Мәҙәниәт
1 Июль 2023, 09:00

Ҡушаматымды әрмелә үк бирҙеләр

  Беҙҙе - ныҡлы әҙерлекле егеттәрҙе, шунда уҡ алдылар. Һуғыш, һуғыш инде ул. Уның мәхшәре тураһында һөйләгем килмәй. Әммә унда украиндар түгел, ә НАТО илдәренең наемниктарын күреп эш нимәлә икәнен аңланым. Күптән беҙҙең илгә теш ҡайраусылар Украина аша һөжүм итә Рәсәйгә! Әлбиттә, беҙ илебеҙҙе һаҡларға тейеш. Был һәр ир-егеттең бурысы. Шуға күрә диванда ятып, ниндәйҙер “аҡыл” һатып ятҡандарҙы өнәп етмәйем. Ысын ир икәнһең – сыҡ яу яланына, илеңде һин һаҡламаһаң – кем һаҡлар?..

Ҡушаматымды әрмелә үк бирҙеләрҠушаматымды әрмелә үк бирҙеләр
Ҡушаматымды әрмелә үк бирҙеләр

Тимер ҡушаматымды әрмелә үк биргәйнеләр

Тәүге хәрби контрактымды 20 йәшемдә төҙөнөм

Уны күреү менән башҡорт көсө нәҡ шундай булалыр тип уйлап ҡуяһың. Тик мускулдарҙан ғына торған, мөһабәт кәүҙәле 39 йәштәге яугир үҙенең һәр саҡ хәрби булырға хыялланыуы тураһында әйтте.

- Тик бала саҡта уҡыуға ныҡлы ынтылыш етмәне. Хулиган булдым инде. Шулай ҙа эш боҙоп йөрөгән кеше түгел, ә һәр малайға хас шуҡлыҡ, шаянлыҡ хас ине миңә. Хәрби булыу өсөн ҡайһы бер фәндәрҙән “бишле” кәрәк ине, ә минең көскә “өслө”гә барып етә ине. Шуға күрә туғыҙҙан һуң мәктәптән училищеға киттем. Унда үҙемде күберәк спортҡа бағышланым. Спортзалдан сығара алмай аптырана инеләр. Мускулдарымдың нисек тиҙ үҫеүен күреп тағы дәртләнеп киттем.

Быларҙы һөйләп Тимер көлөп ебәрә. Физик яҡтан ныҡлы әҙерлекле егет әрмегә ҙур теләк менән китә һәм десант ғәскәрҙәренә эләгә. Уның көслө булыуы барыһын да хайран итә. Һәм уға Тимер ҡушаматын бирәләр (артабан ул был ҡушаматты махсус хәрби операцияла ла үҙенә ала)

Әрме йылдарын хәтеренә алып: “Тәүге мәртәбә парашют менән һикереүем – иң бәхетле көнөм булды. Был мәлде ҡабатлап булмай! Ул бер мәртәбә генә була! Һуңынан ғәҙәти күренеш кеүек. Шулай ҙа парашют менән һикереү мәңгелек яратҡан шөғөлөмә әүерелде”,- ти Тимер.

Әрменән ҡайтмай ул. Контракт буйынса ҡала. “Хәрби контракт төҙөп үҙемдең хәрби булыу теләгемде бойомға ашырҙым. Матди яҡтан күтәрелергә лә был миңә ныҡ ярҙам итте”, ти Тимер.

Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң әйләнеп ҡайтып, үҙ эшен аса. Тиҙ арала күтәрелеп китә. Үҙе кеүек спорт менән дуҫ, эсмәгән-тартмаған, көслө егеттәрҙе янына туплай.

- Махсус хәрби операция башланғас та егеттәр менән һөйләшеп контракт төҙөнөк. Минең хеҙмәттәштәр араһында Украина биләмәһендә йәшәгәндәр бар ине. Уларҙың ВСУ тарафынан утҡа тотолоуы, балалары һәләк булыуы йәнемде үртәне. Беҙҙе - ныҡлы әҙерлекле егеттәрҙе, шунда уҡ алдылар. Һуғыш, һуғыш инде ул. Уның мәхшәре тураһында һөйләгем килмәй. Әммә унда украиндар түгел, ә НАТО илдәренең наемниктарын күреп эш нимәлә икәнен аңланым. Күптән беҙҙең илгә теш ҡайраусылар Украина аша һөжүм итә Рәсәйгә! Әлбиттә, беҙ илебеҙҙе һаҡларға тейеш. Был һәр ир-егеттең бурысы. Шуға күрә диванда ятып, ниндәйҙер “аҡыл” һатып ятҡандарҙы өнәп етмәйем. Ысын ир икәнһең – сыҡ яу яланына, илеңде һин һаҡламаһаң – кем һаҡлар? Беҙҙең отделениела күпселек башҡорт егеттәре. Һәр береһе көслө, ныҡ, спорт менән дуҫ. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Иң мөһиме – һеҙ беҙҙе көтөгөҙ!

Тимерҙең һүҙҙәре күңелгә ныҡ үтеп инә. Яраланып ҡайтҡан яугир ике аҙна ял итеп алды ла, тағы махсус хәрби операция урынына, үҙе әйтеүенсә “егеттәрем янына”атлыҡты. Әйткәндәй, Тимер махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн миҙалға лайыҡ булды. Һирәк-һаяҡ “барыһы ла яҡшы, еңәбеҙ!” тип яҙылған смстары килеп төшөп һөйөндөрә. Ни булһа ла, шулай ғына булһын. Имен-һау ҡайт, Тимер! Барығыҙыҙҙы ла Еңеү менән көтәбеҙ, яугирҙәребеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Тимер үҙенең фотоһүрәтен дә, исем-шәрифен дә тулыһынса яҙыуҙы һораны. Әммә беҙ яугирҙәрҙең яҡындарының үтенесе буйынса фото, улар тураһындағы мәғлүмәтте тулыһынса бирмәйбеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас