“Юл бирегеҙ, буранбайҙар килә!..”
Йырсы һәм ҡурайсы Юнир Һағынбаевтың исеме яҡшы таныш. Ул - йырсы ла, ҡурайсы ла булараҡ киң танылыу яулаған. Ҡурайсылары, йырсылары, бейеүселәре менән дан алған Буранбай ауылында тыуып үҫкән. Ул айырыуса халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Юнир Һағынбаевты “Һаҡмар ҡунағы” рубрикаһына саҡырып, уның тормошона, ижадына бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.
- Юнир, һинең исем-фамилияңды ишетеү менән ни өсөндөр бейек тау башында башҡорт милли кейемендә ҡурай уйнап торған һының күҙ алдына килеп баҫа.
- Шулаймы? Рәхмәт, шундай ҙур баһа биргәнегеҙ өсөн. Тимәк, тамашасыларыма, халҡыма башҡорт рухын, мәҙәниәтен еткерә алам, тип уйлайым. Ысынлап та, мин халыҡ йырҙарын башҡарырға, ҡурайҙа уйнарға яратам. Тормошомдо икенселәй күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
- Һин бит йырға-моңға бай Буранбай ауылында тыуып үҫкән кеше.
- Эйе, Буранбайҙа йырламаған бер генә кеше лә юҡтыр ул, моғайын. Һөнәри кимәлдә булмаһа ла, үҙешмәкәр йырсылар беҙҙә күп. Мин үҙем мәктәп йылдарында бөтөнләй йырламаным. Уҡытыусыларым Зарифа Зәкир ҡыҙы һәм Фәттәх Фәррәх улы Аралбаевтар мине сәнғәткә ғашиҡ иттерҙе. Уларҙың тырышлығы менән бейергә һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәндем. Шул сәнғәт тулҡынында йөҙөп үҫтем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ. “Буранбайҙар килә”, - тигәндән башҡалар ҡурҡып тора торғайны. Был матур традиция бөгөн дә шулай дауам итә. Мәктәпте тамамлағас, мине, ҡайҙа барырға, тигән һорау борсоманы. Ошо юлды дауам итергә тейешмен, тигән ҡарарға килеп, Сибай ҡалаһының сәнғәт колледжына уҡырға индем. Джон Мусиндың вокал класына эләктем. Ләкин уҡытыусым күсеп китеү сәбәпле, етәксеһеҙ тороп ҡалдым. Камил Вәлиев мине тыңланы ла: “Тауышың үҙгәргән осор, йырларға ярамай”, - тип артабан ҡурай класына күсергә тәҡдим итте. Ләкин йырлауымды ташламаным. Һуңғы курстарҙа уҡығанда “Гәлсәр һандуғас” кеүек популяр йыр конкурстарында ҡатнаша башланым. Уның өсөн махсус йырҙар яҙҙырҙым. Шулай итеп йыр-моң донъяһына инеп киттем.
- Ә йыр-моңға булған һөйөү ҡайҙан килә?
- Беренсе сиратта, әлбиттә, әсәйем менән атайымдан киләлер, тип уйлайым. Әсәйем Фәриҙә Әшрәф ҡыҙы Сыңғыҙ ауылының сәнғәткә ғашиҡ Солтангилдиндар нәҫеленән. Улар ғаиләһендәге һигеҙ бер туғандың бөтәһе лә йырларға, бейергә ярата. Төрлө район һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын алғандары бар. Солтангилдиндар ғаиләһе - бейеүсе лә, гармунсы ла, йырсы ла. Әсәйем Буранбай ауылындағы “Гәүһәркәй” фольклор ансамбленә йөрөнө. Атайым яғынан да туғандарыбыҙ йырларға ярата. Шулай булғас, бөгөнгө талантым менән ата-әсәйемә бурыслымын.
Икенсенән, алда әйтеп үткәнемсә, мин бит күп кенә талант эйәһе тәрбиәләп сығарған данлыҡлы Буранбай ауылынан! Бөгөн дә тыуған еремдән көс-ҡеүәт алып йәшәйем һәм ижад итәм.
Әлбиттә, бында мине оло сәхнәгә сығырға ярҙам иткән уҡытыусыларым һәм ижадташ дуҫтарымды ла әйтеп китергә кәрәк. Нурғәле Кәйекбирҙин, Юлай Ғәйнетдинов кеүек данлыҡлы ҡурайсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре алыуым менән бәхетлемен. Шулай уҡ Өфө сәнғәт академияһында декан булып эшләгән, хәҙер инде мәрхүм Айрат Ҡобағошов, продюсер Риф Арыҫланов, исемдәре һәр кемгә яҡшы таныш, үҙ эштәренең оҫтаһы булып һаналған ижадташ дуҫтарым Рита Өмөтбаева менән Земфира Байбулдина мине оло сәхнәгә сығарыуға күп көс һалды.
- Юҡ, улар икенсе һөнәрҙе үҙ иткән. Мине дәртләндереүселәр ҙә, беренсе тәнҡитселәр ҙә – туғандарым, ата-әсәйем һәм ғаиләм.
- Һинең репертуарҙа төп урынды халыҡ йырҙары алып тора.
- Эйе, айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын яратып башҡарам. Уларҙың һәр береһендә халҡыбыҙҙың тарихы сағыла. “Томан”, “Ғилмияза”, “Сыңрау торна”, “Кәкүккәй”, “Ҡурай бәйете” кеүек төрлө халыҡ йырының тәрән мәғәнәһе бар. Уларҙың тарихын өйрәнмәйенсә йырҙы башҡарыу, тамашасыларға еткереү мөмкин түгел.
- Ә ниндәй авторҙарҙың ниндәй йырҙарын яратып башҡараһың?
- Еңел-елпе йырҙарҙы үҙ итмәйем, уларға иғтибар итеп, ваҡытымды ла, көсөмдө лә әрәм итмәйем. Шунлыҡтан йырҙарҙы бик ныҡ ҡарап, һайлап алам. Тәү сиратта мәғәнәһен өйрәнәм. Уларҙы тыңлағанда күңел сыңдарына тейеп ала икән – минеке, юҡ икән – уларҙан баш тартам. Юғиһә, үҙеңдән дә, йырҙарыңдан да халыҡ биҙәсәк. Йыр булғас – йыр булһын. Миҫал өсөн әйтеп үтәйем, тәүге осорҙа башҡарған “Әсәй, мине таңдан уят әле”, “Тәгәрәне алмалай ғүмерем”, “Йәшел яулыҡ” кеүек йырҙарымды тамашасыларым бөгөн дә яратып ҡабул итә. Тап шундай йырҙарҙың, уларҙың кем башҡарыуына ҡарамаҫтан, “ғүмере” оҙон, халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана.
- Ижад юлығыҙ нисек үрләне?
- Эльвира менән өйләнешкәс, тәүге ике йылда Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатының дөйөм ятағында йәшәнек. Шул йылдарҙа интернатта “Атайсал” вокал ансамблен ойошторҙом. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, уңыштар яуланыҡ. Әйткәндәй, тап шул мәлдәрҙә райондарға сығып концерттар ҡуя торғайныҡ. Был минең өсөн тәжрибә туплау мөмкинлеге бирҙе. Әле лә ул йылдарҙы һағынып иҫкә алам.
Бөгөн Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы “Мираҫ” ансамблендә эшләйем. Бер үк ваҡытта ҡурайсы ла, йырсы ла булып торам. Директорыбыҙ Байрас Ишбирҙин һәм ансамблдең художество етәксеһе Нәфирә Ихсанова менән бергә ижад тулҡынында йөҙәбеҙ.
- Ижади юлымда ярайһы ғына тәжрибә тупланым, тип әйтергә була. Октябрьский ҡалаһында уҙған “Ҡурай” республика конкурсында, Зыя Хәлилов исемендәге төбәк-ара конкурстарҙа Гран-при яуланым. Шулай уҡ Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев кеүек мәшһүр ҡурайсыларҙың иҫтәлегенә арналған конкурстарҙа даими ҡатнашам. Уларҙа ла призлы урындар яулайым. 2016 йылда Туймазы ҡалаһында үткән “Оҙон көй” төбәк-ара халыҡ йырҙары конкурсында Гран-приға лайыҡ булдым. Былар минең иң ҙур уңышым. Әлбиттә, уларҙан тыш башҡа төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашам, еңеүҙәргә лә өлгәшәм.
- Гастролдәргә йыш йөрөргә тура киләме?
- Эйе, “Мираҫ” ансамбле менән республика буйлап та, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә лә сығырға тура килә. Сит илдәргә лә барып, башҡорт халҡының мәҙәниәтен күрһәтеп, йырлап-бейеп, яҡташтарыбыҙ менән осрашып ҡайтабыҙ.
- Ғаиләң тураһында бер нисә һүҙ. Тормош иптәшең Эльвира менән нисек таныштығыҙ?
- Алдан уҡ кәләшем мотлаҡ үҙ милләтемдән булырға тейеш, тип һанай инем. Хыялым тормошҡа ашты. Дуҫым Рәмил Ҡотдосов туйына саҡырғайны. Шунда башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас оялсанлыҡ һыҙаттары булған, шул уҡ ваҡытта етди лә, шаян да бер ҡыҙ минең иғтибарҙы үҙенә тартты. Туйсыларҙы ҡаршы алған саҡта уның башҡорт милли кейемендә булыуын халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итеүе, тип аңланым. Эльвираны шунда уҡ буласаҡ балаларымдың әсәһе итеп күрҙем. Бындай мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырманым, әлбиттә. Танышып, һөйләшеп киттек. Өс йыл осрашып йөрөнөк тә, ғаилә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, Эльвира Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы. Ул Сибай кантон нәҫеленән, Утарбаевтар тоҡомонан.
Эльвира – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Дим районының 103-сө мәктәбендә эшләй. Әйткәндәй, уның да уңыштары ярайһы ҙур ғына. 2020 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район конкурсында еңеү яуланы. Башҡа төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, яулаған уңыштары байтаҡ. Уҡыусыларҙа туған телгә ҡарата һөйөү уятыу өсөн күп көс һала. Һөҙөмтәләре лә ҡыуанырлыҡ.
- Ә ни өсөн кәләшең мотлаҡ башҡорт булырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйҙың?
- Сөнки үҙ милләтеңдән булған кеше менән ғаилә ҡороп йәшәүгә бер ни ҙә етмәй. Бер дин тотаһың ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы күҙәтәһең. Шунлыҡтан донъя көткәндә лә бер йүнәлеш менән бараһың. Ике милләт вәкиле ҡорған ҡайһы бер ғаиләләрҙәге кеүек һинеке шулай, минеке былай тигән тартыш беҙҙә юҡ, Аллаға шөкөр.
- Ә өйҙә балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме?
- Бындай һорау биреүегеҙгә аптырамайым. Сөнки бөгөн күп кенә башҡорт ғаиләләрендә балалар рус телендә һөйләшә. Хатта ауылдарҙа ла шул ҡурҡыныс хәл күҙәтелә. Дөрөҫ, балалар ике, хатта бер нисә телде өйрәнеп үҫергә тейеш, тип һанайбыҙ. Ләкин туған телеңде белеү мөһим. Шунлыҡтан ғаиләлә башҡортса һөйләшеү мотлаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған тапшырыуҙарҙы ҡарайбыҙ, үҙ телебеҙҙә әкиәттәр тыңлайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ. Йәшәгән еребеҙҙән алыҫ ҡына булһа ла улыбыҙ Байрасты Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға бирҙек. Ә Ғайсар улыбыҙҙы 166-сы башҡорт балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ. Уларҙың икеһенең дә йыр-моңға һәләте бар. Байрас улым быйыл “Тамыр” телеканалы ойошторған “Бишек йыры” республика конкурсында ҡатнашты. Финалға сыҡҡас, ғаиләбеҙ менән сығыш яһаныҡ. Шунлыҡтан әйтергә теләйем, милли рух ғаиләнән тәрбиәләнә башлай. Интернетҡа ла, телевизорға ла һылтанырға кәрәкмәй.
- Юнир, әгәр сәнғәт юлынан түгел, башҡа һөнәр һайларға тура килһә, кем булыр инең?
- Балта оҫтаһы. Атайым алтын ҡуллы кеше ине. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен уҡытты. Унан күреп бөтә эштәргә лә өйрәндем. Бәлки, шуғалыр ҙа, бер ҡара эштән дә ҡурҡмайым. Кәрәк икән утын да ярам, мунсаһын да бурайым, бесән дә сабам. Тормош иптәшем Эльвира ла донъя көтөүгә бөтмөр. Гөрләтеп баҡса ла үҫтерәбеҙ. Ғөмүмән, ата-әсәйҙәребеҙ беҙгә ниндәй бәхетле бала саҡ бүләк иткән, улар өлгөһөндә, балаларыбыҙҙы ла етеш һәм матур донъяла тәрбиәләргә тырышабыҙ.
- Һине төрлө тантаналарҙы, туйҙарҙы, юбилейҙарҙы музыкаль яҡтан биҙәүгә күп саҡыралар...
- Бөгөнгө заманда йөҙ төрлө һөнәргә эйә булһаң да аҙ. Эшләйем тигән кешегә эш күп бит ул. Йыбанмаҫҡа, мобиль булырға кәрәк. Саҡырыуҙарын ҡабул итеп, йырлап, ҡурайҙа уйнап, рәхәтләндереп ял минуттарын биҙәп ҡайтҡан саҡтарым бар. Бынан тыш, ҡурай һәм вокал буйынса өҫтәмә шәхси дәрестәр ҙә бирәм.
- Ә буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһең?
- Әҙ генә буш ваҡытым килеп сыҡһа ла ул минуттарҙы ғаиләм менән уҙғарырға тырышам. Сөнки ғаилә башлығы булараҡ, мин улар өсөн яуаплы. Өфө ҡалаһына яҡын Нуғай ауылында үҙ йортобоҙҙа йәшәйбеҙ. Ишек алдыбыҙ булғас, балаларға ла, беҙгә лә ял итеү мөмкинлеге бар. Мунса яғып, шешлек бешереп яҡындарымды ҡыуандырырға яратам. Уларҙы шатландыра алыуымдан үҙем күңел рәхәтлеге кисерәм. Шулай уҡ төрлө мәҙәни сараларға йөрөйбөҙ. Бергәләп киноларға, концерттарға, театрҙарға барабыҙ.
- Киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәйһең?
- Матур итеп эшләргә һәм йәшәргә! Ҡайҙалыр алтын балыҡ бар, тигәндәренә ымһынмай, үҙ тыуған ереңдә, халҡың өсөн ең һыҙғанып эшләүгә һәм йәшәүгә бер нәмә лә етмәй бит ул. Башҡорт моңон үҫтереү, улар нигеҙендә киләсәк быуынды тәрбиәләү һәм уларға аманат итеп тапшырыу – беҙҙең бурыс. Күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республика ҡурайсылары ансамбленең ойошторолоуы шуға ҡарата яһалған бер аҙым ул. Тимәк, киләсәктә лә ҡурай моңо йәшәйәсәк, тигән ныҡлы ышаныс бар.
- Ә һинең өсөн нимә ул ҡурай?
- Ҡурай ул минең өсөн – яуҙаш, моңдаш, серҙәш. Күңелем бойоҡһоп китһә лә, ҡыуаныслы ваҡиға кисерһәм дә, ҡулыма ҡурайымды алам. Ҡурай ул – халҡымдың бренды, милли музыка ҡоралы.
- Гәзит уҡыусыларыбыҙға әйтер ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Башҡорт халҡының йыры-моңо, ҡурайы булған кеүек, бай теле лә бар. Был тәңгәлдә “Һаҡмар” гәзите төп урындарҙың береһен биләй. Әсә телендә баҫмаларҙы уҡыйбыҙ, йырҙарын тыңлайбыҙ икән – тимәк, халҡы ла йәшәй, тигән һүҙ бит ул. Ғөмүмән, улар бер-береһен тулыландырып килә – халыҡҡа әйтер һүҙҙе моң менән дә, йыр менән дә, бейеү менән дә, һүҙ менән дә еткерергә мөмкин. Шулай икән, артабан да бер бөтөн донъя булып йәшәйек әле. Иң мөһиме – донъялар имен булһын.
Лилиә ТАКАЕВА.