Ишмөхәмәт мәҙәниәт йортонда "Ил яҙмышы - халыҡ яҙмышы" исемле төбәк- ара хәйриә патриотик йыр фестивале үтте. Байыш ауылынан "Иҫтәлек" халыҡ фольклор ансамбле, Ишмырҙа ауылының "Яран гөл" вокалы, Яңғаҙы ауылынан "Серҙәштәр" ансамбле,Ишмөхәмәт ауылының "Миләш" ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре сығыш яһанылар.
Ишмөхәмат мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Резеда Әбубакирова бик ентекле фәһемле итеп әҙерләгән сараны.Патриотизм тойғоһо тәрбиәләү өсөн оло әһәмиәткә эйә булған "Ил яҙмышы - халыҡ яҙмышы" тип аталған хәйриә концерттан 29900 һум аҡса йыйылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән- һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, илебеҙҙә барған болғаныштың тиҙерәк туҡталыуын теләйбеҙ.Ошо сара ла ҡатнашыусыларға матур аш-һыу әҙерләүсе ҡыҙҙарға , йыйылған тамашасыларға һаулыҡ, ғаилә бәхете, донъялар именлеге, шатлыҡтар юлдаш булһын. Күктәребеҙ һәр саҡ аяҙ, илдәребеҙ тыныс торһон. Хәҙерге ваҡытта әрме хеҙмәтен үтәүсе егеттәребеҙгә лә тик изге теләктәр генә юлдаш булһын/
Гүзәл Ғөбәйҙуллина, мәҙәни саралар ойоштороусы.