Баймағымдың сағыу йондоҙо
Баймаҡ сәхнәләрендә республикабыҙҙың, башҡа өлкәләрҙең ниндәй генә сәнғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһамай! Шулай ҙа тыуған еребеҙҙең тамашасаһына Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары һәр саҡ яҡыныраҡ булып ҡала. “Үҙебеҙҙекеләр бит!”,- тибеҙ ғорурлыҡ менән. Һәм ысынлап та шулай. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенең талантына, тырышлығына, яңы уй-маҡсаттар менән яна белеүенә һоҡланып бөтөрлөк түгел.
Сөмбөл Юлбахтина халыҡҡа иҫ киткес рухи кинәнес алған сығыштар бүләк итеүе менән айырыла. Ниндәй генә йырҙарҙы башҡарһа ла, тамашасылар нәзәкәтле һылыуҡайҙың моңона хайран ҡала. Ул Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Бала саҡтан театрға булған һөйөүе уны ошо йүнәлешкә эшкә алып килә һәм Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙы бер нисә йыл халыҡ театрын етәкләй. Кешеләрҙең күңеленә үтеп ингән спектаклдәр, тамашалар, әҙерләп үҙен эшенең оҫтаһы итеп таныта. Шул уҡ ваҡытта халыҡ йырҙарына булған һөйөүе уны тағы ла юғарыраҡ уй-хыялдар менән ашҡындыра. Тиҙҙән ул “Ҡомартҡы” халыҡ ансамбленең етәксеһе булып китә. Ансамбль милли сағыулыҡты бирә алған, беҙҙең ерлеккә генә хас йырҙарҙы башҡарыуы менән айырыла. Лайыҡлы рәүештә күп конкурстарҙың еңеүсеһе булып та танылды “ҡомартҡы”лар. Уларһыҙ бер мәҙәни сараны күҙ алдына килтереп тә булмай.
Әммә һәр саҡ үҙ өҫтөндә эшләгән, яңылыҡтарға ынтылған Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙы өлгәшелгән уңыштарында туҡтап ҡалмай. 2022 йылда ул “Мирфәйзә” вокаль-этнографик ансамблен булдыра. Улар тәүге сығыштан уҡ тамашасыларҙың һөйөүен яулай. Ансамбль халыҡ, ретро, заманса йырҙар башҡара, матур костюмдары, килешле хәрәкәттәре менән дә күҙҙең яуын ала.
Сөмбөл Юлбахтина тыуған еребеҙҙең сәнғәт донъяһында сағыу бер йондоҙ булып яна. Ул милли мәҙәниәтте һаҡлауға һәм таратыуға ҙур өлөш индерә, ансамблдәре менән төрлө конкурс, фестивалдәрҙә сығыш яһап, еңеү артынан еңеү яулай. Шулай уҡ быйыл ул "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды.
Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙының гүзәл заттарға ғына хас нәфислеге, тәбиғи һәләте, моңло тауышы тамашасыларҙы оҙон-оҙаҡ йылдар һөйөндөрһөн, тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға етергә яҙһын, тип теләйбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.