-3 °С
Болотло
28 март көнө "Башҡортостан" концерт залында ғалим-фольклорсылар һәм этнографтар, ижади интеллигенция вәкилдәре һәм халыҡ ижады үҙәге белгестәре объекттарҙы республика халыҡтарының этномәҙәни байлыҡтарының Берҙәм реестрына индереү мәсьәләһен хәл итте. Реестрға Ишмөхәмәт ауылы ағинәйҙәре тәҡдим иткән "Бала һатып алыу" йолаһы ошо реестрға инде. Ағинәйҙәр етәксеһе Миңһылыу Шәрифулла ҡыҙы "Бала һатып алыу "йолаһын мәртәбәле ғалим-фольклорсылар М.Бураҡаева, А.Айытколов, Р.Ғәбитов кеүек шәхестәр алдында яҡлап сығыш яһаны һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булды.