Мәҙәниәт
30 Июнь 2023, 05:00

"Хазина"лар - Ырымбурҙа

Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Таулыҡай ауылының З.З. Оморҙаҡова етәкселегендәге "Хазина" фольклор төркөмө Ырымбурҙың "Яйыҡ" фольклор ансамбленең саҡырыуын ҡабул итеп, бай тарихлы Ырымбурға барҙы. Уларҙы Ырымбурҙағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Марат Сарбаев ҡаршы алды.

Хазиналар Ҡаруанһарайҙа булып, мәсетендә изге ғәмәл башҡарҙы. Башҡорт музейында, Европа менән Азия ҡушылған ерҙә булдылар. Ҡала буйлап бай экскурсия яһағандан һуң, киске сәғәттәрҙә "Хазина" һәм "Яйыҡ" ансамблдәре бергә концерт менән сығыш яһаны.  

Башҡорт моңон сит тарафтарҙа  яңғыратҡан "Хазина"ларға рәхмәт белдерәбеҙ!

 

"Хазина"лар - Ырымбурҙа
"Хазина"лар - Ырымбурҙа
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас