Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2023, 17:05

Беҙ — берҙәм!

...ти әбделкәримдәр. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн ауыл китапханаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!» исемле сара үтте . Был сарала Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары (етәксеһе Байсыуаҡова Ә.Ә.) ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Китапханасы Халыҡтар берҙәмлеге байрамы тарихы тураһында мәғлүмәт бирҙе, "Берҙәмлек менән көслөбөҙ" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтте, артабан сарала ҡатнашыусылар «Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!» девизы аҫтында үткән «Ҙур этнографик диктант» акцияһына ҡушылып, ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирҙе. Диктант дөйөм Рәсәйгә һәм Башҡортостан Республикаһына ҡағылышлы һорауҙарҙан төҙөлгән – этнография, тарих, фольклор, мәҙәниәт, Рәсәй халыҡтарының географик үҙенсәлектәре буйынса булды. Бөгөнгө акция ла ҡатнашыусы һәр кем электрон сертификаттар алды. Гөлниә Алчинова, китапханасы.

Беҙ — берҙәм!
Беҙ — берҙәм!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас