Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель , 10:25

“Сәхнә – минең юлым, минең тормошом”

План бөтөнләй ҡормайым, тип әйтә алмайым. Бар улар. Ләкин кешеләргә ҡысҡырып әйтмәйем. Улар хаҡында яҡындарым менән дә, туғандарым менән дә, дуҫтарым менән дә бүлешергә тырышмайым. Сөнки араларында барыбер ҙә: “Уй, ауыр бит ул, килтереп сығара алырһыңмы икән?” – тип әйтеүселәр табыла. Шуның менән минең ынтылышҡа кәртә ҡуялар. Һөҙөмтәлә, ярты уңыш юҡҡа сыҡты, тигән һүҙ. Мостай Кәримдең: “Өркөтөүҙән ҡурҡам”, - тип әйткән бер матур һүҙе бар. Шуны күҙ алдында тотоп, пландарым хаҡында кешеләргә өндәшмәүҙе хуп күрәм...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

 “Сәхнә – минең юлым, минең тормошом”

Баймаҡ – таланттарға бай яҡ, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре менән сәхнә йондоҙо булып балҡыған яҡташтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе – Сибай филармонияһы артисы Фаил Йортбәков. Күптәрҙең яратҡан йырсыһына әйләнгән яҡташыбыҙ бөгөн “Һаҡмар”ҙа ҡунаҡта.

- Фаил, һин ҡайһы ерҙең һыуын эсеп үҫкәнһең?

- Мин йәмле Һаҡмар буйында, йәм-йәшел ағастар менән уратып алынған, Ирәндек тауҙары ҡосағында урынлашҡан Ғәҙелбай ауылында тыуғанмын. Атайым Фәйзрахман Ғилмитдин улы - тимерсе, ә әсәйем Әнисә Әбделхаҡ ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында йыйыштырыусы булып эшләй. Бер бөртөк кенә Айгөл исемле һеңлем бар.

- Ғаиләлә баш булыу ауырлыҡтар һалманымы?

- Әлбиттә, был яуаплылыҡ өҫтәй. Баш балаға үҙеңдән кесе туғандарыңды ҡарап, тәрбиәләп үҫтерешеү бурысы үҙенән-үҙе һалына бит. Был яҙылмаған ҡануниәт. Уларға күҙ-ҡолаҡ булыу, хәстәрләү, яҡлау, ярҙам итеү кеүек ролдәрҙе үтәргә кәрәк бит. Бәлки, шуғалыр ҙа миндә һәр нәмәгә лә яуаплылыҡ тойғоһо ҙур.

- Бала саҡ хәтирәләрең менән бүлешкең килмәйме?

- Иҫ белгәнемдә әсәйемде етәкләп, арҡама һары төҫтәге “Пионер” тип яҙылған сумкамды тағып, мәктәпкә китеп бара инем. Ауылдағы дүрт йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң беҙҙән өс саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Беренсе Этҡол ауылында уҡыуымды дауам иттем. Ҙур мәктәп. Унда ҡасандыр атайыма белем биргән хөрмәтле уҡытыусыларым мине лә белем үрҙәренә әйҙәне.  

Ғөмүмән, мин бик иртә - атлай ҙа башламаҫ борон уҡ һөйләшкәнмен. Атайымдарҙың күршеһендә йәшәгән еңгәй ҙә мине күргән һайын: “Ҡәйнеш, атлап булмаймы, әй...” – тип гел мәрәкәләр булған. Тағы ла шуныһы иҫемдә ҡалған, ҡулыма гармунымды алам да, ярылған утын башына менеп ултырып, шуны тысҡылдатып, йырлар урынға илап ултыра торғайным. Бөгөн дә ауылдаштарым быны бер мәрәкә итеп һөйләй.

  • Беренсе тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтың?

- Мәктәптә уҡығанда, һигеҙ йәшемдә. Йырларға һоралар бик ныҡ инәлтә торғайным. Оялыуҙанмы, уңайһыҙланыуҙан шулай булғанмы икән ул. Бөгөн иҫемә төшһә, үҙем дә аптырайым, ни өсөн шулай ҡыланғанмын инән. Уҡытыусыларымды ныҡ ыҙалатҡанмын, тием йырламай. Ата-әсәйемдәр менән берлектә улар ҙа миңә сәхнәгә юл күрһәткән бит. Шул ваҡыттарҙа уҡ мине Баймаҡҡа төрлө кисәләрҙе алып барыусы итеп саҡыра торғайнылар.

Иҫемдә, мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡыусылар менән бергә яҙғыһын 22 саҡрымдан ашыу ергә йәш ағас үҫентеләре ултыртып сыҡтыҡ. Унан килгән аҡсаға мәктәпкә фортепиано һатып алдылар. Йыр уҡытыусыһы Ләйсән Хәләф ҡыҙы Азаматова нәҡ ана шул музыка ҡоралы ярҙамында беҙгә нота серҙәрен асып, дөрөҫ тын алырға, йырларға өйрәтә торғайны.

- Ә бәләкәй саҡта йырсы булырға хыяллана инеңме?

- Юҡ, йыр минең күңелем өсөн генә булыр, тип уйлай торғайным. Ә былай врач булырға хыялландым. Ләкин әсәйем ҡаршы төштө. “Врач  - ул ауыр һөнәр, төн йоҡоң – йоҡо булмаясаҡ”, - тигәс, уның фекере менән килештем. Шунлыҡтан Өфө сәнғәт колледжының Сибай филиалының йыр бүлегенә уҡырға индем.

- Сәнғәт юлынан киткәнгә үкенмәйһеңме?

- Юҡ, әлбиттә. Ваҡытында аҡыллы кәңәштәрен биреп, эшсән, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгәндәре, шуның менән тормошто яратырға, булғанына “шөкөр” итә белергә өйрәткәндәре өсөн ата-әсәйемә мең рәхмәтлемен. Ғөмүмән, туғандарым менән дә шундай ғорурланам. Улар араһында күп төрлө һөнәр эйәләре бар. Ябай көтөүсе лә, механизаторҙар ҙа, “БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем алған уҡытыусылар ҙа.

- Айгөл һеңлең дә йырлаймы?

- Юҡ, ул бөтөнләй икенсе юлды һайланы. Бөгөн һеңлем Сибай ҡала хакимиәтендә белгес булып эшләй. 

- Йыр-моңға булған һөйөү ҡайҙан килә?

- Иҫ белә-белгәндән янымда кемдеңдер мөңрәнеп йырлағанын, кемеһенеңдер ҡурайҙа, йә гармунда уйнағанын тыңлап үҫтем. Әсәйемдең атаһы Әбделхаҡ ҡартатайым уҡыу бөтөү менән ат егеп, үҙҙәренә алып ҡайтып китә торғайны. Йылым ауылы ҡуйы ҡарағайлыҡ бит инде. Юлда барғанда ул атын үҙ яйына ҡуйып, оҙон итеп һуҙып, йырлай торғайны. Мин уны тыңлап, улай ҙа йыр буламы икән, тип аптырай торғайным. Һуңынан үҙем дә халыҡ йырҙарын башҡара башлағас, ул йырҙың “Илсе Ғайса” булыуын аңланым. Атайымдың әсәһе – ҡартәсәйем дә йыр-моңға маһир булды, йырларға яратты. Ул таланттары менән республикала киң билдәле булған Буранбай ауылынан ине. Бына шулай, бәләкәстән йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтем. Ләкин минең сәнғәт юлынан китеүемә ата-әсәйем күп көс һалды. Улар бәләкәстән төрлө конкурстарға алып йөрөтмәһәләр, концерттарҙа сығыш яһатмаһалар, үрҙә әйтеп китеүемсә, бәлки, врач һөнәрен һайлаған булыр инем. 

- Тыуған ауылыңа йыш ҡайтып йөрөйһөңмө?

- Өфөлә йәшәгән саҡта һирәк ҡайта торғайным. Әле Сибайға күсеп ҡайтҡас, мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Әҙерәк кенә ата-әсәйемде һағына башлаһам, йәһәт кенә йыйынып, ҡайтып әйләнәм.

- Хеҙмәт юлың ҡайҙан башланды?

- 2004 йылда Сибай сәнғәт колледжын тамамлағас, уҡытыусыларым шунда уҡ вокал уҡытыусыһы булып ҡалырға саҡырҙы. Уларҙың кәңәшен тотоп, хеҙмәт юлымды тап үҙемә белем биргән сәнғәт колледжында башланым. Көн дә иртән дәресен студенттарҙың тауыштарын көйләү күнекмәләренән башлап, үҙем белгәнде йәш йырсыларға өйрәтергә тырыштым.

Артабан белемемде камиллаштырыу теләге менән ул ваҡыттағы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡырға индем. Һуңынан ике йыл Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләп алдым. Артабан Өфө ҡалаһына күсеп килдек. Ул йылдарҙа Земфира Байбулдина етәкселегендәге “Гәлсәр һандуғас” продюсер үҙәгендә эшләү бәхете тейҙе. Һуңынан “Тылсымлы ҡурай” тапшырыуының тауыш режиссеры, артабан яңылыҡтар бүлегендә эшләп алдым. Был йылдар миңә бай тәжрибә тупларға мөмкинлек бирҙе. Шунлыҡтан һөнәри ҙур сәхнәгә тулы әҙерлек менән сыҡтым, тип әйтергә була.

  • Бөгөн ҡайҙа һәм кем булып эшләйһең?

- Сибай концерт-театр берекмәһендә вокал артисы булып эшләйем. Ҙур, яҡты бинала ижад диңгеҙендә рәхәтләнеп, ҡолас ташлап йөҙөргә мөмкин. Күп кешеләр менән эшләү, улар менән аралашыу әйтеп бөткөһөҙ көс бирә. Был – минең юлым, минең тормошом. Минең өсөн сәхнә – күңел талабы, тип ышаныслы әйтә алам. Бының ысын шулай икәненә үҙ һөнәрем буйынса түгел, ә икенсе өлкәлә эшләгәнемдә ныҡлап инандым. Сәхнәлә йырлап торам икән, тип төштәр күреп, һаташҡан ваҡыттар ҙа аҙ булманы. Ҡайһы саҡ таныштар араһында, һаман филармонияла эшләп йөрөйһөңмө, ниңә икенсерәк, аҡсалыраҡ эш эҙләп ҡарамайһың, тигәндәр бар. Сәхнә “ауырыуын” белмәгән кешеләр быны аңламаясаҡ.

- Һинең репертуарҙа ниндәй йырҙар бар?

- Төрлөһө. Репертуарымда еңел-елпе йырҙар юҡ. Заманса йырҙары менән бер рәттән халыҡ йырҙарын да яратып башҡарам. Ғөмүмән, йырҙарҙы бик уйлап, һайлап ҡына алам. Тәүҙә, был йыр халыҡҡа оҡшармы икән, тигән һорау ҡуям. Репертуарыма урта быуын кешеләренең күңеленә тап килерлек йырҙарҙы ғына һайлап алырға тырышам.

- Концерттар менән гастролдәргә күп сығып йөрөргә тура киләме?

- Беҙ шуның өсөн дә артист бит инде. Мөхәммәт тауға килмәһә, тау үҙе Мөхәммәткә бара, тигән принцип менән эш итәбеҙ. Ғөмүмән, артистарҙың ярты ғүмере юлда үтә. Бөтәһе лә концерт ҡарарға йә Баймаҡҡа, йә Сибайға килә алмай бит. Шунлыҡтан урындарға сығып, халыҡҡа йыр-моң таратып, халыҡтың алҡыштарынан көс-дәрт алып йәшәйбеҙ. Һәр концерт миҙгеленә яңынан-яңы сығыштар әҙерләйбеҙ.

- Йырсы булараҡ, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашаһың...

- Эйе, шунһыҙ мөмкин түгел. Үҙеңде күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап, тәжрибә уртаҡлашыу беҙҙең эшкә ҙур йоғонто яһай. Бөгөн күп халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты, дипломант исемдәрен яуланым.

- Ғаиләң тураһында бер нисә һүҙ.

- Кәләшем Юлиә лә тәүге һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе. Ул да Сибай сәнғәт колледжының фортепиано класын тамамланы. Уға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Оҙаҡ уйлап тормай ғаилә ҡорҙоҡ. Бөгөн беҙ дүрт ул үҫтерәбеҙ: Наил, Артур, Эльмар, Самир.

- Юлиә лә сәнғәт юлынан киттеме?

- Юҡ, ул һөнәрен алыштырҙы. Парикмахерға уҡып алып, матурлыҡ салонында эшләне. Бөгөн ул декрет ялында.

- Улдарығыҙ йырлаймы?

- Юҡ. Улар бөтөнләй икенсе шөғөлдө үҙ итә. Өлкән улым бокс секцияһына йөрөй. Өсөнсөһө сәнғәт мәктәбендә һүрәт төшөү бүлегендә шөғөлләнә.

- Ниндәй пландар менән йәшәйһең?

- План бөтөнләй ҡормайым, тип әйтә алмайым. Бар улар. Ләкин кешеләргә ҡысҡырып әйтмәйем. Улар хаҡында яҡындарым менән дә, туғандарым менән дә, дуҫтарым менән дә бүлешергә тырышмайым. Сөнки араларында барыбер ҙә: “Уй, ауыр бит ул, килтереп сығара алырһыңмы икән?” – тип әйтеүселәр табыла. Шуның менән минең ынтылышҡа кәртә ҡуялар. Һөҙөмтәлә, ярты уңыш юҡҡа сыҡты, тигән һүҙ. Мостай Кәримдең: “Өркөтөүҙән ҡурҡам”, - тип әйткән бер матур һүҙе бар. Шуны күҙ алдында тотоп, пландарым хаҡында кешеләргә өндәшмәүҙе хуп күрәм.

- Ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанһың?

- Игеҙәктәр. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар сәнғәткә ғашиҡ, романтиктар, хисле кешеләр. Был һыҙаттар миңә тап киләлер, тип уйлайым.

- Яратҡан миҙгелең?

- Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы. Барыһын да, бер тигеҙ яратам.

- Спортҡа ҡарашың нисек?

- Мәктәп йылдарында уҡ уҡ спортҡа һөйөү тәрбиәләнеләр, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандаланылар. Бигерәк тә еңел атлетиканы үҙ иттем. Алыҫ дистанцияларға йүгерергә ярата инем. Бөгөн дә спорт миңә ярҙам итә, сәхнәлә бейеү хәрәкәттәрен еңел башҡарам, арыуҙы тоймайым.

- Яратҡан нәфис фильмың бармы?

- Ысын булған хәл-ваҡиғаларға бәйле төшөрөлгән совет фильмдарын ҡарарға яратам. Мәҫәлән, “А зори здесь тихие”, “Вечный зов” һәм башҡалар.

- Сәхнәнән тыш яратҡан шөғөлөгөҙ бармы?

- Атайҙан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ҡулым бөтә эште лә белә. Был маҡтаныу түгел. Ысынында ла шулай. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡҡаным юҡ. Ваҡытында үҙемдең төҙөлөш бригадаһын булдырып, егеттәр менән йорттар һалдыҡ, Аша ҡалаһында мәсет төҙөп ултырттыҡ. Бөгөн был йүнәлеште туҡтатҡанбыҙ. Әле көнкүреш техникаһын, смартфондарҙы ремонтлау, компьютерҙар йыйыу, микросхемалар, конденсаторҙар алмаштырыу менән мауығам.

- Бала саҡ һағындырамы?

- Әлбиттә. Иң ғәмһеҙ, бер ниндәй проблемаһыҙ, атай менән әсәйгә иркәләнеп, уларға һалынып үҫкән мәл – иң яҡты хәтирәләр булып ҡалған. Бәләкәй саҡта мин ниңәлер үҙемдән бер-ике йәшкә бәләкәйерәк малайҙар менән уйнай инем. Биксура тип аталған урман буйында уйынсыҡ машиналар һөйрәп, бәләкәс кенә өйҙәр яһап, ашарға ла онотоп, көндәр буйы өйгә лә ҡайтырға онотоп уйнай торғайныҡ. Бер генә минутҡа булһа ла ана шул шуҡ малай мәлдәремә ҡайтҡым килеп китә. Бергә уйнап үҫкән малайҙар күптән атай булып бөттө. Улар менән аралашып торабыҙ, барыһы ла ғаиләле.

- Тормош девизың ниндәй?

- Кеше булып ҡалырға, юғалып ҡалмаҫҡа. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тигән халыҡ әйтеменә таянып эшләйем һәм йәшәйем.

- Фаил Фәйзрахман улы, тағы ла бейегерәк ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Баймаҡтар һеҙҙе һәр ваҡытта ла үҙ сәхнәһендә көтөп ҡала!

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

“Сәхнә – минең юлым, минең тормошом”
“Сәхнә – минең юлым, минең тормошом”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: