Мәҙәниәт
30 Август 2023, 11:10

Хуш бул, йәй!

Йәштәребеҙ матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һәр ауылдың үҙенең йөҙө, менталитеты айырылып тора бит ул. Татлыбай ауылының йәштәре тыныс,үҙ яйына ғына йәйләп көҙгә яҡынлашкайныҡ, күрше Кәрешкә, Йәнйегет ауылдары гөрләтеп концерт менән сығыш яһай башланы. Намыҫ, дәрт тигән нәмә беҙҙә лә бар әле, тип уҡыусы ҡыҙҙар шартлатып репетициялар менән матур сараға әҙерланде. "Хуш бул, йәй" тип аталған концертта яңы йондоҙҙар асылды, кемдең нимәгә маһир икәне куренде. Абдулкаримова Зилиә бейергә, интермедияларҙа алсаҡ уйнарға ярата икән, Алтынай Әхмәзуллина менан Шәүрә Ниғәмәтуллина заманса бейеүзарзе үҙ иткән, Эвелина Ғөбәйҙуллина менан Аделина Килмөхәмәтова көнсығыш һәм хәрәкатле бейеүҙәр , йырҙар менән ҡыуандырҙы. Нүрсилә Әхмәҙуллина алып барыусы булып, музыкаль яҡтан биҙәп һәм моңло йыры менән сараны йәмләне.Араларындагы бер егет кеше Рушан Әхмәҙуллин сахнәлә йөҙөп йырланы,апайҙарына терәк булып кисәне матурланы. Был матур концертта халыҡ, балалар менән эскерһеҙ бәйләнеш булдырп, уйындар уйнатып, бүләктәр таратыу бик оҡшаны. Ауылдаштарыбыҙ Хәлил һәм Дилбәр Биктимеровтарҙың килеп, алҡышлап, сәхнәгә сығып хуплаузары күңелдәрҙе күтәрҙе. Ветеран уҡытыусы Рыскужина Зөлфиә Әхмәзиә ҡызының йылы рәхмәт һүҙҙәре ҡыуандырҙы. Бар йырзарыбыҙ, телмәребеҙ тик тыныслыҡҡа ҡайтып ҡалды. Махсус хәрби операцияның тиҙерәк туҡтауын, һалдаттарҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына теләп теләктәр әйтелде. Рәхмәт һезгә балалар! Һеззең киләсәк, тормош юлығыҙ яҡты, аяҙ, һуғышһыҙ, бер ниндәй аҙғын ауырыузарһыҙ булһын ине.

Ләйсән Әхмәҙуллина,

татлыбай ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы.

Хуш бул, йәй!
Хуш бул, йәй!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас