Мәҙәниәт
29 Август 2023, 09:55

"Ете ҡатын-ҡыҙ" проекты дауам итә

Ҡорот - аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек юлға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла был ризыҡтар көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был эркет менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Сәс ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн шуның һыуы менән баштарын йыуғандар. Эркет менән баҫҡан ҡамыр ҙа гел генә уңып бешә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

"Ете ҡатын-ҡыҙ" проекты дауам итә. Сираттағы оҫталыҡ дәресен беҙгә Сәкинә Сөләймәнова күрһәтте. Ул үҙе генә белгән юл менән ҡорот әҙерләргә өйрәтте.

- Ҡороттоң файҙаһы һанап бөткөһөҙ, - тине Сәкинә апай. - Ул аҡһымға, углеводтарға, төрлө ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү тирләтә, хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Элек юлға ҡорот менән ҡаҙы алып йөрөр булғандар – туҡлыҡлы ла, файҙалы ла был ризыҡтар көс биргән. Ҡороттоң үҙе генә түгел, эркет һыуы ла шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Кендек инәләре борон был эркет менән яңы тыуған бәпестең кендеген эшкәрткән. Сәс ҡуйы булып үҫһен, йылҡылдап торһон өсөн шуның һыуы менән баштарын йыуғандар. Эркет менән баҫҡан ҡамыр ҙа гел генә уңып бешә.

Артабан Сәкинә апай алдан әҙерләп ҡуйған ҡатыҡты ойоторға ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ул бер аҙна тирәһе әсеп ултырырға тейеш икән. Шул ваҡытта ҡороттоң әсеһе лә, шифаһы ла күберәк була, тип аңлатты ул. Ҡатыҡты ҡаҙанға ҡойоп, болғата-болғата ҡайнатып сығарҙыҡ. Кире осраҡта ҡорот эремсек була икән. Ҡайнап сыҡҡас та ҡоротто алып икенсе һауытҡа бушаттыҡ һәм уға сейә ағасының ботаҡтарын тығып ҡуйҙыҡ. Һыуынғас, тоҡҡа ҡойоп, ауыҙын бәйләп, сөйгә элеп, һарҡытырға ҡуйҙыҡ. Әҙер ҡоротҡа һуңынан тәмләп тоҙ һалып болғатып, йомғаҡлап теҙеп сыҡтыҡ. Уны шулай уҡ һәр кем үҙе теләгән төрлө тәм ҡушып та әҙерләй ала. Кемдер үткәрелгән муйыл, ҡарағат ҡуша, кемдер туңдырғысҡа һала, киптереп алыусылар ҙа бар. Нисек кенә әҙерләнһә лә ул шифаһын юғалтмай.

Проект буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең гәзиттә уҡырһығыҙ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас