Ниһәйәт,куңелле лә. дәртле лә, бер аҙ мәшәҡәтле лә, әммә көндәлек ығы-зығы эштәрҙән айырылып торған илһамлы һәм ауылыбыҙ өсөн ғорурландырғыс рух биргән күркәм ҡатын-ҡыҙҙар проекты тамам булды. Һәр эштең башы теүәл генә һәм аҙағы матур бөтөүе зарур. Һәр яңылыҡты башлағанда бер аҙ ҡурҡыта ла,ҡытыршылыҡтар ҙа килеп сыға, ләкин беҙ уны бик матур атҡарып сыҡтык тип әйтә алыуыбызға бик шатмын.
Бөгөн мәҙәниәт йортонда проект бәйгеселәрен ҡотлап,баһалап үттек.
Проекттың еңеусеһе, иң-иңе "Иң оҫтәбикә"исеменә ете бәйгесебеҙҙә лайыҡ булды. Сөнки етеһе лә бик оҫталар, иң уңгандары!
Сараны бик матур итеп үткәрергә "Әхирәттәр", "Яран гөл "ансамбль ҡатын -ҡыҙҙары, коллегаларым Әбделкәрим, Ишмөхәмат, Богачево ауылының мәҙәни ойоштороусылары, Зифинә, Резидә һылыуҙар, Рәсүл ағайҙың килеп матур дәртле сығыштары сараға йәм өҫтәне. Бәйгеселарҙең ҡул эштаренең выставкалары куҙҙең яуын алып торҙо, тамашасылар аш-һыуҙарынан, тәмле самауыр сәйенән ауыҙ иттелар. Сара бик куңелле үтте.
Проекттың спонсорҙарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Барыһына ла иҫәнлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғәилә бәхете,эштәрендә уңыштар теләйбез.
Алла бирһа икенсе йылда ла проекттың икенсе сезонын үткәрәсәкбеҙ.
Гүзәл Ғөбәйҙуллина,
Ишмырҙа ауылы китапханасыһы.