“Татлы ла, серле лә, ғазаплы ла донъя ул – ижад”
Гәзитебеҙҙең сираттағы “Һаҡмар” ҡунағы” - “Башҡортостан” киностудияһының танылған режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова. Ул Баймаҡ районы ҡыҙы. Республикала күренекле режиссерҙарҙың береһе Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙының тормош юлы, эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары ниндәй икән?
- Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Мин Ғүмәр ауылында донъяға килгәнмен. Ләкин ата-әсәйемдең “Баймаҡ” совхозына эшкә төшөүе сәбәпле, Аҡтау ауылына күсеп килгәнбеҙ. Ата-әсәйем Фәүзиә һәм Әҙеһәм Иҫәндәүләтовтар ябай ауыл кешеләре, совхоздың уңған эшселәре булып һаналды. Үҙемде белә-белгәндән эштә булдылар. Ул йылдарҙа һарыҡсылыҡ тармағы ныҡ үҫешкән ине. Атайым һарыҡ көттө, ә әсәйем бәрәстәрҙе ҡараны. Һәр ваҡыт уларҙың аяҡ араһында, ярҙамлашып үҫтек. Һарыҡтарға бесән, ем һала инек, уларҙың аҫтын таҙалай торғайныҡ. Һуңғараҡ атайым тракторға ултырҙы. Алдынғы комбайнсы булды. Яҡшы эшләгәне өсөн уның комбайнында йондоҙҙар төшөрә торғайнылар. Атайыма ашарына ташығаныбыҙ хәтеремдә ҡалған. Ата-әсәйембеҙ көнө-төнө эштә булғанлыҡтан беҙҙе өләсәйем ҡарай торғайны.
- Өләсәй тәрбиәһе алып, һеҙ бик бәхетле булғанһығыҙ...
- Был ысынлап та шулай. Өләсәйем Фатима Мөхәмәтлатиф ҡыҙы Ғәлина Ишмырҙа ауылында тыуып үҫкән. Әбделкәрим ауылына килен булып төшкән. Ул бик аҡыллы кеше ине. Үҙенә күрә ағинәй булған тип уйлайбыҙ. Дин тыйылған ваҡыттарҙа ла ул унан айырылманы. Уянып китһәк, аят уҡып ултырғанын йыш ҡына күрә торғайныҡ. Кеше уға хәйер бирергә күпләп килде. Өләсәйемдең башҡорт кейемдәре була торғайны. Һәр ваҡытта ла камзулда, ҡунаҡҡа барған тәңкәләр тағылған кәзәкәйҙә йөрөнө. Беҙ уның әкиәттәрен тыңлап, әйтемдәрен ишетеп үҫтек. Һәр бер эшен халыҡ ижадына, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып нығытыр ине. Мәҫәлән, ни өсөн ашағандан һуң һауыт-һабаны мотлаҡ йыуып ултыртырға, уларҙы нисек түңкәреп ҡуйырға, ризыҡты асыҡ ҡалдырмаҫҡа өйрәтә торғайны. Өләсәйемдең әйткәндәренә ярашлы бөгөн дә беҙ кисәге һыуҙы сәйгә ҡоймаҫҡа күнеккәнбеҙ. Өләсәйем шул ҡәҙәр уңған, егәрле була торғайны. Май иретеп емеш-еләк майлауы, күбек майы әҙерләүе, ҡорот, ҡара һағыҙ ҡайнатыуы бөгөн дә күҙ алдымда. Уның һәр һүҙе хазина булды. Өләсәйемдең тәрбиәһе минең һөнәр һайлауыма етәргес көс биргәндер, тип уйлайым.
- Мәктәпте бөткәс, ҡайҙа уҡырға барҙығыҙ?
- Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға барҙым. Театр бүлеген тамамлап, Салауат театрына эшкә килдем. Ләкин артабан үҙемде режиссер итеп күреү теләге көслө ине. Шунлыҡтан Өфө сәнғәт академияһына уҡырға килдем. Ләкин унда белем алыу шул ҡәҙәр күңелемә ятманы. Шул сәбәпле уҡыу йылының уртаһында ташлап ҡайтып киттем. Баймаҡта район мәҙәниәт йортонда эшләй башланым. 1990-1992 йылдар ине ул. Быға ҡәҙәр унда ни сәбәптәндер бөтә булған кисәләр рус телендә генә алып барылған булған. Мин районда беренсе булып башҡортса сценарийҙар яҙа башланым, үҙ телебеҙҙә кисәләр уҙғара башланыҡ. Үҙем алып барыусы ла, сценарий яҙыусы ла булдым.
- Кинорежиссер булыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
- Ата-әсәйемдәр һәр ваҡыт күп итеп гәзит-журналдар алдырҙы. Һуңғы көндәренә тиклем ваҡытлы матбуғат алдырып уҡынылар. Бала саҡта шулай ҡулыма осраҡлы ғына рәүештә “Советский экран” тигән журнал килеп эләкте. Атайыма “Советский экран” гәзитенә яҙҙыртыуҙы һорағас, ул: “Уҡыу йылын яҡшы тамамлаһаң, яҙҙыртырбыҙ”, - тигән шарт ҡуйҙы. Был минең өсөн ауырлыҡ тыуҙырманы. Һәм беҙҙең өйгә лә яратҡан журналым килә башланы. Ундағы мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡып, артистарҙың фотоларын ҡарап һоҡлана торғайным. Күңелемдә тәүге осҡон шулай барлыҡҡа килде лә инде.
- Һәм һеҙҙең хыялығыҙ нисек тормошҡа ашты?
- Баймаҡта ең һыҙғанып эшләп йөрөгән ваҡытта Башҡортостандан С.А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтына студенттар йыйҙылар. Һайлап алыу туры бик ҡаты булды. Ул ваҡытта Баймаҡ район хакимиәте башлығы булып Әкрәм Ниғмәтуллин, ә район башҡарма комитеты секретары булып Әмир Сәйғәфәров эшләй ине. Улар минең кандидатурамды күрһәтеп, һәр яҡлап булышлыҡ итте. Уҡырға ингән ун бер кешенең береһе генә ҡыҙ, ҡалғандары – егеттәр булды. Бөгөн шуларҙан икәүебеҙ генә режиссер һөнәре буйынса эшләбеҙ: Рияз Исхаҡов һәм мин. Шул ҡәҙәр яратып, бирелеп уҡыным был һөнәремә. Биш йыл буйына киностудияның бар нескәлектәренә ныҡлап төшөндөм.
- Беренсе фильмығыҙ ниндәй булды?
- “Йәшәгән, ти, егеттәр” тигән диплом эшем ине ул. Белорет районында төшөрҙөм. Ауылда төпләнеп, кәләш тә алмай, донъя көткән егеттәр тураһында булды. Ул фильмдың презентацияһын үткәрҙем. Ҙур баһа бирелде. Төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, приздар яуланым. Ул фильмды төшөргәнгә хәҙер 30 йыллап ваҡыт үтте. Иң мөһиме – ошо өс буйҙаҡ егеттең артабанғы яҙмышы уңышлы булды. Өйләнеп, балалар үҫтерәләр. Был хаҡта егеттәрҙең һеңлеһе миңә яҙып ебәргән ине.
- Артабан хеҙмәт юлығыҙ һеҙҙе ҡайҙа илтте?
- Ун биш йыллап Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләнем. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендәге “Хазина” ижад берекмәһенә тапшырыуҙар төшөрҙөк. Уның менән эшләү шул ҡәҙәр миңә оҡшай ине. Шул ваҡытта башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ булдым. Беҙҙең редакцияға эш буйынса ғына ла килеп ингән Әҙеһәм ағай Исҡужин, Сөләймән ағай Абдуллин, Абдулла ағай Солтановтар менән һөйләшеп ултырырға ярата торғайным.
- Ә үҙегеҙҙең фильмдарҙы ҡасан төшөрә башланығыҙ?
- Телевидениела эшләһәм дә, бер ҡасан да үҙ фильмдарымды төшөрөү теләге һүнмәне. Шуға күрә лә А.Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһы директоры Азамат Ҡужахмәтов эшкә саҡырғас та, ҙур теләк менән унда күстем. Документалист режиссер булараҡ, бик күп документаль фильмдар төшөрҙөм. Хәҙер ҙә шунда эшләйем, баш режиссер вазифаһын үтәйем.
- Бөгөн һеҙҙең нисә фильмығыҙ бар?
- Егерменән ашыу документаль фильмым бар. Һуңғы ваҡытта нәфис фильмдар режиссеры булараҡ та үҙемде һынап ҡарай башланым. Бер ҡыҫҡа метражлы һәм тулы метражлы фильм төшөрҙөм. Ҡайһы берҙәре халыҡ араһында киң популярлыҡ яуланы ла инде.
- Документаль кино һеҙҙе нимәһе менән йәлеп итте?
- Тормош дөрөҫлөгө менән. Алдаҡ уйҙырмалар үтә лә китә, ә хәҡиҡәт кешене уйға һала, һабаҡ бирә, ныҡ тәьҫир итеү көсөнә эйә. Айырым шәхестәр үҙенең бар булмышы менән тамашасы хөкөмөнә баҫа. Бында фантазияға ла ирек биреү мөмкин түгел.
- Ошо көндәрҙә һеҙҙең “Ап-аҡ ҡарҙар” нәфис фильмығыҙ прокатҡа сыға башлаясаҡ...
- Бәләкәй саҡта урыҫ ҡатыш сыуаш ауылындағы дауаханала ятып сығырға тура килде. Бөтөнләй ят мөхиттә япа-яңғыҙым. Бер кем дә минең телемде аңламай, мин уларҙыҡын белмәйем. Шунда һыңар аяҡлы, һыңар күҙле ҡурсаҡ минең берҙән-бер йыуанысым булды. Ҡулымдан төшөрмәнем. Шуның менән йәшәнем, һөйләштем, күңелемде асып һалдым. Шунда ысын мәғәнәһендә яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерҙем. Ап-аҡ стеналар, ап-аҡ халатлы табиптар, шәфҡәт туташтары. Ысынлап та, ап-аҡмы икән ул донъя?! Ана шул ҡыҙыҡайҙың кисерештәре, уны уратып алған донъяһы тураһында ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөлдө лә инде.
- Әле ниндәй фильм өҫтөндә эшләйһегеҙ?
- Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма мине, әсәй!” әҫәренә нигеҙләнеп “Ҡалдырмағыҙ беҙҙе!” тулы метражлы фильмын төшөрәбеҙ. Әле һуңғы эшкәртеү эштәре бара.
- Фильмдар өсөн сығымдарҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
- Республика Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы тарафынан гранттарҙың булдырылыуы бик отошло. Күп фильмдарҙы Рәсәй гранттарына төшөрәм. Әйтергә кәрәк, дәүләт ярҙамы киностудияны үҫтереүгә этәргес көс бирә.
- Эштәрегеҙҙең бер нисәһен һанап китһәгеҙ ине.
- Улар бик күп. Ҡайһы берҙәре киң билдәлелек яуланы. ”Ике килгән ғүмер”, “Тәүбә”, “Мөрйәнән күтәрелгән төтөн бер үк һүрелмәһен”, “Һуғыш беҙҙең балалыҡты аяманы”, “Хәтерләйһегеҙме беҙҙе?” “Төштәремә инә башҡорт аттары” һәм башҡалар.
- Әле ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
- Быйыл тағы ла Рәсәй грантын оттом. Белорет районында 90 йәшлек, бабай йәшәй. Уның 70 йыл ғүмере яңғыҙлыҡта үткән. Нәҫел-нәсәбе менән һунарсы булған ҡарттың хәҙерге яҙмышы тураһындағы фильм төшөрөү өҫтөндә эшләйем. Был фильмдың геройы хаҡында поезда китеп барғанда ишеткән инем. Тау-урман араһындағы элекке ауыл урынында бер үҙе генә йәшәгән геройҙың тормошон йылдың дүрт миҙгелендә лә төшөрҙөк. Умарта тотоп, картуф, һуған, сөгөлдөр, кишер сәсеп, үҙ көнөн үҙе күреп, тәбиғәт менән гармонияла йәшәй. 80 йәшендә ул 78 айыу алған ине. Бөгөн ул һунарсылыҡ шөғөлөн туҡтатҡан. Ҡыҙыҡлы героймы? Әлбиттә!
- Фильмдарығыҙҙың геройҙарын ҡайҙан табаһығыҙ?
- Ҡайһы бер ваҡытта осраҡлы ғына килеп сыға. Документаль кино төшөргәндә йәшәү рәүеше менән башҡаларға оҡшамаған, донъяға үҙ фәлсәфәүи ҡарашы булған кешеләрҙе табырға тырышам.
- Эшләгән осорҙоң ҡайһы йүнәлешен иң уңышлыһы, тип һанайһығыҙ?
- Икеһен дә. Сөнки телевидениела эшләгән ваҡытта ла уңыштарым ярайһы ҙур булды, бай тәжрибә тупланым. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдинов хаҡында “Һағынам һине, сәхнә!” тигән фильм төшөрөп ҡалғаныма ҡыуанам. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан төшөрөлгән социаль клиптар (сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева) ТЭФИ премияһына лайыҡ булды. Күрәһегеҙ, телевидениела эшләү ҙә тәжрибә туплау йәһәтенән ҙур ижади багаж биргән.
- Һеҙҙең башҡа уңыштарығыҙ ҙа ярайһы ҙур ғына...
- Яуланған уңыштар күп, барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Шуға иң-иңдәрен генә әйтәм. 2014 йылда үткән “Көмөш Аҡбуҙат” I халыҡ-ара этник һәм милли кинофестивалендә “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен” тигән фильмым “Иң яҡшы герой” номинацияһында төп призға лайыҡ булғайны. Ә инде 2016 йылда шул уҡ кинофестивалдә “Тәүбә” исемле фильмым да йәнә төп призға лайыҡ булды. Мәскәүҙә үткән “Изге Анна” халыҡ-ара студенттар фильмдары конкурсында лауреат булдым. Киевтағы “Йәшлек” кинофестивалендә “Тамашасы һөйөүе” призын тапшырҙылар. Ошондай уҡ бүләкте Санкт-Петербургта 1998 йылда үткәрелгән “Кешегә мөрәжәғәт” фестивалендә лә бирҙеләр. “Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен” исемле фильмы Ҡазандағы Мосолман киноһы, шулай уҡ Ирандың Мазадаран ҡалаһында уҙған халыҡ-ара фестивалдәрендә лә билдәләнде.
- Фильмдарығыҙҙы төшөрөп бөткәс, геройҙарығыҙҙы һағынмайһығыҙмы? Улар менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
- Һағынмаған ҡайҙа ул! Аралар өҙөлһә лә ҡайһы бер геройҙарҙы онотоп булмай. Оҙаҡ ҡына шул тәьҫораттарҙа йәшәйһең. Сөнки фильм төшөргәндә үҙең дә һиҙмәҫтән уның тормошона барып инәһең дә уның менән бергә йәшәй башлайһың. Уларҙа ла шул уҡ тойғо яфалағанын беләм. Һуңынан шылтыратышып, хәл белешеп торабыҙ. Ана шундай танһыҡ та, татлы ла, серле лә, ғазаплы ла бер донъя ул – ижад.
- Геройҙың күңеленә юл һалыр өсөн журналистар яҡшы психолог та булырға тейеш, тип әйтергә уйлайһығыҙмы?
- Тап шулай. Үҙеңде геройҙарыңдан бер ҡасан да өҫтөн итеп ҡуйырға ярамай, кәмһетеп ҡарарға хаҡыбыҙ юҡ. Кешеләрҙең төрлөһө бар. Берәүҙәре ҡапыл асылып китеп, бөтәһен дә һөйләп бирә. Икенселәренең күңелен асҡансы икенсе тема буйынса һөйләшеп алырға кәрәк. Бергә ултырып сәй эсеп алыу ҙа ярҙам итә. Йәнә яһалмалыҡтан, тамашасыны алдауҙан һаҡ булыу мөһим.
- Һеҙҙе “Байыҡ” телевизион конкурсының жюри ағзаһы булараҡ та та беләбеҙ...
- Сығыштарҙы режиссер булараҡ баһалайым. Бейеү хәрәкәттәрҙән генә тормай бит. Сәхнәгә һин уның тарихын да алып сығаһың. “Ҡараһаҡал”ды башҡараһың икән, уның кем булғанын белергә тейешһең. “Ете ырыу”ҙы бейегәндә ырыуҙар тамғаларын күрһәтеү мөһим. Шуларҙы күрһәтеп, тамашасыны тетрәндерергә бурыслыһың. Һәр сығышта рәссам, композитор, хореограф һәм режиссерҙың хеҙмәте ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем. Тамашасылар ҙа минең фекеремде дөрөҫ, тип әйтеп китәләр.
- Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы, ә һеҙ ниндәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанһығыҙ?
- Маймыл йылында тыуғанмын.
- Улар ниндәй һыҙатҡа эйә?
- “Маймыл”дар тынғылыҡты белмәй. Күргәнегеҙ барҙыр, улар бер ағастан икенсеһенә һикергән саҡта, ҡолап төшмәҫ өсөн, сат йәбешеп торалар. “Маймыл”дарға ла бына шул сифат хас та инде. Тормошта ла сат йәбешеп эшләйбеҙ. Бер эшкә тотонам икән, аҙағынаса алып барып еткергәнсе туҡтамайым. Һәр саҡ яңы идеяларға ынтылам. “Маймыл”дар ҡайһы ваҡыт ныҡ ҡына итеп уйға бирелеп китә. Шунда уларҙың эске торошо сағыла. Кисерештәрен йәшермәйҙәр, кәрәк икән ҡыуаналар, кәрәк икән илап та алалар. Йәнә маймылдар бүре һымаҡ йыртҡыс та, төлкө кеүек хәйләкәр ҙә түгел. Улар ғәҙеллек ярата.
- Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙҙең тап шундай эскерһеҙ, ныҡыш, егәрле булғанығыҙ, республикабыҙ мәнфәғәтенә янып-көйөп хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн дә халыҡ араһында абруйығыҙ ҙур. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ күп наградаларға эйә булған. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем һеҙгә лайыҡлы бирелгән, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров һеҙгә “Хеҙмәт даны” миҙалын да тапшырҙы. Һеҙгә тағы ла юғарыраҡ уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.