Мәҙәниәт
25 Август 2023, 09:32

Ҡунаҡ булһаң - тыйнаҡ бул

Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡу­наҡ булғас, рәхмәт әйтә лә үҙе өйҙән сыҡҡанда тупһаға ҡарарға ҡуша..Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡу­наҡ булғас, рәхмәт әйтә лә үҙе өйҙән сыҡҡанда тупһаға ҡарарға ҡуша

✅ Табын ҡағиҙәләре

Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Ризаитдин Фәхретдиновтың табынға ҡағылышлы ҡағиҙәләре бөгөнгө көндә лә бик актуаль. Халҡыбыҙҙың “Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигән бик тапҡыр мәҡәле лә бар.

????Ҡунаҡ саҡырырға булһағыҙ, ғөрөф-ғәҙәт буйынса иртәрәк хәбәр итегеҙ.
????Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ һәм хөрмәт менән ҡаршы алығыҙ, һәр кемде урынына ултыртығыҙ.
????Бик тәмле булһа ла, аштарығыҙҙы маҡтамағыҙ, ҡунаҡтарҙы ашарға ҡыҫтамағыҙ (Бер-ике мәртәбә әҙәпле генә әйтһәгеҙ, зарар булмаҫ). Ҡунаҡ итеүсенең вазифаһы ҡунаҡтар алдына аш килтереү була. Ашау һәм ашамау ҡунаҡтарҙың ихтыярындалыр.
????Ҡунаҡтарҙың һәр береһенең янында әҙерәк тороғоҙ, һөйләшегеҙ. Ҡайтҡандарында матур йөҙ менән хушлашып, рәхмәт әйтеп ҡалығыҙ.
????Мәжлес һәм ашау ҡағиҙәләрен камил үтәгеҙ. Ни ҡәҙәре оҡшамаған аш килтерһәләр ҙә, яратмағанығыҙҙы белдермәгеҙ. Ашарға теләгән ризыҡтарығыҙҙы ашағыҙ, теләмәгәндәрен әҙәпле генә кире ҡуйығыҙ. Бүлеп алмағыҙ.
????Аш тамамланғас, ҡулдарығыҙҙы йыуып, рәхмәт әйтеп, әҙәпле хушлашығыҙ.
????Мәжлескә барырға ҡаршылыҡ килеп сыҡһа, бара алмауығыҙҙы белдереп хәбәр итегеҙ.
????Бер кешегә барғанда икенсе берәүҙең мәжлесе, аштарының булмауы йәки башҡа ғәйептәре булыуы тураһында һөйләмәгеҙ.
????Аш һәм туй мәжлестәре ойошторғанда, башҡаларҙан көнләшеп, хәлегеҙҙән артыҡ мал исраф итмәгеҙ.

Ризаитдин Фәхретдинов.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас