Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель , 10:15

Смехотерапия

"Ирәндек", "Йәшлек", "Экзотик", "Нурсдэнс" бейеү коллективтары башҡарыуында сағыу, үҙенсәлекле бейеүҙәр, "Мирфәйзә", "Сураш", "Ирәндек таңдары", "Аманат" вокаль-инструменталь ансамблдәренең тыуған төйәктең, тормоштоң һәм йәшлектең гүзәллеген сағылдырған дәртле йырҙары,  "Асыш" төркөмөнөң һәм яңғыҙ башҡарыусылар Сөмбөл Юлбахтина, Динә Аҡназарова, Руслан Тимербулатов, Юлиә Бәхтиева, Ғәлинур Хәмитовтың мөхәббәт тураһындағы композициялары, Марина Шәрипова менән Илнур Аслаевтың юмористик миниатюралары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.  

Смехотерапия
Смехотерапия

"СМЕХОТЕРАПИЯ"

Халыҡ ижады үҙәгендә үткән сираттағы шәп концерт тап шулай аталды. Күңелле лә, дәртле лә сара 1 апрелдәге көлкө көнөнә арналды. 

Былай ҙа мәшәҡәтле заманды һәр төрлө ҡазалар тағы ла ҡарараҡ төҫкә буяп ҡына тора. Саҡ ҡына булһа ла проблемаларҙы онотоп, үҙеңә "перезагрузка" эшләү өсөн был концерт күптәр өсөн бик тә ярап ҡалды. 

"Ирәндек", "Йәшлек", "Экзотик", "Нурсдэнс" бейеү коллективтары башҡарыуында сағыу, үҙенсәлекле бейеүҙәр, "Мирфәйзә", "Сураш", "Ирәндек таңдары", "Аманат" вокаль-инструменталь ансамблдәренең тыуған төйәктең, тормоштоң һәм йәшлектең гүзәллеген сағылдырған дәртле йырҙары,  "Асыш" төркөмөнөң һәм яңғыҙ башҡарыусылар Сөмбөл Юлбахтина, Динә Аҡназарова, Руслан Тимербулатов, Юлиә Бәхтиева, Ғәлинур Хәмитовтың мөхәббәт тураһындағы композициялары, Марина Шәрипова менән Илнур Аслаевтың юмористик миниатюралары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: