Күстәнәс
Ошо арала аят, ифтар тип ҡуйған фотоларҙан һуң, бер нисә кеше: "Өҫтәл тултырып бешеренгәнһегеҙ, маҡтанған кеүек, ул исраф була, ризыҡты әрәм-шәрәм итеп, яртыһын шунан ташлайһығыҙ"- тиеңкерәп сообщение яҙған ине...
Мин, киреһенсә, өҫтәл ярлы булып ҡуймаһын тип эт шикелле сабып йөрөнөм, аҙаҡҡа ҡарай атлай алмай, тарбаңлап киткәнсе бешерендемсе
Беҙҙең яҡта бер нимә лә исраф булмай. Сөнки "күстәнәс алыу", " күстәнәс биреү" тигән ғәҙәт бар. Ашап тороп туйып алабыҙ ҙа ивет,ҡалғанын вис һыпырып һалып алабыҙ Ит, аш ашап бөткәс, хужабикә аят итен һалып алығыҙ тип шыптырлатып моҡса тарата башлай. Өйҙәгеләр ауыҙ итһен тип, ит һалып алабыҙ.
Шунан сәй эсергә ваҡыт етә. Унда тәмлекәстәр күп була бит инде. Бөтәһен тәмләп өлгөрөп тә булмай. Әлеге лә баяғы хужабикә ҡыштырлатып шыптырын йырта-йырта, шыптырлап тағы килә. Һәм беҙ фруктынан айырым, пирогтан айырым, йәбешкәк берәй сәк-сәк кеүек нимәне айырым һалып алабыҙ, ҡыҫҡаһы, бер нисә моҡсай йыйыла. Уның араһында баяғы беҙҙе саҡырған ҡатын: "Бынауынан алдығыҙмы, быныһын алмағанһыңдайынды, мынауҙы интернеттан ҡарап бешергәйнем, быныһы минең фирменный, ҡана, үҙем һалып бирәм, былайтып кеше күстәнәс аламы, һеҙгә тип бешерҙемдәйенде, эй, быйтаңламай ултыр",- тип һуҡрана-һуҡрана үҙе тултыра башлай???? Бер моҡса нәмә тултырып бирә лә, о-о, мына , исмаһам, күстәнәскә оҡшап ҡалды, тип ҡыуана.????
Еще беҙ өйҙә нисә балабыҙ бар шуларҙың һәр береһенә тип һанап тороп һалып алабыҙ. Или, мәҫәлән, бейем дә, мин дә бергә барһаҡ ҡунаҡҡа, ул да, мин дә күстәнәс алабыҙ. Бейем үҙенең балаһына, мин үҙемдең балаларыма алам???????????? Ысын, бөтәһе лә шулайта, биллаһи. Беҙҙең яҡта это нормально???? Һеҙгә нисектер, беҙгә хатта матур күренеш????Килгән ҡунағының ни тиклем күберәк күстәнәс ала, шул тиклем һине хөрмәтләгән кеүек тойола????
Ситтән килгән кеше тәүҙәрәк аптырай, но потом беҙҙән яман һалып ала башлай.????
Беҙҙең балалар тыуған көнгә йөрөшә, улар ҙа көс еткеһеҙ итеп күстәнәс алып ҡайта????
Өйҙән берәү ҡунаҡҡа китһә, беҙ дүрт күҙ менән күстәнәс көтөп ултырабыҙ. Элегерәк бейем ҡунаҡтарына бер моҡсаға итте, бер моҡсаға жареный балыҡты ауҙарып биреп сығара торғайны. Хәҙер завхоз мин???? Онотоп торам, банкаларға аш һалып тороп бирәбеҙ еще. Шулайтып күстәнәс бирһәң, ҡунаҡтан һуң өҫтәлде йыйырға ваще рәхәт.
Шауҙырлатып посуда йыйып алып, йыуаһың да -вәссәләм. Ысын ғына, бер нимә лә исраф булмай. Бер нимәгә лә эсеп-сөсөп, ҡатып-матып, күгәреп ултырырға хут юҡ????
Һеҙҙә күстәнәс биреү, алыу йолаһы бармы? Гәзиткә төрөлгән күстәнәс ашап үҫкән быуын бит әле беҙ????
Зөлфирә ТАҺИРОВА.
Фото: Л.Такаевой.