Мәҙәниәт
21 Декабрь 2023, 03:53

Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”

Таңсулпан Ғарипованың романы буйынса спектакль иң тәүҙә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ҡуйылды

Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”
Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”

Таңсулпан апай Ғарипова – һәр кемебеҙҙең яратҡан яҙыусыһы. Уның “Бөйрәкәй” романын уҡып, иламағандар һирәктер. Ә инде был әҫәр буйынса спектакль ҡуйыласағын ишетеп барыбыҙ ҙа ҡыуанғайныҡ.

Һәм, ниһайәт, был спектаклде ҡарау бәхетенә ирештек. Таңсулпан апай: “Тамашаны иң тәүҙә яҡташтарым хөкөмөнә сығарасаҡмын”,-тигәйне беҙҙең яҡтарға килгәндә. Шулай булды ла! Башҡорт халҡының үткән йәшәйеше менән танышырға теләгән, тәрән хис-тойғолар кисерергә уйлаған һәр кемгә мотлаҡ “Бөйрәкәй”ҙе ҡарарға кәрәк. Уны М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәләштерҙе. Ә бына Өфөлә спектакль февраль айында күрһәтеләсәк. Спекталдең режиссеры - Айрат Әбүшахмановтың маҡсатына ирешеп, тетрәндергес спектакль ҡуйыуын билдәләп үтке килә. Айырыуса Ихсанбай менән Гөлбаныуҙы уйнаған кескәй артистарыбыҙ – Алтынай Урманшина һәм Рамаҙан Ғәлимов һоҡландырҙы. Ғөмүмән, һәр артистың сәхнәлә үҙенең образына инеп, беҙҙе йылдар төпкөлөнә алып китә алыуы йөрәккә үтеп инде. Шулай уҡ Таңсулпан апайҙың үҙенең уй-хистәре менән уртаҡлашыу, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған әҫәрҙең идеяһының нисек, ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килеүе һәм романды яҙған төндәре тураһында бәйән итеүе мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ булды.

Баймаҡтар өр-яңы спектаклдең нәҡ Баймаҡ сәхнәһендә иң беренсе булып ҡуйылыуына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығының урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов Таңсулпан Ғариповаға, талантлы артистарға, бар театр коллективына районыбыҙ исеменән иң изге теләктәрен еткерҙе.
Таңсулпан апай Ғариповаға онотолмаҫ тетрәндергес минуттар бләк иткәне өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, хөрмәтле һәм яратҡан яҡташ яҙыусыбыҙҙан яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”
Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”
Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”
Йөрәктәргә үтеп индең “Бөйрәкәй”
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас