30 октябрь - сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе.
Репрессиялар 1930-1950 йылдарҙа СССР-ҙа айырым граждандарҙы, социаль төркөмдәрҙе, синыфтарҙы һәм халыҡтарҙы сәйәси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп үткәрелгән һәм дәүләт органдары тарафынан тормошҡа ашырылған. Сәйәси репрессия коллективлаштырыу осоронда башланған. Башҡортостанда 25,5 мең крәҫтиән хужалығы кулак тип нарыҡланған.
РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһы нигеҙендә советтарға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса 22,5 мең крәҫтиән репрессияға дусар ителгән, 32 меңгә яҡын кеше Себергә һәм илдең төньяҡ райондарына һөрөлгән, 30 меңгә яҡын кеше махсус ҡасабаларға урынлаштырылған. 1929–30 йылдарҙың ҡышында иген әҙерләү һәм коллективлаштырыу барышын өҙгән өсөн руханиҙарға ҡарата репрессия башлана. Мәсет һәм сиркәүҙәр ябылған, мөхтәсибәт һәм мәхәлләләр бөтөрөлгән. Сәйәси репрессияға дусар ителергә тейешле кешеләр исемлеге партия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан һәр район һәм ҡала буйынса алдан төҙөлгән.
1937–38 йылдарҙа сәйәси репрессия айырыуса киң ҡолас ала (“оло террор”). 1937 йылдарҙа И.В.Сталиндың ҡушыуы буйынса “халыҡ дошмандары”н фаш итеү буйынса кампания йәйелдерелә.
Күп кенә фән, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре (Ғ.Ф. Вилданов, Ғ.Д. Дәүләтшин, В. Мортазин-Иманский, Д. Юлтый һ.б.), комсомол башлыҡтары, уҡытыусылар, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре “буржуаз милләтселек”тә, “вәлидовсылыҡ”та ғәйепләнеп, репрессияға дусар ителгән. Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек (Ә. Ә. Бейешев, Ю. Ю. Бикбов, Х. Й. Йомағолов, Х. Ҡ. Ҡушаев, М. Л. Мортазин, М. Д. Халиҡов һ.б.) репрессия ҡорбаны булған. БАССР-ҙа сәйәси репрессия йылдарында сәйәси енәйәттәрҙә ғәйепләнеп, 50293 кеше атыуға йәки төрмәгә ябыуға хөкөм ителгән. Репрессия ҡорбандарының күпселеген социаль сығышы буйынса – крәҫтиәндәр, эшселәр, руханиҙар, зыялылар; милли сығышы яғынан урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар һ.б. тәшкил иткән.
1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә «халыҡ дошманы» тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған.
Әбделкәрим ауыл китапханаһында сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө арналған "Онотолмай золом һалған яралар, алыҫайһа лә аралар" тип аталған мәғлүмәт сәғәте үтте.