Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылының талантлы бейеүселәренең тәүге аҙымынан танышмын. “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторғанда халыҡ алдында бейеүҙәре менән сығыш яһағандар ине. Шул ваҡытта уҡ уларҙың күптән сәхнәнән төшмәгән артистар кеүек бейеүҙәренә, оҫталығына һоҡланып ғәжәпләнгәйнем. Ул мәлдән ете йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Бөгөн иһә Түбәнге Иҙрис ауылы клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Рәсимә Халиҡова етәкселегендәге “Зарифа”, “Йәншишмә” фольклор, “Еҙ төймә” халыҡ гармунсылар, “Йәнгүзәй” халыҡ ҡумыҙсылар һәм “Йәшлек” өлгөлө бейеү ансамблдәре уңышлы эшләй. Дөйөм алғанда, уның ҡарамағында йөҙләгән кеше шөғөлләнә.
Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Әмин ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, бухгалтерҙар курсында уҡый. Ләкин йыр-моңға ғашиҡ булған, өҙҙөрөп ҡумыҙ сирткән, һыҙҙырып гармунда уйнаған ҡыҙҙың күңеле мәҙәниәткә тартыла. Шуға күрә лә ул Сибай педагогия училищеһына уҡырға килә. Тап шул ваҡыттан уның ижад тормошо башлана ла инде. Ҡулына уҡытыусы дипломын алып, Үрге Иҙрис ауылындағы балалар баҡсаһына музыка белгесе булып эшкә килә. Уның талантың күргән мәктәп директоры Сәғит Хәмитов мәктәпкә эшкә саҡыра. Ул ваҡытта Рәсимә Халиҡова хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләрмен буғай, тип уйлай. Ләкин яңылыша. Төрлө үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымына дусар булған урындағы белем усағы ябыла. Ул егерме дүрт йыл педагогик стаж туплап өлгөрә. Үҙ эшен бар оҫталыҡ менән башҡарған, сәнғәтте яратҡан Рәсимә Әнүәр ҡыҙы мәҙәниәт өлкәһенә саҡырыу ала. Бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырып, Түбәнге Иҙрис ауылы сәхнәһенә баҫа һәм ҡанатланып, дәртләнеп эшкә тотона.
- Ваҡыт менән иҫәпләшмәгән саҡтар була, сөнки шунһыҙ һөҙөмтәгә ирешеү мөмкин түгел, - тине Рәсимә Әнүәр ҡыҙы. - Уңыштар беҙгә ҡанат ҡуя, дәртләндерә, көс бирә. Ә ысынында ла клуб эсе тулы хазина икән дә ул! Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү, улар нигеҙендә балаларҙы бейергә, йырларға өйрәтеү, милли кейемдәр тектереү үҙе оҫталыҡ талап итә. Йәш быуынға тарихи дөрөҫлөк нигеҙендә тәрбиә биреү өсөн оло йәштәгеләрҙән ансамбль төҙөнөк.
Бөгөн “Зарифа” ысынлап та тарих һаҡлаусы ансамблгә әйләнгән. Фольклорсыларҙың күптәрендә ҡомартҡылар һаҡланған була. Быуаттан ашыу тарихы булған таҡыя, селтәрҙәр, күлдәктәр ҡалҡып сыға. Ансамбль ағзалары уларҙың өлгөһөндә яңыларын эшләп ала. Уның өсөн клуб ҡарамағында “Оҫта ҡулдар” түңәрәге асыла. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уйындарын тергеҙәләр, йыр-моңон, ауыҙ-тел ижадын өйрәнәләр. Бөгөн “Зарифа” ансамбленең репертуарында халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар, таҡмаҡтар, фольклор өлгөләре урын алған. Уларҙы бейеүҙәр, ҡумыҙ сыңы һәм гармун моңо менән байытып тамашасыларға тәҡдим итә улар. Ҡыҫҡаһы, ансамблдә шөғөлләнеүселәр йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡумыҙҙа ла уйнай. Үҙҙәренең гармунсылар ансамбле бар. Шуға күрә “Зарифа”ларҙы халҡыбыҙҙың йолаларын, рухи байлығын тергеҙеүсе, өйрәнеүсе һәм улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләүсе ансамбль тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
Әйтергә кәрәк, Рәсимә Халиҡова етәкселегендәге ансамблдәр төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша һәм үҙҙәренең сығыштары менән һөйөндөрә. “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалендә “Еҙ төймә” ҡумыҙсылары һәм “Зарифа” ансамбле беренсе урынды яулай. “Йәншишмә” балалар ансамбле республика күләмендә үткән “Башҡорт халыҡ балалар уйыны” конкурсында ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты. Был уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел байлығы, йолалары менән төплө эш алып барыу һөҙөмтәһе.
“Йәшлек” ансамбленең уңыштары тураһында күп яҙырға мөмкин. Улар әленән-әле яңы бейеүҙәре менән район, республика сәхнәләрендә йыш сығыш яһай. “Байыҡ” республика конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашып лауреат исемен яуланылар.
Ә инде беренсе тапҡыр район ҡумыҙсылар конкурсы әле булһа күптәрҙең хәтерендә яҡшы һаҡлана. Республиканың виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың исеменә арналған һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата уҙғарылған сараға Рәсимә Әнүәр ҡыҙы йөҙ ҡумыҙсы сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һөҙөмтәлә сәхнәгә ике йөҙләгән кеше сығып баҫа! Унда ун бер ансамбль, 17 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнаша. Иң йәш конкурсантҡа – 4, ә иң олоһона 85 йәш була. Был үҙе үк юғары күрһәткес түгелме ни? Бөгөн был матур башланғысты “Йәнгүҙәй” ҡумыҙсылары лайыҡлы дауам итә. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урындар яулауға өлгәшәләр.
- Рәсимә Әнүәр ҡыҙы беҙҙе бер ергә туплап, коллектив итеп ойоштора алды, - ти “Зарифа” ағзалары. - Уның эш графигы юҡ. Кәрәк булһа тәүлек әйләнәһенә ҡайтмай эшләй. Сөнки уның ҡарамағында балалар ҙа, ололар ҙа шөғөлләнә. Тәүҙә беҙҙе йырларға ғына саҡырған ине. Хәҙер бейейбеҙ ҙә, йырлайбыҙ ҙа, таҡмағын да әйтәбеҙ, ҡумыҙ ҙа сиртәбеҙ, гармунда ла һыҙҙырабыҙ, ҡалаҡ та һуғабыҙ. Бер-ике көн күрешмәй торһаҡ, бер-беребеҙҙе һағынышабыҙ. Төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштарыбыҙ беҙгә көс бирә, дәртләндерә. Ләкин беҙҙе бер генә нәмә ғәжәпләндерә: шундай көслө коллектив туплап, уңыштарға яулаған етәксебеҙ Рәсимә Халиҡоваға ни өсөн маҡтаулы исем бирелмәй? Ул быға күптән лайыҡлы. Райондың төпкөл ауылында халыҡтың йәшәйешенә яҡты нур биргән етәксебеҙ менән киләсәккә пландарыбыҙ ҙа ҙур. Беҙгә әле эшләргә лә, эшләргә.
Рәсимә Халиҡова ҡарамағында бөгөн Түбәнге Иҙрис, Үрге Иҙрис, Ҡолсора һәм Муллаҡай ауылдары халҡы шөғөлләнә. Уларҙы мәҙәниәтебеҙгә булған һөйөү берләштерә. Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән хәйриә концерты ҡуйҙылар. Билет хаҡы 100 һум торһа ла, һәр кем күңеле ҡушҡанса 500 һум да, 1 мең һум да бирә.
Рәсимә Халиҡова етәкләген “Зарифа” халыҡ фольклор ансамбле быйыл “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, тағы ла бер еңеү яуланы. “Парлы ансамблдәр” номинацияһында улар беренсе урынға лайыҡ булды. Быға улар ныҡыш хеҙмәттәре, тырышлыҡтары менән өлгәште. “Зарифа”ларҙы тағы ла бер яуланған еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бар ғүмерен халҡыбыҙҙың ижадын үҫтереүгә арнаған Рәсимә Әнүәр ҡыҙы кешеләргә рухи байлыҡ өләшә. Уның уңыштары етерлек һәм һөйөнөрлөк. Балаларҙы, йәштәрҙе һәм ололарҙы бергә туплап мәҙәни усаҡ булдырыуға өлгәшкән Рәсимә Халиҡова районыбыҙҙың яҡты йондоҙо булып балҡый.
Лилиә ТАКАЕВА.