Хәҙисә Ҡотлоғужинаны ҡорама ҡороу оҫтаһы тип беләбеҙ. Уның төрлө биҙәктәр һалынған буй, арҡыры, ултырғыс юрғандарын район, республика күргәҙмәләрендә йыш күрәбеҙ. Төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашып, тәжрибә туплай, курстар үтә. Оҫтабикә был тәңгәлдә үҙе лә башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә онлайн дәрестәр алып бара. Күп ҡыҙҙарға бирнә әҙерләп бирә. Был юлы ул әхирәттәре менән туҡымаларҙан төрлө биҙәктәр тегергә өйрәтте.
- Ҡорама ҡорор алдынан ниндәй һәм нимә өсөн икәнен аныҡларға кәрәк, - тине Хәҙисә Ҡотлоғужина. - Сөнки һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше һәм тегелеше. Шунһыҙ аныҡ биҙәк килтереп сығарыу ауыр буласаҡ. Төҫтәрҙе лә белеп һайларға кәрәк.
Артабан Хәҙисә Ғиззәт ҡыҙы әхирәттәренә туҡымаларҙы ҡырҡып, уларҙы бергә һалып, тегеп сыҡҡандан һуң, ҡайтанан ҡырҡып, төрлө биҙәктәр килтереп сығырға өйрәтте. Ысынлап та, ике төҫлө туҡыманы ҡырҡып алып ҡына, бергә ҡуша тегеп, ысын ҡорамал килтереп сығарып булмай икән ул. Уның өсөн оҫталыҡ кәрәк. Кем теләй, Хәҙисә Ҡотлоғужинаға мөрәжәғәт итә ала.