Мәҙәниәт
24 Май 2023, 12:30

Хикмәтле һүҙ

Хаким сикһеҙ шат була һәм төш юраусыны йомарт бүләкләй. Батша һарайындағылар аптырашта ҡала һәм: - Һин дә хакимға тәүге юраусының әйткәндәрен еткерҙең бит. Ниңә ул яза алды, ә һин – бүләкләндең?-тип һорай башлай...

Хикмәтле һүҙХикмәтле һүҙ
Хикмәтле һүҙ

Хикмәтле һүҙ

Бер хаким ҡурҡыныс төш күрә, йәнәһе лә, уның бер-бер артлы тештәре ҡойолоп төшә. Ул, хафаланып, тиҙ арала төш юраусыны саҡыртып ала. Тегеһе уны ҡайғырып тыңлай ҙа һәм былай ти:

- Әмирем, мин һеҙгә ҡайғылы хәбәр еткерергә тейешмен: һеҙ бер-бер артлы бөтә туғандарығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ.

Был һүҙҙәр хакимда асыу уята. Меҫкен төш юраусыны ҡараңғы зинданға ташларға һәм икенсе төш юраусыны саҡырырға бойора. Быныһы инде ошолай юрай:

- Мин һеҙгә һөйөнөслө хәбәр еткерә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен: һеҙ бөтә туғандарығыҙҙан оҙағыраҡ йәшәйәсәкһегеҙ.

Хаким сикһеҙ шат була һәм төш юраусыны йомарт бүләкләй. Батша һарайындағылар аптырашта ҡала һәм:

- Һин дә хакимға тәүге юраусының әйткәндәрен еткерҙең бит. Ниңә ул яза алды, ә һин – бүләкләндең?-тип һорай башлай.

Яуап ябай була:

- Эйе, беҙ икебеҙ ҙә төштө дөрөҫ юраныҡ. Әммә эш ни әйтеүҙә түгел бит, ә нисек әйтеүҙә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас