Мәҙәниәт
5 Август 2023, 04:40

Бейеүсегә - 70!

Бөгөн яҡташыбыҙ, данлыҡлы бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамблендә ике тиҫтә йыл бейеп, ер йөҙөн гиҙеп сыҡҡан Рәдис Нурислам улы Тотмановтың юбилейы – 70 йәше! Рәдис ағай әлеге ваҡытта Ҡыуат ауылында йәшәй...

Бейеүсегә - 70!Бейеүсегә - 70!
Бейеүсегә - 70!

Бөгөн яҡташыбыҙ, данлыҡлы бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамблендә ике тиҫтә йыл бейеп, ер йөҙөн гиҙеп сыҡҡан Рәдис Нурислам улы Тотмановтың юбилейы – 70 йәше!

Рәдис ағай әлеге ваҡытта Ҡыуат ауылында йәшәй. Бында ул әсәһен ҡарарға ҡайта һәм оҙайлы йылдар уны балалай тәрбиәләп ҡарай. Шул уҡ ваҡытта ауылдағы балаларҙы бейеүгә өйрәтеп, бер быуын бейеүсе малай-ҡыҙҙар үҫтерә. Ҡыуат ауылы халҡы, туғандары Рәдис Нурислам улын бик тә ихтирам һәм хөрмәт итә.

Рәдис ағай бик матур шиғырҙар ҙа ижад итә.

Рәдис Нурислам улын район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, ошо уҡ ойошманан Рәйлә Морозова менән барып ҡотланыҡ. Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы йәмәғәт ойошмалары матур тантана ойошторҙо.

Әле лә егеттәрҙәй өҙә баҫып йөрөгән Рәдис Нурислам улына иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас