Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
30 Июнь 2023, 04:35

БАЙМАҠТА ТҮҢГӘҮЕР ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫ БАШЛАНДЫ

ТУЛЫРАҠ БЕҘҘЕҢ САЙТТА.

Бөгөн Баймаҡ ерендә түңгәүер ырыуының бишенсе йыйыны башланды. Ике көн барасаҡ ҙур байрам программаһы бик бай. Әле Әбделкәрим, Янғаҙы ауылдары һәм Сибай ҡалаһы халҡы ырыуҙаштарын ҡабул итә. Бөгөн, төштән һуң, сараны Баймаҡ ҡалаһында фәнни-ғәмәли конференция дауам итәсәк.

 Ошо минуттарҙа әбделкәримдәр ауыл ҡапҡаһында Күгәрсен һәм Йылайыр районынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. 

Ырыуҙаштарын улар икмәк, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән һыйланы.

Байрамығыҙ менән, түңгәүерҙәр! Фекерҙәр уртаҡ булһын, теләктәр бер булһын!  

БАЙМАҠТА ТҮҢГӘҮЕР ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫ БАШЛАНДЫ
БАЙМАҠТА ТҮҢГӘҮЕР ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫ БАШЛАНДЫ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас