Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2023, 08:34

«Зарифа» – беренсе!

Түбәнге Иҙрис ауылының «Зарифа» халыҡ фольклор ансамбле «Байыҡ» телевизион клнкурста 1-се урын яуланы. 

«Зарифа» – беренсе!«Зарифа» – беренсе!
«Зарифа» – беренсе!

«Зарифа» халыҡ фольклор ансамбле «Байыҡ» телевизион конкурсында 1-се урын алып ҡайттылар. 

- Беҙ Өфөгә барып төшкәс, шунда уҡ беҙҙе «Юлдаш» радиоһы үткәргән «Әртис-маладис» конкурсында еңеү яулағайныҡ. Радиостудияһына барып, интервью бирҙек, махсус бүләгебеҙҙе алдыҡ. Унан «Байыҡ»ҡа юлландыҡ. Миңә «Уҡытыусы һәм остаз йылы» булараҡ, айырым бейеү һалдылар. Уны ла башҡарҙым, – тип ансамбль етәксеһе Рәсимә Халиҡова һөйләне. 

«Байыҡ» телевизион конкурсында барлығы 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Шуларҙың 300-ө гала-концертҡа үтте. Улар араһында «Зарифа» лар ҙа була. 

«Зарифа» халыҡ фольклор ансамбле конкурсҡа бай йөкмәткеле махсус бейеү һалып алып бара. Бейеү авторҙары – әсәле-ҡыҙлы Рәсимә һәм Нурсиә Халиҡовалар. 

– «Ҡапҡа урлау» бейеүен үҙебеҙҙең ерле материалдарҙы ҡулланып һалдыҡ. Шул осорҙағы бейеү хәрәкәттәрен, таҡмаҡтарҙы, әйтештәрҙе алдыҡ, – тип Рәсимә Әнүәр ҡыҙы һүҙен дауам итте. 

Һөҙөмтәлә «Зарифа» лар «Парлы ансамблдәр» номинацияһында 1-се урынды плып ҡайтты. Бынан тыш мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. 

Афарин, «Зарифа»лар! 

Эльмира Кейекҡужина. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас