Мәҙәниәт
12 Июнь 2023, 10:43

“Ижадыма яңы тулҡын индерергә теләк бар”

Халыҡ йырсыһы Флүрә Туйсина шундай маҡсат менән йәшәй

“Ижадыма яңы тулҡын индерергә теләк бар”“Ижадыма яңы тулҡын индерергә теләк бар”
“Ижадыма яңы тулҡын индерергә теләк бар”

 Йома ҡунағы

“Ижадыма яңы тулҡын индерергә теләк бар” Халыҡ йырсыһы Флүрә Туйсина шундай маҡсат менән йәшәй

Флүрә Париж ҡыҙы Туйсина 1958 йылдың 12 июнендә Сыңғыҙ ауылында тыуған. Сыңғыҙ 8 йыллыҡ, Таулыҡай урта мәктәптәрен тамамлағас, хеҙмәт юлын Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып башлай. Шул мәлдән алып 40 йыл дауамында үҙен ошо өлкәгә бағышлай – мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй.
Флүрә Париж ҡыҙы Ҡолсора ауыл Советының, райондың, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙы, урындағы таланттарҙы асыуға, уларҙы ҙур сәхнәгә сығарыуға күп көс һалды.
Башҡорт йырҙарын халыҡсан башҡарыуы, аһәңле моңо менән ул Башҡортостан сәнғәтендә айырым урын биләп тора. Ф.Туйсина элекке эстрада йырҙарын бөтөн тулылығында тамашасыға түкмәй-сәсмәй еткереүе, бер ниндәй ҙә яһалмалылыҡ булмауы, тәбиғи, ҡабатланмаҫ моңо менән айырылып тора. Сәнғәт белгестәре уны Фәриҙә Ҡудашева, Әлфиә Афзалова кеүек бөйөк йырсыларҙың юлын уңышлы дауам итеүсе тип тә баһалай.
Республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенә индергән ҙур өлөшө өсөн Ф.П. Туйсина “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
-Флүрә Париж ҡыҙы, бар республикаға билдәле Туйсиндар ғаиләһендә үҫкән ҡыҙҙың киләсәктә тап мәҙәниәт һәм сәнғәт юлын һайлауы бер ҙә ғәжәп түгел. Халҡыбыҙҙың йыр-моңона һөйөү ҙә, моғайын, бала саҡта уҡ һалынғандыр?
-Эйе, тап шулай. Атайым Париж Хәлфетдин улы ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙ йырҙарын оҫта башҡарыусы, уларҙың тарихын яҡшы белеүсе, балаларында уларға һөйөү уятыусы кеше булды. Бесәнгә барғанда ла, эш эшләгәндә лә, мәжлестәрҙә лә бер ҡасан да йыр-моңдан айырылманы. Беҙҙең ғаиләлә тәүҙә биш ҡыҙ тыуып, өйҙәге эштәрҙе лә, тыштағы мәшәҡәттәрҙе лә бергәләп атҡарырға тура килде. Бесәнгә лә күмәкләп ат арбаһына ултырып йөрөнөк. Малға аҙыҡты 15 км алыҫлыҡта ятҡан Шүлкә тигән урында әҙерләнек. “Тыр, тыр, тыр арба, Париждың ҡыҙҙары бер арба”, - тип ауылдаштар мәрәкәләп үтеп китә ине. Шул мәлдәрҙе бөгөн дә ныҡ һағынып иҫкә алам.
Бесәнгә барғанда ла, унан ҡайтҡанда ла атайыбыҙ туҡтамай йырлар ине. “Илсе Ғайса”, Шахта”, “Сермән”, композиторҙарҙың яңы сыҡҡан йырҙарын, халыҡ йырҙарын ишетеп үҫтек. Ул ер-һыу атамаларын да яҡшы белде, тарихын һөйләп барыр ине. Тап шуғалыр ҙа инде элекке йыр-моңдар күңелемә шул тиклем ныҡ һеңгән, бөгөн дә һүҙҙәрен онотмайым, кәрәк икән, сығам да йырлайым.
-Тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ?
-4-се класта уҡығанда мәктәп сәхнәһендә тәүге тапҡыр сығыш яһаным - “Әсәйемә хат” йырын башҡарҙым. Был йырҙы атайымдан отоп алғайным. Артабан Фәриҙә Ҡудашева, Рамаҙан Йәнбәков, һуңғараҡ Нәзифә Ҡадырова, Роза Аҡкучукова, Илфат Смаков башҡарыуындағы йырҙарҙы пластинканан тыңлап өйрәндем.
Шуға бәйле бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем әле. Ҡунаҡҡа китһәләр, атайым проигрывателдең пластинка уйната торған энәһен, әсәйем иһә теген машинкаһының энәһен йәшереп китә торғайны. Сөнки улар сығып китеү менән үҙемсә донъя көтә башлайым: ҡурсаҡтарға кейем тегеп ҡарайым, проигрывателдән йырҙар тыңлайым. Шулайтып бер нисә кейем тегеү энәһен һындырҙым. Проигрывателдең энәһе булмаһа ла, барыбер ҙә әмәлен таптым - өйөрөлгән пластинкаға тырнағымды ҡуйып йыр тыңлап маташтым. Әммә һыҙғырыу, сыйылдауҙан башҡа тауыш ишетелмәне...
Бына шулай, бала саҡ, үҫмер йылдары минең күңелдә тик йылы хәтирәләр, матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәктәп йылдарында бер ҡасан да йыр-моңдан айырылманым, сәхнәләрҙән төшмәнем.
-Ғаиләгеҙҙә халҡыбыҙҙың йыр-моңона, тарихына, мәҙәниәтенә булған һөйөү һеҙҙең артабанғы тормошоғоҙҙа хәл иткес роль уйнаған, шулай бит?
-Был, ысынлап та, шулай. 1975 йылда Таулыҡай урта мәктәбен тамамлағас, мине райондың мәҙәниәт бүлеге Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә ебәрҙе. Хеҙмәт юлым шулай башланды. Шул йылдың көҙөндә районға Өфө сәнғәт институты белгестәре килеп, һәләтле йәштәрҙе уҡыу йортона уҡырға һайлап алдылар, улар араһында мин дә бар инем. Баш ҡалаға уҡырға барғас, ҡайҙалыр эшкә ебәреү ниәте менән студенттарҙы ауылдарына эш кейеме алырға тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Шул ҡайтыуҙан кире институтҡа барманым да ҡуйҙым – әсәйемде, тыуған яғымды ташлап киткем килмәне...
-Был аҙымығыҙға һуңынан үкенмәнегеҙме?
-Ҡайһы ваҡытта үкенеп тә ҡуя инем, шулай ҙа, профессиональ белем алмаһам да, бар ғүмеремде халҡыма, уның бай мәҙәнитенә һәм сәнғәтенә арнап, уға тоғро хеҙмәт иттем тип әйтә алам һәм шуның менән бәхетлемен дә.
-Һеҙ директор булып эшләгән осорҙа Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо, төрлө ансамблдәр уңышлы эшләне, исемдәре республикаға билдәле таланттар үҫеп сыҡты. Ҡолсора ауыл Советы район кимәлендәге художество смотрҙарында бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәне. Өлкәндәр менән бер рәттән, йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты концерт-тамашаларҙа. Быға беҙ үҙебеҙ шаһит.
-Ысынлап та, Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто ул осорҙа 4 ауылды берләштергән мәҙәни үҙәк булып торҙо. Ул йылдарҙа айырым бейеүселәр, ҡурайсылар, гармунсылар, инструменталь һәм вокаль ансамблдәр уңышлы эшләне. Район кимәлендәге конкурстарҙа, смотрҙарҙа һыр бирмәнек. Халыҡ та талантлы булды шул. Әйтәйек, таҡмаҡсы, бейеүсе, һүҙ оҫтаһы Нәбирә Ғәҙелшина, танылған ҡурайсы Хәким Моратов, баянсы Мөнир Сыңғыҙов, гармунсылар Мөбәрәк Салихов, Айытҡол Салихов, Ғәфүр Йәнғолов, йырсылар Азамат, Әхәт, Салауат Сыңғыҙовтар, бейеүселәр Гөлсинә һәм Фәнүзә Сыңғыҙовалар, Таһир Сыңғыҙов, Айытҡол Салихов, Азамат Мусин, Рөстәм Сафиуллин, Рәшит Абдуллин, Ришат Үтәбаев, нәфис һүҙ оҫталары Рәйсә Диярова, Айһылыу Уразгилдина һәм башҡа бик күптәр ысын сәхнә йондоҙҙары булып танылды.
2011 йылда районда иң беренсе булып беҙҙә “Ҡәйнәләр һәм килендәр” фольклор ансамбле ойошторолдо. Бергә йәшәүсе ҡәйнә һәм килен татыулығын, берҙәмлеген, дуҫлығын пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған был коллектив төрлө урындарҙа уңышлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, ошоноң ише проекттар ул осорҙа күп булды һәм һәр береһе халыҡ, тамашасы күңелен яуланы.
Хәҙер шул ваҡыттарға үҙемсә баһа биреп, шуны әйтер инем: Аллаға шөкөр, һүҙем дә үтте, эшем дә ырамлы барҙы. Халыҡ та, етәкселәр ҙә эшемде баһалай белде. Һәр хәлдә, дүрт тиҫтә йыл дауамында барлыҡ көсөмдө һәм һәләтемде халҡыбыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә һалдым, тип әйтә алам.
-Флүрә Париж ҡыҙы, һеҙҙе оҫта ойоштороусы, мәҙәниәт өлкәһенә күп көс һалған шәхес кенә түгел, ә башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы булараҡ та беләләр. Хаҡлы ялға сыҡһағыҙ ҙа, яратҡан тамашасыларығыҙҙы “ташларға” йыйынмайһығыҙҙыр?
-Юҡ, әлбиттә. Ысын мәғәнәһендә мин тамашасыларыма ҙур рәхмәтлемен. Улар минең йыр-моңомдо һәр саҡ яратып ҡабул итте һәм хәҙер ҙә шулай. Шуға ла ошо юҫыҡтағы эшемде артабан да дауам итеп, яңынан-яңы йырҙар ижад итергә ниәтләйем. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ижадыма яңы тулҡын индерергә теләк бар. Әле ошо йүнәлештә эшләйем. Шуныһы һөйөнөслө, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә ҙур сәхнәгә сыға башланы, был, әлбиттә, бик ҡыуаныслы.
-Күптәр хаҡлы ялға сығыуҙы нисектер ауыр ҡабул итә, йәмғиәткә файҙам бөттө, тип ниндәйҙер төшөнкөлөккә бирелә торған. Ғүмерегеҙҙең был миҙгелен нисек ҡабул иттегеҙ?
-Тормошомдоң һәр миҙгеленә рәхмәтлемен. Пенсияла булыуыма ла Хоҙайға рәхмәтлемен. Минеңсә, хаҡлы ялға сығыу – үҙеңде тормоштан һыҙып ташлау, тигән һүҙ түгел бит. Шуның өсөн һәр саҡ әүҙем булырға тырышам, төрлө юбилей кисәләре, туйҙар алып барам. Әле булһа ла мине йыш саҡырып тороуҙарын ҙур баһа тип һанайым. Был эште мин килем алыу өсөн түгел, ә күңел талабы буйынса атҡарам.
Пенсиялағы көндәлек һәр мәшәҡәт үҙе шатлыҡ бит ул. Шул уҡ икмәк бешереү, йорт, хужалыҡ эштәре менән булышыу үҙе бер кинәнес бирә. Мал тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Хәл барҙа, ауыл эштәрен яратып башҡарабыҙ.
Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, өй усағын яратам, балаларҙың ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Уларға һәм туғандарыма мейес тултырып ҡомалаҡтан әсе икмәк, күстәнәстәр бешереү – минең яратҡан шөғөлөм. Был уларға тыуған йорт, атай-әсәй йылыһын бирә. Һөт ризыҡтарын да эш итергә яратам.
-Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле кеше тип һанайһығыҙмы?
-Әлбиттә! Мине хөрмәт иткән һәм яратҡан ғаиләм, туғандарым, ауылдаштарым, туған халҡым һәм тамашасыларым булыуы менән бәхетлемен. Балаларыбыҙ ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, үҙ аллы тормошта үҙ юлдарын тапты. Өлкән ҡыҙыбыҙ Фирүзә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булып танылды, әле, күптәнге хыялы буйынса сит илдә йәшәй, театр студияһында эшләй. Илүзә Өфөлә “Аҡбуҙат” балалары баҡсаһында, Илгизә иһә 63-сө Башҡорт балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй. Илшат та үҙен талантлы музыкант итеп танытты. Илгизә ҡыҙыбыҙ менән Фәрит кейәүебеҙ әле республика сәхнәләрен яулай.
Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә йыр-моңға һәләтле. Илшаттың 1-се класта уҡыған ҡыҙы Заһиҙә, Илгизәнең 5 йәшлек улы Мирас йыр-бейеүҙәре менән республика сәхнәһенә сыҡты. Был үҙе үк бәхет түгелме ни?!
Өләсәй һәм ҡартатай булараҡ, һәр ейән-ейәнсәребеҙ менән даими бәйләнештәбеҙ. Хәҙер интернет, ватсап, телефон булыуы бындай аралашыуҙарҙы нығыта ғына. Ғаиләбеҙ чаты ла гөрләп тора.
Ғөмүмән, тормоштоң йәме ана шул бәләкәй генә шатлыҡ, матур хәбәрҙәрҙән тора. Мин тап шунан үҙемә күңел йыуанысы табып, алға өмөт менән ҡарайым, һәр көнөмдән кинәнес алам. Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтан, ошондай бәхетле мәлдәрҙән ташламаһын. Һәр кемебеҙгә лә ошондай бәхет һәм һаулыҡ теләйем.
-Хөрмәтле Флүрә Париж ҡыҙы, районыбыҙҙың һәм халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙын матур юбилейы менән “Һаҡмар” гәзите уҡыусылары исеменән ҡотлайбыҙ, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ижади ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге, бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар юлдаш булһын һеҙгә!
-Ҙур рәхмәт изге теләктәрегеҙгә!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас