Халыҡ ижады үҙәгенең Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамблен «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исеме бирелеүе менән ҡотлайбыҙ.
Ҡурайсылар ансамбле 1960 йылда ойошторола. 1997 йылда ансамблгә «халыҡ» исеме бирелә. 2013 йылдан коллектив менән Илнур Ринат улы Аслаев етәкселек итә.
Һуңғы йылдарҙа йәш быуын ҡурай менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы. Тап йәштәр ижади эҙләнеүҙәре, яңы уңыш һәм ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөп тора. Төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә призлы урындар яулайҙар. Ә ансамбль йылдан-йыл ҡурайҙа уйнарға яратыусылар һәм профессионалдар менән тулылана.
Ансамблдең төп составында 30 кеше йөрөй. Тамашасылар араһында төрлө быуын вәкилдәре бар. Улар уйнаған легендар башҡорт халыҡ көйҙәре популярлыҡ яулай бара.
Ҡурайсылар ансамбле йыл һайын уҙғарылған республика һәм зона конкурстарында ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулап тора. Коллективта үҙ эшенең оҫталары бихисап. Улар - Дәүләтшин Ташбулат, Хәсәнов Рәмил, Аралбаев Фәттәх, Арыҫланов Мәүлит, Кәйепҡолов Риф һәм башҡалар. Районыбыҙҙың абруйлы ҡурайсылары үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булып тора. Ансамбль репертуарында башҡорт халыҡ көйҙәре менән бер рәттән заманса көйҙәр ҙә бар.
Коллективҡа тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ!