ауыл биләмәһенең партия комитеты ҡарары менән асалар. 1995 йылдың 16 ғинуарында Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт министрлығының 7-се ҡарары менән музейға Ғата Сөләймәнов исеме бирелә. Әле музей «Баймаҡ тарих һәм крайҙы өйрәнеү» музейының бүлеге булып тора.

Музейҙың ойоштороусыһы, нигеҙ һалыусыһы, тип Туғажман тауындағы ҡурай һәйкәле авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, һәүәҫкәр рәссам, уҡытыусы, шиғри китаптар авторы Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов һанала. 

20 йылға яҡын уның мөдире булып Фуат Рәхимйән улы Ишморатов эшләй. Әле был вазифаны Зәлиә Бүләкәнова үтәй. 

Башта музей иҫке генә йортта урынлашҡан була. Унан урындағы мәҙәниәт йорто бинаһына күсерелә.

2022 йылда эш сәфәре менән Республика Башлығы Радий Хәбиров килеп китә. Ауыл халҡы Башлыҡҡа мәҙәниәт йортон ремонтлауҙы һорап, мөрәжәғәт итә. Шунда уҡ ул урындағы мәҙәниәт йортон ремонтларға ҡуша. Мәҙәниәт йортоноң фасады яңыртылды, ҡыйығы алмаштырылды, яңы тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылды, ҡорамалдар һатып алынды. Ул ғына ла түгел,  Ғата Сөләймәновтың музейы мәҙәниәт йортона күсерелә һәм заманса йыһазландырыла. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: