+21 °С
Болотло
Ҡолсора ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр әртистәре Күгиҙел ауылында "Иҫән йөрөп имен ҡайтығыҙ, Башҡортостан бөркөттәре!" исемле концерт ҡуйҙы. Һәр сығышты ауыл халҡы ихлас ҡул сабып, йылы ҡаршы алып оҙатты. Сәхнәнән матур, моңло йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр ҙә булды. Беҙҙең менән ҡуша күгиҙелдәр ҙә моң даръяһында гиҙҙе. Концерт һуңынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштар һәм дә барлыҡ Башҡортостан егеттәренә матур теләктәр әйтелде. Уларҙың иҫән-имен йөрөп, тиҙерәк тыуған яҡтарға ҡайтыуҙарын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Рәсимә Халиҡова.