Мәҙәниәт
29 Мая 2023, 03:20

Башҡортостандың сигелгән картаһы

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

«Китап-байрам»да Башҡортостандың сигелгән картаһы менән таныштырҙылар

Ҙур картаны сиккән иң кесе оҫтаға 16 йәш кенә. Ул — Баймаҡ районынан Таңсулпан Ҡотлоғужина.

Ә иң олоһона — Йылайырҙан Рәисә Янбаеваға 74 йәш. Башҡортостандың тәүге сигелгән картаһын 28 оҫта эшләгән.

54 райондың 26-һын Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан Ғәбиҙә апай Вәлиева сиккән, ә ҡалғандарын - райондарҙан оҫталар. «Китап-байрам»дан һуң карта «Сигелгән Рәсәй» Бөтә Рәсәй фестиваленә юлланасаҡ, ә һуңынан район музейҙарында һәм БР Милли музейында күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Башҡортостан/яңылыҡтар

Башҡортостандың сигелгән картаһы
Башҡортостандың сигелгән картаһы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас