

Үҙе бейей, үҙе йырлай, теле телгә йоҡмай, һандуғас кеүек һайрай. Уның алып барған саралары һәр тамашасының күңеленә байрам хистәре алып килә.
Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Ғәлинур Хәмитов тап шундай дәртле ир-егеттәрҙең береһе. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Ғәлинурҙың үҙе һәм ул етәкләгән автоклуб тураһында булыр.
– Ғәлинур, сығышың менән ҡайҙан булаһың?
– Мерәҫтән. 1988 йылдың 9 апрелендә донъяға килгәнмен. Атайым Хәләф Хабибрахман улы һөнәре буйынса механизатор. Ә әсәйем Бәҙерниса Миңлеғәле ҡыҙы – уҡытыусы.
– Бала саҡ хыялың бөгөнгө асылыңа тап киләме?
– Юҡ (көлә). Ниңәлер мин бала саҡта күҙ табибы, йәғни офтальмолог булырға хыялланғайным. Тик 11-се класҡа яҡынлашҡан һайын минең был теләгем һүрелә барҙы. Ҡулыма аттестат алған саҡта әсәйем кеүек ниндәй ҙә булһа педагогия институтына уҡырға инергә әҙер инем. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих факультетына уҡырға индем. Әйткәндәй, әсәй йоғонтоһо көслө булдымы, беҙҙең ғаиләлә күптәр уҡытыусы булып китте. Әйтәйек, бер туған апайым физика һәм математиканан уҡыта. Ағайым – хәрби кеше. Һеңлем дә ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамланы.
– Бала саҡтан йырланыңмы?
– Бала саҡта кем генә йырлап маташмай. Мин дә үҙем өсөн генә йырлап йөрөнөм. Әммә уның ҡарауы рәхәтләнеп, ҡолас йәйеп бейей торғайным. Академияға уҡырға ингәс, бейеүгә ныҡлап тотондом. Ундағы “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә башланым. Етәксебеҙ Рим Асҡаров булды. 4-5-әр сәғәтлек репетициялар әле лә хәтерҙә. Был ваҡытта күп кенә конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына, Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларына барып ҡайттыҡ. Төрлө сараларҙа ҡатнашып торҙоҡ.
– Хеҙмәт юлыңды ҡайҙа башланың?
– Диплом алып ҡайтҡас, үҙ һөнәрем буйынса эш таба алманым. Шуға ла Сибай филармонияһына балет артисы булып төштөм. Күп тә үтмәй, тыуған ауылымдағы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы урыны бушаны. Уйланып тормай, ҡайттым да эшләй башланым. Бер мәл заман үҙгәреп, эш урындарын ҡыҫҡартыуҙар, тотош мәктәптәрҙең ябылыу осоро башланып китте. Был үҙгәрештәр миңә лә ҡағылмай ҡалманы. Эшһеҙ тороп ҡалдым. Себер тарафтарына сығып киттем. Бында ла бейеү сәнғәтен үҫтереү өҫтөндә эшләнем. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тигән халыҡ әйтеме бар. Яҙмыш еле мине ҡабат тыуған яҡтарыма алып ҡайтты. Бында ҡайтҡас, халыҡ ижады үҙәгенә эшкә алдылар. Башта – бейеүсе, унан “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә етәксе булып йөрөнөм. Әле автоклубты етәкләйем.
– Автоклубта башлыса халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшләйме?
– 2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә районға автоклуб бирелде. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла автоклуб штатында иҫәпләнә. Агитбригадалар төҙөп алғанбыҙ. Бер сыҡҡанда – береһе, икенсе юлы башҡа төркөм бара. Берәү ҙә ситтә ҡалмай. Йырсыларҙан Руслан Тимербулатов, ҡурайсыбыҙ Илнур Аслаев, баянда Ғәлинур Ҡарасурин, Булат Ҡужахмәтов бар. Бейеүселәрҙән “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары сығыш яһай. Атап әйткәндә, Наил Шәйәхмәтов, Илшат Ғүмәров, Яҙгөл Макулова, Илсиә Халиҡова, шулай уҡ ансамблгә йөрөгән студент ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе алып сығабыҙ. Йырсы ҡыҙҙарыбыҙ Сөмбөл Юлбахтина, Динә Аҡназарова, Маргарита Юнысбаева йыш ҡына автоклуб менән гастролгә юллана. Музыкаль яҡтан биҙәүсебеҙ – Айгиз Юлмөхәмәтов. Әйткәндәй, Айгиз кис дискотека үткәргән саҡта үҙе лә йырлай. Йәштәргә дискотека үткәргәндә Кирил Шәрипов та бара. Алмаштырғыһыҙ водителдәребеҙ – Камил Сөнәғәтуллин менән Радик Әйүпов. Радик шулай уҡ оператор ҙа булып эшләй.
– Автоклуб маршрутын нисек һайлап алаһығыҙ?
– Алдан план төҙөп, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына ебәреп раҫлатабыҙ. Улар шулай уҡ үҙҙәренең үҙгәрештәрен дә индерә. Ә маршрутты клубы булмаған ауылдар исемлегенән сығып төҙөйбөҙ. Районыбыҙҙа бындай 31 ауыл бар. Беҙ унда барып концерттар ҡуябыҙ, китапхана менән берлектә әҙәби кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Кистәрен йәштәргә дискотекалар ойошторабыҙ. Бынан тыш, ауыл биләмәләрендә урамда уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Ул “Йәшел Башҡортостан”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамы, һабантуй һәм башҡалар булһынмы – барыһында ла ихлас ҡатнашабыҙ. Ҡаланың 5-се мәктәбендә ике йыл рәттән балалалар һабантуйын үткәрәбеҙ. “Башҡорт аты” фестивалендә “Ҡымыҙфест” бүлегендә ҡатнашабыҙ. Яңы йыл ҡаласыҡтары янында ла сығыш яһайбыҙ. Һуңғы арала һалдаттарға теләктәшлек белдереп, концерттар ҡуябыҙ. Алдағы планда, көндәр һыуынмаҫ элек, тағы ла ауылдарға сығып килергә уй бар. Көҙгө-яҙғы сәсеү, урып-йыйыу эштәре мәлендә агитбригадалар сығышы планлаштырыла. Игенселәр төшкө ашҡа туҡтаған арала концерт ҡуйып китәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа буйыбыҙ етә – шунда барырға тырышабыҙ.
– Ҡыш көндәре урамда концерт ҡуйыуы еңелдән түгелдер бит?
– Беҙҙең план йыл дауамына һалынған. Ҡыш көндәре бейеүселәрҙе алып йөрөргә тырышмайбыҙ. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан Кәкреауыл биҫтәһенә барып, байрам тантанаһын ойошторабыҙ. Концерт ҡуябыҙ, уйындар уйнатабыҙ. Бүләктәр отторабыҙ.
– Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә күп булғандыр...
– Эйе, автоклуб менән бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды. Клубтары булмағанауылдар – күбеһенсә бәләкәй ауылдар. Ә беҙҙең автоклубтың ауырлығы 8 тонна. Ҡыш көнө бындай ауылдарға барғанда көрткә батабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Унан әртистәр менән бергәләшеп уны көрәп-этеп, мең михнәт менән сығарып алабыҙ. Беҙгә ярҙамға ауыл халҡы ла килә. Көрттө йырып сыҡҡандан һуң тигеҙерәк урын табып, сәхнәбеҙҙе йәйеп ебәрәбеҙ ҙә концерт ҡуя башлайбыҙ. Унан ауыл халҡы беҙҙе ҡунаҡ итә, сәй менән һыйлай. Хушлашып инде ҡуҙғалдыҡ тигәндә, йәнә батабыҙ. Тағы ла ауыл халҡы менән берлектә машинаны этеп, көрәп сығарабыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, был һәр бәләкәй ауылда тиерлек ҡабатланып тора.
– Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Үкенгән саҡтарың булдымы?
– Әлбиттә. Мәктәптә уҡыған саҡта үҙ потенциалымды тулыһынса файҙаланмағаныма үкенәм. Тап шул йылдарға әйләнеп ҡайтып булһа, нығыраҡ тырышып уҡыр, конкурстарҙа күберәк ҡатнашыр инем. Башҡаса үкенесем юҡ. Тормошомдан тулыһынса ризамын.
– Шәхси тормошоңа килгәндә...
– Мерәҫтә мәктәптә эшләп йөрөгәндә районда үткән бер сараға мине алып барыусы итеп саҡырҙылар. Шул сығышты күреп, Баймаҡ телевидениеһында эшләргә тәҡдим иттеләр. Диктор булараҡ, башҡорт телендәге яңылыҡтарҙы алып барҙым. Тап шул йылдарҙа тормош юлдашым Әлфиә менән таныштым. Икебеҙ араһында ғишыҡ уты тоҡанып, күп тә үтмәй өйләнештек. Бергә йәшәй башлағаныбыҙға 10 йыл да булып китте. Ике бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Ғәлиә 3-сө класта уҡый. Улыбыҙ Батырша “Миләш” балалар баҡсаһына йөрөй.
– Балаларығыҙға бик матур исем ҡушҡанһығыҙ. Үҙегеҙ һайланығыҙмы?
– Эйе, исемдәре есеменә тура килер, тигән өмөттәбеҙ. Балаларыбыҙҙың икеһенә лә тарихи исемдәр ҡушырға тырыштыҡ.
– Һеҙҙең ғаилә ҡиммәттәре нимәгә ҡоролған?
– Беҙ ғаиләлә тик башҡорт телендә генә һөйләшәбеҙ. Заман технологиялары кеше тормошона шул тиклем ныҡ йоғонто яһай. Урамда йөрөгән балаларҙың күбеһе русса һөйләшә. Шуға ла беҙ балаларҙы көсләп булһа ла башҡортса һөйләштерәбеҙ. Шул уҡ гаджеттар ярҙамында улар замансараҡ, ҡайһы саҡ мәғәнәһеҙерәк йәнһүрәттәр ҡарай. Күреп ҡалғанда, һүндерттерәбеҙ. Өйҙә башҡортса йырҙар йырлайым.
– Балаларығыҙ ҙа сәнғәткә тартылалыр?
– Беҙҙең шулай өйҙә йырлап-бейеп йөрөүебеҙҙең һөҙөмтәһе лә бар. Ғәлиәбеҙ 4-се лицейҙа үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Миңә ҡушылып йырлай башланы.
Батырша, киреһенсә, йыр-моңдан алыҫыраҡ. Ул тәбиғәткә яҡын. Телевизорҙан да күберәк шундай тапшырыуҙар ҡарай. Ҡырға сыҡһа ла башҡа балалар кеүек уйнамай. Ул башкөллө бөжәктәр, ҡоштар донъяһына сума. Тәбиғи фәндәрҙе яҡыныраҡ күрһә лә, үҙе йөрөгән “Миләш” балалар баҡсаһындағы иртәлектәрҙә шиғырҙар һөйләй, йырлап ала.
– Һинең өсөн нимә ул бәхет?
– Минең өсөн бәхет – ул иртә таңдан торғас, яңы көн тыуған ваҡытта һинең билдәле бер урынға бара торған ерең, эшең булыуы. Шулай уҡ ошо ваҡытта оҙатып ҡуйған, кис ҡаршы алған тормош юлдашың, балаларыңдың йылмайып тороуы. Әгәр ҙә инде яратҡан эшең булып, унда ваҡыттың һиҙелмәй үтеп китеүе – быныһы инде иң ҙур бәхеттең береһелер.
– Кешелә ниндәй һыҙаттар оҡшай һәм, киреһенсә, ҡайһыларын өнәп етмәйһең?
– Минең уйлауымса, кешеләге иң яҡшы һыҙаттарҙың береһе – ул да булһа тура һүҙлелек. Уратып тормай, уй-фекереңде еткерә белеү. Ә оҡшамағаны – ике йөҙлөлөк. Үҙеңә йылмайып, артыңдан икенсе фекерҙе һөйләп йөрөгәндәрҙе өнәмәйем. Тел осонда торғанды ваҡытында әйтеп барырға тырышам.
– Ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәһең?
– Һайланып тормайым. Нимәне өҫтәлгә ултыртһалар, шуны яратып ашайым. Шулай ҙа салаттарҙы нығыраҡ яратам. “Тун аҫтындағы сельд балығы” тип аталған салат миңә Яңы йылды алып килгәндәй була.
– Ниндәй теләктәрең бар?
– Махсус хәрби операцияла йөрөгән ағайым имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем. Шулай уҡ бар ер шарында тыныслыҡ урынлашһын!
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт!
Эльмира КЕЙЕКҠУжИНА әңгәмәләште.