Һиндостан – хыялдар иле
Беҙ - бала саҡта һинд киноларын ҡарап, шундағы артистарға ғашиҡ булып үҫкән быуын. Һинд ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәренә оҡшатып кейенеп, уларса йырлап, бейей инек. Ҙу райғас мотлаҡ Һиндостанды барып күреү теләге менән янып йәшәнек. Тора-бара ҡараштар үҙгәрҙе. Ләкин арабыҙҙа бала саҡ хыялына тоғро ҡалғандар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Баймаҡ ҡалаһынан Рәмилә Моратова.
- Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы, Һиндостан һеҙҙе үҙегеҙгә нисек ғашиҡ иттерҙе?
- Тәүҙә, әлбиттә, һинд киноларынан. Ауылыбыҙға килһә, бер үк фильмды ҡат-ҡат ҡарарға бара инем. Һуңынан уларҙың мөхите менән янып йәшәй башлайым. Яңы йыл маскарадына күлдәктәр тектем. Ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ тауар булманы бит. Шунлыҡтан береһен яҫтыҡ тыштарынан, икенсеһен апайымдарҙың туй флагынан, өсөнсөһөн бәләкәсәйгән күлдәктәремдән тектем. Төрлө ялтырауыҡтар өҫтәп тегеп, бик матур килеп сыҡҡайны улар.
Бала саҡ хыялына нисек тоғро ҡала алдығыҙ?
Был хыялым мине бер ҡасан да ташламаны. Тормош иптәшем Һиндостанға барырға теләгем бик ҙур булыуын яҡшы белә ине. Шунлыҡтан һинд киноларын ҡарап, йырҙарын тыңлап күңелемде баҫа инем. 2015 йылда Өфөлә ШОС БРИКС саммиты үтте. Тормош иптәшем Фәрит Әхмәтғәли улы ул йылдары полицияла эшләй ине әле. Бер төркөм хеҙмәттәштәре менән уны ла йәмәғәт тәртибен һаҡлауға йәлеп иттеләр. Шул ваҡытта Һиндостандан килгән делегация менән танышҡан. Тыуған көнөмә, 18 авгусҡа, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Миңә матур итеп башҡорт милли аш-һыуын бешерергә әйтте. Сәбәбен белмәйем бит инде. Ләкин был көндө сюрприз килеп сыҡманы. Әммә бер нисә көндән улар килеп төштө. Шулай танышып киттек Саджал һәм Харун менән.
Улар менән ниндәй телдә аралаштығыҙ?
Рус телендә. Улар икеһе лә Өфө дәүләт авиация университетында уҡый ине. Ләкин шуныһы ҡыҙыҡ, башҡорт һәм һинд телдәрендә оҡшаш һүҙҙәр күп. Саджал менән 15 минут эсендә илленән ашыу оҡшаш һүҙ таптыҡ. Мәҫәлән, донъя – дуния, һәр – һар, азат – азат, мөхәббәт – мухабат һәм башҡалар. “Мин һине яратам” тигән һүҙбәйләнеш уларҙа “Мэ тумсэ пьяр карти һу”. “Пьяр карти һу” - яратам, тигәнде аңлата. Теләк булғанда һинд телендә һөйләшергә мөмкин.
Һинд дуҫтарығыҙға Баймаҡ оҡшанымы?
Әлбиттә. Беҙ уларҙы Талҡаҫҡа алып барҙыҡ. Сибай карьерында булдыҡ. Манһырҙа бейә һауып, ҡымыҙ бешеп күрһәттеләр. Улар иҫерткес эсемлек эсмәй, әммә ҡымыҙҙы шундай яраттылар.
Артабан дуҫлыҡ ептәре нисек үрләне?
Шул йылдың сентябрендә ҡорбан байрамы булды. Беҙ тормош иптәшем менән әҙерләнеп, мул күстәнәстәр алып, Өфөгә сығып киттек. Бишбармаҡ, ҡымыҙ ҙа алған инек. Ун һигеҙ көньяҡ Азия илдәренән килгән утыҙлаған ҡыҙ һәм егетте һыйланыҡ. Минең ыңғайыма йөрөгән иптәшемә рәхмәт инде. Хәҙер уйлайбыҙ ҙа аптырайбыҙ, ниңә шулай йөрөнөк икән, тип. Хыял инде, хыял йөрөткән.
Киләһе осрашыуға иһә улар саҡырҙы. 7 ноябрь һиндтарҙың дивали, йәғни ут байрамы икән. Өфөлә шул ҡәҙәр матур байрам ойошторҙолар. Үҙҙәренең милли кейемдәрендә йырланылар, бейенеләр. Күҙем ҡыҙып, һоҡланып ҡарап ултырҙым. Шунда башыма фекер килде – уларҙы Баймаҡҡа алып ҡайтып, концерт ҡуйҙырырға.
Эйе, иҫләйем. Шул ҡәҙәр һоҡланғыс, матур концерт булғайны ул!
Ике тапҡыр концерт ҡуйҙылар. 2015 йылдың декабрендә Баймаҡта, ә 2016 йылда Сибайҙа һәм Темәстә. Халыҡ шул ҡәҙәр уларҙы яратып ҡабул итте. Ни тиһәң дә һиндтарҙы кинола ғына күреп өйрәнгәнбеҙ бит инде. Ә бында улар үҙҙәре: ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙ милли кейемдәрендә килеп сығыш яһай! Беҙҙең арала дуҫтар табып, оҙаҡ ҡына аралышып торҙолар.
Һиндостанға барыу теләген шулай баҫтығыҙмы?
Мин ғүмеремдә лә унда бара алмаҫмын кеүек тойолһа ла күңелемдең төбөндә генә бер осҡон баҫҡып яна ине. Сөнки иптәшем полицияла эшләгәс, сит илгә сығырға рөхсәт ителмәне. Эштән киткәс тә өс йыл шул талапты күҙәтергә кәрәк. Был осорҙа Саджал өйләнде. 2016 йылда рус ҡыҙы менән ғаилә ҡорҙо. Туйҙары Өфөлә булды. Ләкин әлеге лә баяғы эш арҡаһында беҙ беренсе көнөнә бара алманыҡ. Иртәгеһенә генә эләктек. Саджалдан нимә бүләк итергә, тип һораған инек, ул: “Һиндтарҙы бер нәмә менән дә ғәжәпләндереү мөмкин түгел”, - тине шаяртып. Шунлыҡтан йәш ғаиләгә һәм ата-әсәһенә үҙ ҡулым менән бүләктәр әҙерләнем. Әсәһенә тип ырғаҡ менән ирис ептән түңәрәк скатерть бәйләнем. Атаһына сейләндән ҡулъяулыҡ сиктем. Ағастан һырлап эшләнгән фигуралар һәм башҡорт балы бүләк иттек. Туй күңелле үтте. Улар менән бергәләп концерт ҡуйған ваҡыттарында өйрәнеп алған бхангра бейеүен башҡарҙыҡ. Әлеге ваҡытта Саджалдың иике улы үҫә.
Тағы ла һинд ҡыҙы Рия менән дә яҡындан дуҫлашып киттек. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыны, гинеколог. Үҙҙәренә ҡайтҡас, имтихан тапшырып, онколог һөнәрен дә үҙләштерҙе. Бөгөн ул Дели ҡалаһында ҙур ғына дауаханала врач булып эшләй. Өфөлә саҡта ул: “Самауыр сәйен эскем килә”, - тип беҙгә йыш ҡына килә торғайны. Үҙем дә Өфөгә юлым төшкән һайын, башҡорт аш-һыуын, тәмлекәстәр алып барып етә торғайным.
Ә шулай ҙа бәхет йылмайҙы – күптән түгел һеҙ Һиндостанға барып ҡайттығыҙ...
Эйе, ниһайәт бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Ваҡыт үтеү менән бөтә тыйыуҙар алынды. Иптәшемдең дә, үҙемдең дә хәҙер юлыбыҙ асыҡ. Шунлыҡтан тәүҙә карта алып, интернет селтәре аша үҙебеҙгә маршрут төҙөп алғайныҡ. Һинд дуҫтар улай беҙгә ҡыйбатҡа төшәсәк, тип сәйәхәтте үҙҙәре ойошторҙо. Барлыҡ әҙерлек эштәрен үтеп, таңғы сәғәт 4-тә Дели ҡалаһына самолетта килеп төштөк. Улар беҙҙе машиналарҙа ҡаршы алды. Алдан һөйләшеп ҡуйылған кафела ашап алып, ҡунаҡханала урынлаштыҡ. Саджал беҙгә ике егетте беркетеп ҡуйған ине. Улар беҙҙе һәр ҡайҙа оҙатып йөрөнө.
Сәйәхәтте ҡайҙан башланығыҙ?
Агра ҡалаһынан. Беҙҙе оҙатып йөрөгән Әнис исемле егет Тадж-Махал һарайына алып барҙы. Ул донъялағы ете мөғжизәнең береһе булып һанала. Уны батша үҙенең ҡатынына һөйөүен белгертеп, Джамна йылғаһы буйында аҡ мәрмәрҙән төҙөткән. Иҫ китмәле матур хан һарайы инде ул! Һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, күрергә кәрәк. Шунда уҡ фотосессия, видеоға төшөрәләр. Өс мең һумға альбомы менән бергә 30 фото эшләтеп алдыҡ. Беҙҙең өсөн ул шәп бүләк булды.
Таж-Махалдың мөйөштәрендә минарет кеүек ҡоролмалар урынлаштырылған. Улар дүрт ҡырлы. Алыҫтаныраҡ китеп ҡараһаң 12 ҡырлы һымаҡ күренә. Тимәк, 16-сы быуаттарҙа уҡ архитекторҙар 3D форматта эшләй белгән килеп сығамы? Шуға аптыраныҡ. Бында Урал тауынан алынған лазуриттар ҡулланылған, тип әйттеләр. Шул ҡәҙәр алыҫ ерҙә үҙебеҙҙең тыуған ерҙең бер өлөшөн тойоу күңелгә йылылыҡ бирҙе.
Әйткәндәй, Һиндостанда төрлө ҡиммәтле таштар күп һәм уларҙы ҡуллана беләләр. Ювелир салондарында алтын һәм көмөштө берләштереп эшләнгән төрлө биҙәүестәр күп.
Агра ҡалаһында тағы ла Лял Кила (Ҡыҙыл форт) тип аталған ерҙә булдыҡ. Ул батшалыҡтың иң ҙур һарайы. Тирә-яғы тап-таҙа. Бер генә сүп тә күрмәҫһең. Ғөмүмән, Һиндостандың ҡайһы ерендә генә булһаҡ та төнө буйы ерҙе һепергән тауыш яңғырап тора. Иртәнсәк урамда бер генә сүп тә тапмаҫһың.
Беҙ шулай уҡ Джайпур ҡалаһында 16-17 быуаттарҙа төҙөлгән Хава-Махалды барып күрҙек. Ул ярым ай формаһында ҡыҙыл мәрмәрҙән яһалған. Тәҙрәләре көҙгө һымаҡ тыштан ялтырап тора. Принцессалар шунан тороп урамды күҙәткән. Тыштан эс яҡ күренмәй.
Иҫке Джайпурҙа урынлашҡан көҙгөлө һарайҙа булдығыҙмы?
Эйе, барҙыҡ. Иҫ киткес матур һарай! Стеналары алтын, көмөштән яһалған залға индермәнеләр. Ситтән килгәндәр уларҙы соҡоп, яҙып, боҙоп китмәһен өсөн бикләп, ныҡ һаҡлайҙар. Шунлыҡтан ябырға мәжбүр булғандар. Фото-видеоға төшөрөү өсөн бәләкәй генә уйым ҡалдырғандар. Бейек тау башында Джайпурҙы ҡарай торған майҙансыҡ бар. Унда ла тигр, йыландар күп, тип ҡурҡыттылар. Шулай ҙа мендек. Өҫтән Джайпур ҡалаһын күреп, тағы ла бер һоҡландыҡ. Халыҡ ныҡ күп йәшәгәнен шунда күрҙек, өйҙәр бер-береһе менән ныҡ тығыҙ ултыра. Шул тау башында Башҡортостан, Баймаҡ флагтары менән фотоға төштөк.
Хыял диңгеҙе һеҙҙе тағы ҡайһы ерҙәргә ташланы?
Гоаға барҙыҡ. Делинан ике сәғәт самолетта остоҡ. Унда икәүләп кенә барған инек. Беҙҙе таксист көтөп тора ине. Гоала дүрт көн булдыҡ. Бында индустарға оҡшамаған халыҡ йәшәй. Күберәк португалдарға, Көньяҡ Америка халҡына тартымдар. Телдәре лә икенсе. Инглизсә лә, һинд телен дә аңламайҙар. Улар менән ым-ишара менән аралаштыҡ. Рус аш-һыуы әҙерләгән кафе табып алып, шунда туҡланып йөрөнөк. Һинд океанында булдыҡ. Һуңынан Дутһсагар, йәғни һөт шарлауығында булдыҡ. Ул дүрткә бүленеп бейек тау башынан ағып төшә. Һыуы таштан-ташҡа бәрелеп аҡҡанғалыр, ап-аҡ төҫтә ул. Иҫ китмәле инде, һыуы тап-таҙа. Бында туристарҙың иң популяр ял итеү базаһы урынлашҡан. Һыу төшкән кешеләр күп ине. Тормош иптәшем дә һыу инде, мин ҡыйманым. Уның әйтеүенсә, һыуы һалҡын ине.
Һуңынан Райпурҙа булдыҡ, бик хәтәр урын. Канкэрға ла барҙыҡ. Ул беҙҙең Баймаҡ һымағыраҡ ҡала. Ул джунгли инде. Ҡара айыу ҙа, тигр ҙа, гепард, маймылдар күп, тип әйттеләр. Кешегә ташланған осраҡтарын күрмәнек. Ҡораллы кешеләр күп. Бәлки, шунан да ҡурҡаларҙыр. Ә бына ике аҙна эсендә бер тапҡыр ҙа йылан осраманы.
Тағы ла Кутб Минар, Һиндостан ҡапҡаһы, Джама мәсете, Лотос храмы, Кришнаид храмын ҡараныҡ. Делила ташландыҡ металл киҫәктәренән эшләнгән архитектура һындары иҫтә ҡалған. Ә бына Акшардхам храмы иҫ китмәле матур инде. Ул 2005 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Иң ҙур храм булараҡ Гиннестар рекорды китабына ингән. Эскә телефонды индерергә рөхсәт итмәнеләр. Фото-видеоға төшөрөү тыйылған. Акшардхам храмында һиндтарҙың тулы тарихы сағылдырылған. Тәрбиәүи яҡтан бик көслө мемориаль комплекс инде ул. Ата-әсәләр балалары менән бергә килеп үҙҙәренең тарихы менән таныштыра ала. Мәғлүмәтте робот-кешеләр бирә. Рия тәржемә яһап, ҡыҫҡаса аңлатып бирҙе. Ләкин робот-гидтарҙың һинд телендә шундай интонация менән һөйләүен тыңлап ҡына ла нимә тураһында һүҙ барғанын аңларға мөмкин. Ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш тула. Беҙҙең дә бит шундай иҫ китмәле “Урал батыр” эпосыбыҙ бар. Уның нигеҙендә лә шул ҡәҙәр бай тарих ята. Шул ваҡытта Башҡортостанда ла шуның кеүек “Урал батыр” комплексын булдырһындар ине, тигән фекер тыуҙы.
Һеҙ Һиндостандың бик күп ерҙәрендә булғанһығыҙ. Ә Башҡортостанды беләләрме?
Юҡ, белмәйҙәр. Рәсәй, Башҡортостан, Өфө тип әйтһәң, интернеттан эҙләп ҡарайҙар. Ҡыҙыҡһынып һорашалар. Үҙем менән башҡорт милли күлдәгемде алмағаныма үкендем. Селтәремде генә һалып алғайным. Шуның менән ҡайһы бер ерҙә фотоға төштөм.
Әйткәндәй, мәктәп, мәғариф системаһы менән танышыу мөмкинлеге булдымы?
Эйе, унда дәүләт һәм шәхси мәктәптәр бар. Саджалдың ата-әсәләре йәшәгән Канкэр ҡалаһындағы шәхси мәктәп менән таныштыҡ. Саджалдың һеңлеһенең улы уҡыған мәктәп менән һөйләшкәндәр ине, шуны барып ҡараныҡ. Йылына утыҙ мең һум түләйҙәр. Директоры ҡаршы алып оҙатып йөрөнө. Уҡыу кабинеттары ҙур ғына. Унда берҙәм төҫ тигән нәмә юҡ. Парталар ҙа төрлө төҫтә, стеналар ҙа, хатта лампалар ҙа төрлөсә балҡый. Түбәгә һинд һәм инглиз телендә хәрефтәр, һандар яҙылған. Тәҙрәнең өҫкө өлөшөнә ҡуйылған кәштәләрҙә китаптар теҙеп һалынған.
Әйткәндәй, Һиндостанда балалар баҡсаһы юҡ. Балалар дүрт йәштән уҡый башлай. 12 класс белем алалар. Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-гә тиклем дәрес бара. Өлкән кластар киске 6-ға тиклем уҡый. Уҡытыусылар сари кейеп йөрөй. Ә уҡыусыларҙың берҙәм мәктәп формаһы кейә. Һәр мәктәптең үҙенең айырым формаһы бар. Урамда китеп барғанда уҡ ҡайһы уҡыусының ниндәй мәктәптә уҡығанын белергә була. Уҡыусылар менән фотоға төштөк. Беҙҙе шундай йылы ҡаршы алдылар. “Мине ҡосаҡланы”, “Миңә ҡарап йылмайҙы”, “Мине башымдан һыйпаны”, тип ҡыуандылар. Ләкин беҙҙә балалар баҡсаһы ла, мәктәптәр ҙә, ғөмүмән мәғариф системаһы күпкә яҡшыраҡ, тигән фекерҙә ҡалдыҡ.
Унда патриотик тәрбиә бик ныҡ көслө. Мәктәптәрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә уҡыусылар ҙа, мәктәп коллективы ла линейкаға теҙелеп, дәүләт гимнын йырлай. Көн һайын. Был мотлаҡ. Гимнды ишеткән һәр кем ҡайҙа китеп барыуына ҡарамаҫтан, туҡтап, аяғүрә баҫып тыңларға бурыслы. Йырлап бөтмәйенсә бер кем дә ҡуҙғалмай. Шуны ла өҫтәп әйтәйем, ҡайҙа ҡарама бөтә ерҙә лә Һиндостандың дәүләт флагын күрергә була. Улар йыш-йыш итеп, һәр ҡайҙа эленгән.
Һиндтарҙың көнкүреше нисек?
Беҙ Канкэр ҡалаһында Саджалдың әсәләре йәшәгән йортта булдыҡ. Әсәһе беҙҙе үҙҙәренең йолаһына ярашлы ҡабул итте: маңлайыбыҙға ҡыҙыл һөртөп, тәмле-татлы ҡаптырҙы. Беҙ ҙә ихтирам күрһәтеп ҡулдарыбыҙҙы уның аяғына тигеҙеп алдыҡ. Тормош иптәшемде “улым, миңә “килен” тип өндәште. Уларҙың өйө өс ҡатлы. Икәүһендә йоҡо, ял итеү, аш-һыу бүлмәләре, ә өсөнсөһөндә йыуынып сығыу бүлмәһе, террасса урынлашҡан. Уларҙа ишек алды юҡ. Урам һәм бер-бер артлы теҙелеп киткән өйҙәр. Тупһанан уҡ өйгә эләгәһең. Ҡала урамдарында тротуар юҡ. Йәйәүлеләр өсөн дә, машиналар өсөн дә бер юл. Хәрәкәт мыжғып тора. Шунда ат егеп тә, велосипедта ла йөрөйҙәр. Бер юл-транспорт ваҡиғаһын осратманыҡ. “Мотлаҡ сигнал бирергә” тигән юл тамғалары бар. Сигнал биргән тауыштарҙан тирә-яҡ яңғырап тора. Үҙҙәре өйрәнеп бөткәндер инде, иғтибар итмәйҙәр. Ә беҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ яңғырап торған машина тауышын ишетеү ҡыйыныраҡ булды. Ул тауыштан әле лә ҡолаҡ сыңлап торған һымаҡ.
Һиндтарҙа ғаиләлә кем баш?
Ирҙәр. Ғөмүмән, Һиндостанда ҡайҙа ҡарама гел ир-егеттәр эшләй. Улар ғаиләне туйындырыусы, тәьмин итеүсе. Беҙ булып киткән ҡунаҡханаларҙа ла гел генә ир-егеттәр генә эшләй. Ә ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә яраҡлаштырыусы, балалар тәрбиәләй. Бынан тыш уларҙа атай-әсәйгә, ололарға оло хөрмәт менән ҡарайҙар.
Йәшәү кимәле нисек?
Төрлөсә. Байҙар, ярлылар бар. Шунлыҡтан йәшәү кимәле лә статустарына ҡарап ҡоролған. Медицина түләүле. “Ашығыс ярҙам” саҡыртһаң водителгә лә түләргә кәрәк. Ауырыуҙы носилкаға һалып дауаханаға индереүселәргә лә хаҡ бар. Шуға күрә лә унда халыҡ медицинаһы киң үҫешкәндер, тип уйлайым.
Унда шул ҡәҙәр контраст көслө. Саджалдың әсәләренең өйө өс ҡатлы, матур йорт. Ә эргәһендә генә бер яғы емерелгән өй ултыра. Унда яңғыҙы ғына йәшәгән бер әбей көн күрә, тинеләр. Йәғни ярлылар һәм байҙар өсөн айырым микрорайон ҡаралмаған.
Делила өйҙәр беҙҙекенә оҡшамаған. Ҡайһы бер стенала бөтөнләй тәҙрә юҡ. Булғандары ла бәләкәй генә. Климатҡа ярашлы шулай төҙөлгәндер, моғайын. Халыҡ йоҡларға ятҡас, төнө буйы ер һеперәләр. Иртәнсәк торғас, бөтә ерҙә лә таҙалыҡ. Беҙ килгән өсөн генә түгел бит инде. Уларҙа шул тәртип һалынған.
Ә сауҙа нөктәләре ни һөйләй?
Беҙҙе магазиндар буйлап Саджалдың әсәһе алып йөрөгәйне. Бүләккә, тип күлдәктәр алып һөйөндөрҙө. Әйткәндәй, Һиндостанда кейем дә, аҙыҡ-түлек тә арзан. Джайпурҙа булғанда ҡунаҡханала ашарға тип бер пакет емеш-еләк алғайныҡ. Уның өсөн ни бары 70 һум түләнек. Кафела дүрт кеше бер мең һумға ашап сыға ала. Тағы ла шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте – бер генә ерҙә лә инглиз йәки башҡа сит телдәрҙә яҙылған алтаҡталар күрмәнек. Улар бөтәһе лә һинд телендә. Әйткәндәй, унда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр күп. Боронғо ысул менән туҡымаларҙы тәбиғи төҫтәргә буяп, биҙәк һалғандарын күрһәттеләр. Мәрмәрҙе сүкеп, төрлө һындар эшләгән ерҙә лә булдыҡ. Биҙәүестәр яһаған цехтарға барҙыҡ. Урамдарҙа мәрмәр таштарҙы соҡоп эшләнгән төрлө фигуралар, һындар теҙелеп киткән. Уларҙы бер кем дә боҙмай ҙа, емермәй ҙә. Вандализм тигән нәмә бөтөнләй күҙгә ташланманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә ҡайһы бер осраҡта уның бөтөнләй икенсеһен күҙәтергә тура килә.
Беҙҙең бер һум уларҙы күпме?
Яҡынса алып әйткәндә, беҙҙең бер һум уларҙың 1 һум да 20 тин һымаҡ.
Һиндостанда халыҡ ниндәй килемгә йәшәй?
Һиндостанда производство киң үҫешкән. Ә беҙ төрлө тәмләткестәр үҫкән плантацияла булдыҡ. Гоала штатында шафран, ваниль, куркума, кардамон, мускат сәтләүеге һәм башҡа тәмлекәстәр күп үҫтерелә. Уларҙы тотоп ҡарап, күреп, еҫкәп тә ҡараныҡ. Ҡайһы берҙәренең исемдәрен белеү түгел, беҙҙең яҡтарҙа күргәнебеҙ ҙә юҡ. Ә бына Райпур, Канкэр яҡтарында рис баҫыуҙары күпләп үҫә. Бер ерҙә рис ярмаһының йәш үҫемлектәрен ҡулдан ултыртып йөрөгәндәрен күрҙек. Плантациялар беҙҙең яҡтағы кеүек киң баҫыуҙарға оҡшамаған. Улар квадрат формаһында. Ситтәре бейек тупраҡтар менән өйөп нығытылған. Дым тотоу өсөн шулай эшләнелгән, тип аңлаттылар.
Ә һеҙ һинд ашы бешереп ҡаранығыҙмы?
Баймаҡта саҡта уҡ мин интернеттан ҡарап чапати, роти бешерергә өйрәнгән инем. Беҙҙеңсә ул ҡыҫтыбый һымаҡ килеп сыға инде. Тегендә лә уларҙы бешереп күрһәттем. Тәмле килеп сыҡты, яратып ашанылар. Ә шулай ҙа һиндтар күберәк урамдағы кафеларҙа туҡланалыр, моғайын, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Сөнки уларҙа тышта, урамда ултырып ашау ябай күренеш. Һиндостанда сәй етештерһәләр ҙә, үҙҙәре сәй эсмәй. Күберәк һыу эсәләр. Һөткә шәкәр ҡушып, масала тәмләткесе һалып әҙерләнгән эсемлеккә өҫтөнлөк бирәләр. Шунда уҡ емештәрҙе һығып, һутын һатып торалар. Кокос һутын тәмләп, һуңынан майын ашап ҡараныҡ. Урамда ҡаҙан аҫып, күмер һалып картуф та бешерәләр. Уларҙы таҙартып, матур итеп ҡағыҙға урап бирәләр. Әйткәндәй, картуфтың ғына ла бында әллә нисә төрө бар. Ҡыяр һымаҡ оҙонса булған күкһелдәрен дә ашап ҡараныҡ.
Ғөмүмән, Саджал беҙгә килһә аптырай. Һыуытҡыс, баҙ тулы аҙыҡ, емеш-йәшелсә бит инде. Консерволаған турамалар, һуттар күп итеп эшләйбеҙ. “Ни өсөн шулай күп алаһығыҙ? Кәрәк икән магазиндарҙан сығаһың да алаһың”, - ти. Беҙҙә халыҡ ғәҙәттә, һуғым һуйып, көҙҙән күпләп ит әҙерләп ҡуя бит. Ә унда ит ашағың килһә баҙарға бараһың да алаһың. Тауыҡтарҙы шунда уҡ салып, таҙартып торалар. Балыҡ та шулай. Йөҙөп йөрөгәндәрен тотоп, таҙартып һаталар.
Беҙҙә йылдың дүрт миҙгеле лә бар. Ә унда?
Унда ла шулай. Ләкин йәйгеһен ныҡ эҫе, тиҙәр. Туҡтамаҫ ямғырҙар тора. Көҙ айҙарында көслө ел иҫкән ваҡыттар була. Ҡайҙа ҡарама ҡом оса. Ҡыш айҙары бигерәк тә төнъяҡ Һиндостанда һалҡын. Ләкин унда ҡар яумай. Дели, Агра ҡалаларында һауа торошо 7-9 градус йылы булыуы ихтимал. Шунлыҡтан беҙ йоҡа куртка ла алғайныҡ.
Филдә йөрөп ҡаранығыҙмы?
Джайпурҙа булғанда йөрөнөм. Ҡурҡыуымды еңеп, менеп ултырҙым.
Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы, һеҙҙең бала саҡ хыялы тормошҡа ашты. Бәхетлеһегеҙме?
Һис шикһеҙ. Хыялымды тормошҡа ашырырға ҙур көс һалған тормош иптәшем Фәрит Әхмәтғәли улына рәхмәтлемен. Дөрөҫ, юлға сығырға әҙерләнә башлағас, туғандарыбыҙ беҙҙе төрлө сәбәптәр менән кире күндерергә маташтылар. “Ҡайҙа бараһығыҙ, бысраҡ ил, берәй нәмә йоҡтороп ҡайтһағыҙ...” – тигән һүҙҙәр күп булды. Ләкин алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттан баш тартманыҡ. Һиндостанға барып, мәҙәниәтенә, халҡына ҡарап, һоҡланып, ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ. Ике аҙна эсендә күп ерҙәрҙә булдыҡ. Ләкин күреп өлгөрмәгәнебеҙ ҙә байтаҡ. Бер әңгәмә барышында ғына бөтәһен дә һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Уны барып күрергә кәрәк.
Ә һеҙ тағы ла Һиндостанға барыр инегеҙме?
Барыр инем. Әммә сәйәхәт итергә генә.
Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште