Мәҙәниәт
24 Август 2023, 05:10

Тыуған яҡтың үләне лә дауа

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Сәләмәтлек - кешенең иң ҙур байлығы. Уны бер ниндәйҡиммәттәр менән үлсәп тә, әллә ниндәй ҙур аҡсаларға һатып алып та булмай. Юҡҡа ғына һәр кеше өсөн үҙе тыуып үҫкән ерлектәге тәбиғәт ниғмәттәре ҙур дауа, тимәйҙер. Йәй миҙгеле витаминдарға бай ваҡыт. Улар  йәшелсә-еләктә генә түгел, дарыу үләндәрен дә лә бар. Йәй - тап уларҙы йыйыу өсөн дә уңайлы ваҡыт. Ошоно күҙ уңында тотоп, ауыл хәкимиәте ҡаршында йәшеллеккә күмелеп ултырған паркта "Дауа - аяҡ аҫтында" тип аталған сара уҙҙы. Унда шифалы үләндәрҙең файҙаһы тураһында  һөйләнелде. Сарала мәктәп уҡыусылары һәм ауылыбыҙға йәйге каникулға ял итергә кайтҡан балалар ҡатнашты. Беҙҙең төбәктәрҙә үҫкән үләндәрҙең шифалы үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр бирелде.Балалар менән бик тә файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла осрашыу үтте. Сара ахырында унда ҡатнашыусылар татлы күстәнәстәр менән һыйланды.
Байрам бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.

Зифина Шайдуллина, мәҙәни саралар ойоштороусы.

Тыуған яҡтың үләне лә дауа
Тыуған яҡтың үләне лә дауа
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас