-3 °С
Болотло
КИСЕРЕГЕҘ
Зөһрә Фәйзуллина көйө һәм һүҙҙәре.
Көндө көнгә ялғай - ялғай,
Айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя
Ғүмеркәйҙәр көҙө етә.
Әйтелмәгән хис- тойғолар,
Үтәлмәгән һүҙ- вәғ(ә)ҙәләр,
Үкендереп-көрһөндөрөп
Бәғерҙәрҙе телеп үтә.
Кисерегеҙ, йән- дуҫтарым,
Янығыҙҙа була алманым.
Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда
Иңдәремде ҡуя алманым.
Кисер мине, йән һөйгәнем,
Сайпылдырҙым хистәремде.
Бирә алманым тик үҙеңә
Мөлдәрәмә тулы килеш.
Кисерегеҙ, урман-ҡырҙар,
Тыуып үҫкән ғәзиз тупраҡ.
Мин йөрөйөм сит яҡтарҙа,
Сит-яттарҙан ҡурсыу һорап.
Көҙгө елдәр әсе икән,
Ғүмер үкенесле икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен
Белеүҙәре ҡыйын икән.
Ғүмер үкенесле икән...
Көҙгө елдәр әсе икән...