Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль , 15:45

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ

Тормоштан беҙ күпте, бик күпте көтәбеҙ, Ваҡыттар күптәнән, ултырып уйларға. Был ғүмер тиҙ үтә, йомғаҡ ул тәгәрәй, Эшлә һин, йәшә һин, күңелең ҡушҡанса...(Тулы һүҙҙәре беҙҙең сайтта):

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ ☀
Флүрә Талипова көйө
Рәзилә Сәлимйәнова һүҙҙәре

1.
Тормоштан беҙ күпте, бик күпте көтәбеҙ,
Ваҡыттыр күптәнән, ултырып уйларға.
Был ғүмер тиҙ үтә, йомғаҡ ул тәгәрәй,
Эшлә һин, йәшә һин, күңелең ҡушҡанса!

ҠУШЫМТА:
Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән,
Ниңә һуң әле беҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ?
Үкенерлек итеп уҙмаһын яҙмыштар,
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
2.
Һындыра алмаҫтар дауылдар, һағыштар,
Бәхетле булырға һәр кемдең хаҡы бар!
Ышаныс йәшәһен һәр ваҡыт күңелдә!
Рәхмәтле була күр, һәр бер тыуған көнгә

ҠУШЫМТА:
Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән,
Ниңә һуң әле беҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ?
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
3.
Ярат һин тормошто йәнең-тәнең менән!
Бар йыһанды ҡосаҡлап йәшәргә һин өйрән,
Бөгөнгө көн инде ҡабатланмаҫ башҡа,
Ғүмерҙәр тиҙ уҙа, тик уҙмаһын бушҡа!

ҠУШЫМТА:
Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән,
Ниңә һуң әле беҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ?
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!
Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар!
Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар!

ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ
ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: